Синоди-Попов йорто (Таганрог)

→→

Иҫтәлекле урын
Синоди-Попов йорто (Таганрог)
Синоди-Попов йорто
Синоди-Поповтар йорто, Таганрогта 1840-сы йылдарҙа төҙөлгән
Синоди-Поповтар йорто, Таганрогта 1840-сы йылдарҙа төҙөлгән
Ил Рәсәй
Ҡала Таганрог, Грек урамы, 84
Нигеҙләүсе Синоди-Поповтар
Нигеҙләнгән 1840-сы йылдарҙа

Синоди-Попов йорто — мәҙәни мираҫ объекты, Ростов өлкәһе Таганрог ҡалаһының Грек урамы, 84-се йортта урынлашҡан. Архитектура һәйкәле[1].

ХVII быуаттың уртаһында Синоди — Поповтың ата-бабалары Темерник йылғаһы янында һәм Таған-Мөгөҙ морононда һатыу иткәндәр. Нәҫелдең башланғысы — Бердянск сауҙагәрҙәре Георгий Семенович Синоди-Попов, ул 1755 йылда тыуған.

1840 йылда Грек урамы, 84 -се һанлы йорт Синоди Попов ғаиләһе тарафынан төҙөлә. Был ике ҡатлы фамилия килеп сығышы тураһында аныҡ һәм дөрөҫ мәғлүмәт юҡ. Метрика китабында (1853 йыл) Минай Егорович Попов һәм уның улы Дмитрий тураһында мәғлүмәт бар. Ә ХIХ быуаттың беренсе яртыһында был ғаиләнең ике ҡатлы фамилияһы булғанлығы күренә. Шул уҡ ваҡытта айырым «Синоди» фамилияһы документтарҙа табылмай.

Билдәле булыуынса, Таганрогта ике ағалы-энеле Минай Егорович Попов һәм Семен Егорович Попов йәшәй. Икеһе лә тыумыштан почетлы граждандар. Аталарының исеме документтарҙа ике төрлө — «Егорович» һәм «Георгиевич».

Минай Егоровичтың ҡатыны — Мария Дионисьевна . Уларҙың бер нисә балаһы була: Екатерина, Елена, Георгий, Егор, Дмитрий. Семен Егоровичтың ҡатыны- Олимпиада Васильевна, уларҙың никахынан ике ҡыҙҙары тыуа: Анна һәм Анфия. Семен Егорович Нидерланды консуллығының Таганрог ҡалаһындағы вәкиле була, ә 1872 йылда — ул Португалия консуллығының да вәкиле була. Таганрог ҡалаһының билдәле кешеләре — Лакиер, Скараманг, Варваци, Алфераки, Лицина, Бернадаки— менән ярҙамға мохтаж кешеләргә шәфҡәтлелек күрһәтеү менән булыша. Семен Попов мировой судья була һәм 1869 йылдың 30 апрелендә асылған Округ суды исемлегендә тора. Ул шулай уҡ Коммерция учреждениһы йыйылышының китапханасыһы вазифаһын да башҡара. Ул был эште бушлай башҡара. Ул Павел Петрович Филевскийгә төрлө факттар һөйләп «История города Таганрога» китабын яҙырға ярҙам итә.

Нәҫелдең иң билдәләе шәхесе — рәссам Дмитрий Минаевич Синоди-Попов, 1870—се йылдарҙа был йорттоң цоколь ҡатында уның оҫтаханаһы урынлашҡан. 18731880 йылдарҙа йорт тыумыштан маҡтаулы граждан Синоди Поповҡа ҡараған, 18901898 йылдарҙа тыумыштан маҡтаулы граждан Синоди- Попов йорт хужаһы була. 1906 йылда Минай Егорович Синоди -Попов һәм уның ҡатыны (тыумыштан маҡтаулы граждан) Елена Семеновна Авьерино йорттоң хужаһы була[2].

1910 йылда Попов Семен Егорович ҡыҙы — Елена Семеновна Авьерино бинала малайҙар һәм ҡыҙҙар өсөн мәктәп ойоштора. Шул йылдарҙа был йортта ирҙәр гимназияһы немец теле уҡытыусыһы Любовь Николаевна Псалти фатир ҡуртымлай. Ул шулай уҡ беренсе разрядлы Грановский шәхси училищеһында ла эшләгән. 1918 йылда йорт ҡураларында «Зингер һәм КО» теген машиналары склады торған. Октябрь революцияһына тиклем йорт ағалы-энеле Синоди- Поповтар вариҫтарының милкендә була. Һуңынан йорт немец Ф. Е. Дрейлинг ҡулына күсә. 1925 йылға тиклем йорттоң хужаһы ул була[3]. Башҡа мәғлүмәттәр буйынса, йортта 1920-се йылдарҙа әҙәби пролетар клуб урынлашҡан, ул эшен туҡтатҡас, бинаны торлаҡ йортҡа әйләндергәндәр. 1992 йылдарҙа йорт архитектура һәйкәле тип таныла һәм закон тарафынан һаҡлана.

Тасуирлама

үҙгәртергә

Йорт фасадын һылап эшләнгән һүрәттәр менән биҙәкләнгән Йорт күтәрмәһе өс колонналы. Йорт ике ҡатлы, цоколь ҡаты рустовкалы.. Бөтә фасадында тура мөйөшлө фронтон тора, ул сухариклы кәрниз өҫтөнә баҫтырылған. Беренсе ҡаттағы тәҙрәләрҙе йоҙаҡ таштар биҙәй. . Икенсе ҡатың тәҙрәләре өҫтөндә орнамент үҫемлектәр кеүек биҙәктәр , ә тәҙрә аҫтында — ялған балясиндар[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Гаврюшкин О. П. Г12 «По старой Греческой…» (Хроника обывательской жизни) — Т.: ООО «Издательство „Лукоморье“», 2012. — 514 с. — ISBN — 5-901565-15-0