Сидур
Сидду́р йәки сиду́р (йәһ. סידור, никудлы имләһендә סִדּוּר, уҡыу: [sı'ḑur] (Sidur, Сидур) ?) — йәһүҙилек доға китабы.
Сидурҙарҙың бер нисә нусах (доға традицияһы) бар (сефард, ашкеназ һ.б.).
Һәр көндә ҡулланыу өсөн һәм байрам көндәрендә ҡулланыу өсөн сидурҙар бар.
Хәҙерге диаспорала сығарылған сидурҙарҙа ике йәки өс текст сыға: йәһүд/арамей телендә доға тексы, был региондағы йәһүҙиҙәр араһында иң йыш ҡулланылған телгә тәржемәһе һәм (ғәҙәттә) был тел хәрефтәре менән яҙылған транслитерация.