Смирнова Екатерина Алексеевна

Екатерина Алексеевна Смирнова (4 август 1996 йыл) — Рәсәй спортсыһы, 2019 йылда эстафетала Универсиада чемпионы, 2019 йылғы ҡышҡы универсиадала шәхси саңғы уҙышында көмөш призёр, илдең йыйылма командаһы ағзаһы.

Смирнова Екатерина Алексеевна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 4 август 1996({{padleft:1996|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (27 йәш)
Тыуған урыны Йошкар-Ола, Рәсәй
Һөнәр төрө саңғы уҙышсыһы
Спорт төрө саңғы уҙыштары[d] һәм саңғы спорты

Биографияһы үҙгәртергә

Екатерина Алексеевна Смирнова 1996 йылдың 4 авгусында Марий Эл Республикаһының Йошкар-Ола ҡалаһында тыуған[1]. Өлкән спорт карьераһын 2008 йылда башлай[2][3].

Спорт карьераһы үҙгәртергә

2014 йылдың февраль айында Сыктыкварҙа Көнсығыш Европа Кубогында тәүге тапҡыр сығыш яһай, 10 километрға классик йөрөш менән 51-се урынды, һәм 27-се урынды спринтта биләй.

2018/19 йылдар миҙгелендә Көнсығыш Европа Кубогының дөйөм зачетында 16-сы урынды биләй һәм унлыҡта өс финиш күрһәтә

2019 йылдың марты башында Красноярск ҡалаһында Ҡышҡы Универсиадала өс шәхси ярышта өс көмөш миҙал яулай. 2019 йыл Универсиадаһында эстафета командаһы составында еңеүсе була.

2019 йылда саңғы ярышы буйынса Рәсәй йыйылма командаһының төп составына индерелә[4]. 2019 йылдың 29 ноябрендә саңғы ярыштары буйынса Донъя Кубогына этаптарҙа тәүге тапҡыр сығыш яһай.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Смирнова Екатерина Алексеевна. www.flgr.ru. Дата обращения: 15 март 2020.
  2. СМИРНОВА Екатерина Алексеевна | Российские спортсмены и специалисты | Спортивная Россия. www.infosport.ru. Дата обращения: 15 март 2020.
  3. Смирнова Екатерина Алексеевна. csp72.ru. Дата обращения: 15 март 2020. 2020 йыл 24 ғинуар архивланған.
  4. Лыжница Екатерина Смирнова о сборной России: «Доказала себе, что могу бороться на равных». www.marpravda.ru. Дата обращения: 15 март 2020.

Һылтанмалар үҙгәртергә