Сылғау
Сылғау йәки силғау - аяҡ кейеме кейер алдынан аяҡҡа урай торған туҡыма киҫәге. Сылғау дәүмәле яҡынса 35 × 90 сантиметр[1]. Төрлө йылдарҙа сылғау етештереүселәр өсөн дәүләт нормалары булған һәм уларҙа дәүмәл күрһәтелгән. Мәҫәлән, 1978 - 35х90 см, 1983 - 50х75 см, 1990 - 35х75 см.
Сылғау | |
Сылғау Викимилектә |
Ул байканан, фланелдән һәм башҡа төр кизе-мамыҡ һәм йөн туҡымаларҙан етештерелгән.
Тарихынан
үҙгәртергә«Итек + сылғау» комплекты элек күп илдәрҙең армияларында файҙаланылған, әммә XX быуатта барыһы ла тиерлек «Хәрби ботинка + ойоҡбаш» комплектына күсә. Сылғауҙарҙан арыныу армияларҙа ошолай бара: ГДР-ҙа 1968 йылда, Финляндияла - 1990, Украинала - 2004 йылда. Рәсәй армияһында сылғау 2010-сы йылдарға тиклем ҡулланыла.Кирза итек ботинкаларға алмаштырыла (ә уны ойоҡбаш менән кейеү мөмкин булмай) һәм һалдаттар ойоҡбаш менән йөрөү мөмкинлеге ала[2].
Галерея
үҙгәртергә-
Духовщин 267-се пехота полкы.1916 йыл
-
Гореловтың «Хотят ли русские войны» тигән картинаһы. 1962 йыл. Һалдат сылғауын киптерә
-
Аяҡҡа уралған сылғау
Шулай уҡ ҡара
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ В ВС России портянки имеют установленный размер.
- ↑ Булгаков: портянок в российской армии больше нет | РИА Новости