Соколовский Иван Николаевич

Иван Николаевич Соколовский (27 ғинуар 1858 йыл — 1917 йылдан һуң[1]) — XIX быуат һуңында — XX быуат башында Рәсәйҙең дәүләт һәм хәрби эшмәкәре.

Соколовский Иван Николаевич
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Хеҙмәт итеүе Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 27 ғинуар 1858({{padleft:1858|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})
Вафат булған көнө 3 март 1917({{padleft:1917|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (59 йәш)
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Хәрби звание генерал-лейтенант[d]
Һуғыш/алыш Рус-төрөк һуғышы (1877—1878)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден Святой Анны 2-й степени орден Святой Анны 3-й степени орден Святого Станислава 2-й степени 3-сө дәрәжә Изге Станислав ордены орден Святого Владимира 4-й степени

Биографияһы

үҙгәртергә

Иван Николаевич Соколовский 1858 йылдың 27 ғинуарында Херсон губернаһында дворян ғаиләһендә тыуа. Елизаветград юнкер училищеһында уҡый.

18771878 йылдарҙа Рус-төрөк һуғышында ҡатнаша.

Әле училищела уҡығанда уҡ И. Н. Соколовский фәнгә тартыла, шуға күрә Рус-төрөк һуғышынан һуң Генераль штабтың Николаев академияһында уҡыуын дауам итә. Уны тамамлағас, 1884 йылда Генераль штабҡа күсерелә.

1895 йылда ырымбур вице-губернаторы итеп тәғәйенләнә.

1901 йылда — Семипалатинск өлкәһенең хәрби губернаторы.

1903 йылда Өфө губернаторы вазифаһын башҡара башлай. Губернатор булған ваҡытында күскенселәргә өҫтөнлөклө шарттарҙа ер һатып алыуға булышлыҡ итер өсөн Крәҫтиән ер банкыһына айырым хоҡуҡтар биреү тәҡдимен индерә. Ышанысһыҙ кешеләрҙе йәмәғәт учреждениеларында һәм тау заводтарында эшләүҙән ситләштерә. Уның бойороғона ярашлы 1905 йылдың 1 майында баш ҡалала эшселәр һәм студенттар демонстрацияһы таратыла. 3 майҙа Соколовскийға һөжүм яһала.

1906 йылда генерал-майор чинында Әстерхан губернаторы һәм Әстерхан казак ғәскәренең наказлы атаманы итеп тәғәйенләнә. 1907 йылдан — генерал-лейтенант.

1917 йылдың мартында Әстерхан Ваҡытлыса башҡарма комитеты тарафынан ҡулға алына.

Наградалары

үҙгәртергә

4-се дәрәжә Изге Владимир ордены, 2-се һәм 3-сө дәрәжә Изге Анна ордены, 2-се һәм 3-сө дәрәжә Изге Станислав ордены.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 3 марта 1917 года был арестован, дальнейшая судьба не известна.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә