Симон Будный һәйкәле (Несвиж)


Будный Симон һәйкәле (бел. Помнік Сымону Буднаму) — Бөйөк Литва кенәзлегенең Яңырыү дәүерендәге күренекле эшмәкәре Симон Будный һәйкәле. Белоруссияның Минск өлкәһендәге Несвиж ҡалаһында урынлашҡан. Беларусь Республикаһының Дәүләт тарихи-мәҙәни ҡиммәттәре исемлегенә индерелгән[1].

Симон Будный һәйкәле
бел. Помнік Сымону Буднаму
Нигеҙләү датаһы 1982
Рәсем
Дәүләт  Беларусь
Административ-территориаль берәмек Несвиж[d] һәм Минская область[d]
Булдырыусы Q42434593?
Дата производства 1982
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән бронза һәм гранит[d]
Архитектор Юрий Казаков[d]
Мираҫ статусы государственный список историко-культурных ценностей Республики Беларусь[d]
Бейеклеге/буйы 3,5 метр
Страница на сайте Глобус Беларуси globus.tut.by/nesvizh/in…
Карта
 Симон Будный һәйкәле (Несвиж) Викимилектә

Тасуирлау һәм тарихы

үҙгәртергә
 
Беларусь Республикаһы почта маркаһындағы Симон Будный һәйкәле. 1993 йыл

Симон Будныйға һәйкәл 1982 йылда Несвиж ҡалаһының Мицкевич урамындағы скверҙа, Божье Тело костелы һәм плебания бинаһы эргәһендә ҡуйылған. Һәйкәлдең авторы — скульптор Светлана Горбунова, архитекторы — Юрий Казаков[2].

Будный Симон Бөйөк Литва кенәзлегенең Яңырыу дәүерендәге күренекле гуманисы, публицисы, философы, мәғрифәтсеһе булған. Ул Реформация хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашҡан[3][4]. Несвиж Будныйҙың нәшриәт эшмәкәрлеге менән бәйле. 1560-сы йылдар башында ул бында Матвей Кавечинский һәм Кришковский Лаврентий менән берлектә типография нигеҙләй. Был типографияла ул 1562 йылда Беларусь территорияһында беренсе китапты — «Катехизис» китабын боронғо белорус телендә баҫтырып сығара. Китап, һорау һәм яуап формаһында яҙылған[4]. Симон Будный Несвижда шулай уҡ «Про оправдание грешного человека перед Богом» китабын һәм үҙенең башҡа бер нисә әҫәрҙәрен баҫтырып сығара[5].

Һәйкәлдә Симон Будныйҙың бронза һыны баҫып тора. Статуяның бейеклеге 2,85 м, һын 0,65 метр бейеклегендәге гранит постаментта тора. Симон Будныйҙың ҡулында ҡояш эмблемаһы— яҡтылыҡ һәм белем символы төшөрөлгән китап. Фигура ҙур күләмле. Позаһының тыныс пластикаһы кейемендәге бөрмәләрҙең ритмы менән һыҙатланған, был статуяға монументаллек бирә һәм образдың рухи көсөн сағылдыра[2]. Постаменттағы яҙыу белорус телендә — «СЫМОН БУДНЫ».

Туристик маршруттар барышында Симон Будныйҙың һәйкәле менән танышырға мөмкин[6].

Беларусь Республикаһы почта маркаһында «Сымон Будныйҙың үлеменә 400 йыл» тип яҙылған, марка 1993 йылдың 29 декабрендә сығарылған[7].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Дзяржаўны спіс гісторыка-культурных каштоўнасцей Рэспублікі Беларусь: [Даведнік] / склад. В. Я. Абламскi, І. М. Чарняўскі, Ю. А. Барысюк. — Мн.: БЕЛТА, 2009. — 684 с. — 1000 экз. — ISBN 978-985-6828-35-8.
  2. 2,0 2,1 Помнік Буднаму // Збор помнікаў гісторыі і культуры Беларусі. Мінская вобласць (белор.)
  3. Будны // Беларуская энцыклапедыя: У 18 т. Т. 3: Беларусы — Варанец / Рэдкал.: Г. П. Пашкоў і інш — Мн.: БелЭн, 1996. — Т. 3. — С. 315. — 511 с. — 10 000 экз. — ISBN 985-11-0068-4.
  4. 4,0 4,1 Будный Симон // Биографический справочник. — Мн.: «Белорусская советская энциклопедия» имени Петруся Бровки, 1982. — С. 86. — 737 с.
  5. Памятник Симону Будному в Несвиже на сайте Holiday.by
  6. Памятник Симону Будному в Несвиже на сайте Про Беларусь
  7. Список почтовых марок Беларуси, выпущенных в 1993 году
  • Помнік Буднаму // культура і Беларусі помнікаў Збор гісторыі. Мінская вобласць / бсср фәндәр. Ін-мастацтвазнаўства та, фальклор зтнаграфіі і; Рэдкать.: Марцэлеў с. в. (гал. рэд.) інш і. — Мн.: БелСЭ, 1987. — С. 107—108. — С. 308: іл. (белор.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  Беларусь Республикаһының Дәүләт тарихи-мәҙәни ҡиммәттәре , код 612Ж000473