Собханғолов Шакир Исламғол (Исламғәле) улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой
(Собханғолов Шакир Исламғол улы битенән йүнәлтелде)

Собханғолов Шакир Исламғол (Исламғәле) улы (рус. Субхангулов Шакир Исламгулович 1899 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой. I дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).

Собханғолов Шакир Исламғол (Исламғәле) улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1899
Тыуған урыны Иштуған, Мәләүез районы, СССР
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание ҡыҙылармеец[d] һәм рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) I дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Собханғолов Шакир Исламғол улы (башҡа мәғлүмәттәр буйынса атаһының исеме Исламғәле, тыуған йылы 1902 тип бирелгән[1]) 1899 йылда хәҙерге Башҡортостандың Мәләүез районы Иштуған ауылында тыуа. 1941 йылда Йомағужа районы хәрби комиссаритаы тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 148-се гвардия артиллерия-миномет полкының 3-сө батареяһында повозочный булып хеҙмәт итә[2].

Собханғолов Шакир Исламғол улы үҙ эшен еренә еткереп эшләй, уның аттары һәр ваҡыт ҡараулы, таҙа һәм көр була. Ауыр шарттарҙа фураж ташыған ваҡытта ла аттары көрлөгөн юғалтмай. Хеҙмәтен өлгөлө үтәгәне өсөн 148-се гвардия артиллерия-миномет полкының 3-сө батареяһында повозочныйы Собханғолов Шакир 1944 йылдың 17 ғинуарында подразделениеның 1-се бойороғо менән «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ була[3]

1985 йылда Собханғолов Шакир Исламғол улы юбилейлы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә[3].

Собханғолов Шакир Исламғол (Исламғәле) улы 1945 йылда демобилизациялана.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • ЦАМО Картотека: Юбилейная картотека награждений Расположение документа: шкаф 57, ящик 15
  • ЦАМО Картотека: Картотека награждений Расположение документа: шкаф 83, ящик 22