Словактарға һәйкәл

Словактарға һәйкәлИкенсе донъя һуғышында һәләк булған словак яугирҙарына Липовецта ҡуйылған һәйкәл. Винница өлкәһенең урындағы әһәмиәткә эйә тарихи һәйкәле[1].

2012 йылда словактарға ҡуйылған һәйкәл
2012 йылда словактарға ҡуйылған һәйкәл

Һүрәтләнеше

үҙгәртергә

Алты метрлы, үҙенсәлекле конструкциялы гранит обелиск Липовец ҡалаһына ингән урынға ҡуйылған һәм Украина территорияһындағы шундай берҙән-бер монумент.

1941 йылдың 22 июлендә Липовецкта Ҡыҙыл армияның вермахтҡа ҡаршы беренсе контрһөжүме була[2]. Операция барышында СССР Ҡыҙыл Армияһының 12-се һәм 6-сы армияһы частары[3] Өсөнсө рейх армияһы составында һуғышҡан словак мотобригадаһын ҡыйрата. Ошо ваҡиғанан һуң словактар Ҡыҙыл Армия яғына сыға һәм Чехословакия айырым бригадаһын төҙөй. Словак һалдаттары совет һәм немец ғәскәрҙәренең ҡапма-ҡаршы ут ямғыры аҫтында ҡала һәм күп юғалтыуҙар кисерә. Был словак һалдаттарының һуғыш осоронда бер көндә генә иң ҙур юғалтыуы була[4]. Икенсе көнөнә советтарҙың контрһөжүме кире ҡағыла. Һәләк булған словак һалдаттары һуңғы алыш урынында Туғандар ҡәберендә ерләнә.

Примітки

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • «Під містом Липовцем грізно битва гула» : [Про участь Словацької армії в боях за Вінниччину] / В. Скрипник // Голос України. — 2006. — 6 липня.
  • Pavel Mičianik. Slovenská armáda v ťažení proti Sovietskemu zväzu (1941 — 1944) I. V operácii BARBAROSSA. Vydavateľstvo: Dali-BB, s.r.o. — ISBN: 978-8-89090-37-2  (словак.)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә