Соколова Лина Александровна

Соколова Лина Александровна (27 декабрь 1940 йыл — 9 май 2003 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең гобелен төшөрөүсе рәссамы. СССР Сәнғәт академияһы академигы (1990); 1988 йылдан мөхбир ағзаһы. РСФСР-ҙың И. Е. Репин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1984). РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1986) һәм Рәсәй Федерацияһының халыҡ (2001) рәссамы.

Соколова Лина Александровна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 27 декабрь 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})
Тыуған урыны Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Вафат булған көнө 9 май 2003({{padleft:2003|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (62 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Һөнәр төрө рәссам
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

СССР Сәнғәт академияһы (1973) һәм Мәскәү Рәссамдар союзы (1981) академигы. 1982—1992 йылдарҙа СССР Рәссамдар союзы, 1984—1987 йылдарҙа Мәскәү рәссамдар союзы, 1987—2003 йылдарҙа СССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың Рәссамдар союзы идаралары секретары. 1998—2003 йылдарҙа Рәсәй Сәнғәт академияһы Президиумы ағзаһы һәм Рәсәй Сәнғәт академияһының биҙәү-ҡулланма сәнғәте бүлегенең академик-сәркәтибе.

Биографияһы

үҙгәртергә

Лина Александровна Соколова 1940 йылдың 27 декабрендә Донецк өлкәһенең Горловка ҡалаһында тыуа.

1955—1960 йылдарҙа Мәскәү өлкә сәнғәт училищеһында уҡый, бер ук ваҡытта музыка мәктәбенең фортепиано класын тамамлай.

1961—1966 йылдарҙа Мәскәү Юғары художество-сәнәғәт училищеһында уҡый, тамамлағандан һуң — ҡулланма сәнғәт рәссамы һөнәренә эйә була. 1966— 1987 йылдарҙа РСФСР-ҙың Сәнғәт фондына ҡараған Мәскәү ғәмәли сәнғәт комбинатында рәссам булып эшләй[1].

1976 йылдан декоратив-ҡулланма сәнғәте секцияһының бюро ағзаһы, 1976—1984 йылдараҙа — туҡыу секцияһының бүлексә рәйесе, бер үк ваҡытта 1981 йылдан — Мәскәү Рәссамдар союзы ағзаһы. 1984—1987 йылдарҙа Л. А. Соколова Мәскәү Рәссамдар союзы идараһы секретары, 1987—1992 йылдарҙа СССР Рәссамдар союзы идараһы һәм 1987—2003 йылдарҙа Рәсәй Рәссамдар союзы идараһы секретары, 1987 йылдан СССР Рәссамдар союзы идараһы секретары[1].

1988 йылда Л. А. Соколова СССР Сәнғәт академияһының ағза-корреспонденты, ә 1990 йылда — тулы хоҡуҡлы ағзаһы итеп һайлана[1]. 1973 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы.

1997 йылдан Л. А. Соколова Рәсәй Сәнғәт академияһы Президиумы ағзаһы һәм 1998—2003 йылдарҙа — Рәсәй Сәнғәт академияһының биҙәү-ҡулланма сәнғәте бүлегендә академик-сәркәтип була[1].

1984 йылда «Мирный космос», «Вечность», «Утро» гобелендары өсөн Л. А. Соколова РСФСР-ҙың И. Е. Репин исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була. 1986 йылда уға «РСФСР-ҙың атҡаҙанған рәссамы» тигән маҡтаулы исем, ә 2001 йылда — «Рәсәй Федерацияһының халыҡ рәссамы» исеме бирелә.

Л. А. Соколова бик ҙур интуициялы һәм колороистиканы һиҙемләүсе рәссам генә түгел, ә һынлы сәнғәттә логик фекерләү менән образлы фекерләүҙе берләштереүсе. Уның эштәрендә йырға хас һыҙаттар бар, был уның әҫәрҙәрен музыкаль әҫәрҙәргә оҡшата. Уның «Иртә» һәм «Ҡоштар» шпалерҙары, конкрет интерьерҙы биҙәү өсөн булдырылһа ла, улар бер-береһе менән музыкаль дуэт кеүек ярашлы, унда бер үк тема — ҡоштарҙың күккә иркен осоуы, ағастар, үләндәр, сәскәләрҙең үҙҙәре теләгәнсә иркен үҫеүе, үренделәр һәм емештәрҙең тыуып барыуы һүрәтләнгән. Уның шпалерҙары ҙур образлы-йөкмәткеле булыуы менән интерьерға һығылмалы, пластик йөкләнеште бирә. Рәссамдың уңышы булып уның архитектура биргән ваҡыт һәм урынды дөрөҫ тойомлауы тора. Рәссам туҡыманың айырым сифаттарын, нескәлеген яҡшы тоя, шунлыҡтан уның гобелендары, декоратив пәрҙәләре иҫ киткес матур һәм зауыҡлы. Архитекторҙар менән бергә ул конкрет интерьерҙы хәҙерге көн проблемаларына ярашлы итеп биҙәй — айырым дизайн әҫәрҙәрен генә тыуҙырмай, ә дөйөм мөхитте тулыһынса сағылдырған ансамбль әҫәрҙәрҙе булдырған.

Соколова Л. А. әҫәрҙәренең араһында иң билдәлеләре: гобелендар — «Лес» (1967), «Рассвет» (1970), «Встреча» (1972), «Ночь» (1972), «Музыка» (Югославия илселегендә, Мәскәү ҡалаһында, 1971), «Воспоминание» (1973), «Осень» (Хельсинки ҡалаһының Фән һәм мәҙәниәт йортонда, Финляндия, 1977), «Праздник» (1977), «Русские напевы» (1977); шаршауҙар — В. В. Маяковский исемендәге музейҙың кино-лекциялар залында (1973), «Космос» (1977), һәм башҡалар[1].

Соколова Лина Александровна 2003 йылдың 9 майында Мәскәүҙә вафат була, Алексеевский зыяратында ерләнгән[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • РСФСР-ҙың халыҡ рәссамы (2001 — «сәнғәт өлкәһендәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн»)
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған рәссамы (1986)
  • РСФСР-ҙың И. Е. Репин исемендәге дәүләт премияһы (1984 — «Мирный космос», «Вечность», «Утро» гобелендары өсөн)
  • Атаһы — Александр Иванович Саханов (1914—1988), РСФСР-ҙың атҡаҙанған рәссамы (1962)
  • Әсәһе — Егорова Галина Георгиевна (1909)
  • Ире — Соколов Лев Анатольевич (1937), рәссам, Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы
  • Улы — Соколов Андрей Львович (1971), рәссам

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Соколова Лина Александровна. Дата обращения: 26 апрель 2020.
  2. Соколова Лина Александровна. Дата обращения: 26 апрель 2020.
  • Советское декоративное искусство / Акад. художеств. СССР. Союз художников СССР. - Москва : Сов. художник, 1974 г. — 332 с.
  • Изобразительное искусство. Россия. XX век / М. : Центр "СЭИ", 1995 г. — 303 с. — ISBN 5-900702-03-0