Сигитас Зигмас Гяда (лит. Sigitas Zigmas Geda; 4 февраль 1943 йыл — 12 декабрь 2008 йыл) — Литва шағиры, драматург, эсселар яҙыусы, әҙәби тәнҡитсе, тәржемәсе; Литва ССР-ының дәүләт премияһы (1985), Литва милли премияһы (1994), Литва Республикаһы хөкүмәте премияһы (1997), Ятвяга премияһы (1997), Балтик академияһының премиялары лауреаты (1998).

Сигитас Гяда
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  СССР
 Литва
Тыуған көнө 4 февраль 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})[2]
Тыуған урыны Лаздий районы[d], Литва[3]
Вафат булған көнө 12 декабрь 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})[4][2] (65 йәш)
Вафат булған урыны Вильнюс, Литва
Ерләнгән урыны Антакальнис зыяраты[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле Литва теле
Һөнәр төрө лингвист, шағир, сәйәсмән, журналист, тәржемәсе, яҙыусы
Уҡыу йорто Вильнюс университеты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Патярай ауылында тыуған (хәҙерге Лаздияй районы). 1966 йылда Вильнюс дәүләт университетының литва филологияһы бүлеген тамамлай. Шул уҡ йылда уның тәүге шиғыр йыйынтығы сыға. 1967 йылда Литва Яҙыусылар союзына ҡабул ителә.

«Калба Вильнюс» („Kalba Vilnius“; «Вильнюс һөйләй») аҙналыҡ гәзите һәм «Мусу гамта» („Mūsų gamta“; «Беҙҙең тәбиғәт», 1967—1976) журналы редакцияларында эшләй. Үҙенең сәйәси ҡараштары өсөн эштән ҡыуылғас[5][6], балалар өсөн пьесалар, сценарийҙар, либретто, мәҡәләләр яҙа.

19881990 йылдарҙа (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 1988—1991 йылдарҙа[7]) Литва Яҙыусылар союзының яуаплы секретары була. Саюдис инициатив төркөмөндә ҡатнашыусы һәм уның әүҙем эшмәкәре. 1988—1990 йылдарҙа Саюдис Сеймы советы ағзаһы була. 1989—1990 йылдарҙа — СССР халыҡ депутаттары съезы һәм СССР Юғары Советы депутаттары съезы делегаты[7]

1992 йылда «Шяурес Атенай» („Šiaurės Atenai“; «Төньяҡ Афиналар») аҙналыҡ гәзитенең әҙәбиәт бүлеге мөхәррире була.

Вильнюста йәшәй. Төрлө әҙәби һәм мәҙәниәт өлкәһендәге премияларҙан тыш, Бөйөк Литва кенәзе Гядиминас орденының офицер тәреһе менән бүләкләнә (1998). Вафатынан алда суд тарафынан ҡыҙының һаулығына зыян килтереүҙә ғәйепле тип таныла[8]. Антакальнис зыяратында ерләнгән.

1959 йылдан шиғырҙарын баҫтыра башлай[7]. „Pėdos“ («Эҙҙәр») шиғырҙар дебют китабы 1966 йылда нәшер ителә. 1967 йылдан Литва Яҙыусылар союзы ағзаһы була. Ундан ашыу шиғыр һәм поэмалар, балалар өсөн шиғырҙар, бер нисә мәҡәләләр йыйынтығы, либреттолар авторы, Арунас Жебрюнастың Казис Боруттың «Балтарагис тирмәне» повесы буйынса «Шайтан килене» музыкаль фильмы сценарийының режиссеры (1974).

Саулюс Шальтянис менән берлектә «Коммунарҙар» пьесаһын ижад итә (1977 йылда ҡуйыла).

«Страздас» поэмаһы мотивтары (1967) һәм үҙенең либреттоһы буйынса опера ҡуйыла (1984). Сигитас Гяда либреттоһы буйынса Шекспирҙың «Ромео һәм Джульетта» рок-операһы ҡуйыла (К. Антанелис «Мөхәббәт һәм үлем Веронала», 1982; 1996).

„Varnėnas po mėnuliu“ («Ай аҫтындағы сыйырсыҡ», 1984) һайланма шиғырҙар һәм поэмалар китабы өсөн Литва ССР-ының дәүләт премияһына лайыҡ була (1985).

Тәржемләре

үҙгәртергә

Литва теленә "Йырҙар йыры"н тәржемә итә; китап Эдуардас Межелайтистың инеш һүҙе һәм Стасис Красаускастың иллюстрациялары менән сыға (1983). Корней Чуковский, Сергей Есенин, Иосиф Бродский, Марина Цветаева, Геннадий Айга, Пауль Целан, Георг Тракль, Иоганнес Бобровский, Артюр Рембо, Шарль Бодлер, Франсуа Вийон, Ғүмәр Хәйәм, Адам Мицкевич, Чеслав Милош, Новалистарҙың шиғырҙарын, „Vita nuova“ (Данте), Шекспирҙың сонеталарын, әрмән, венгр (Ласло Надь), грек һәм башҡа шағирҙарҙы тәржемә итә. Ҡөрьәндең ирекле тәржемәһетөрлө фекерҙәр тыуҙырҙы (2008).

Сигитас Гяданың шиғырҙар китаптары инглиз, латыш, немец, норвег, поляк, урыҫ һәм башҡа телдәргә тәржемә ителә. Гяданың шиғырҙарын урыҫ теленә Георгий Ефремов, Владимир Микушевич («Даугава» журналы, 1988[9]), Дмитрий Щедровицкий һәм башҡа шағирҙар тәржемә итәләр.

Баҫмалары

үҙгәртергә

Шиғыр һәм поэма китаптары

үҙгәртергә
  • Pėdos: eilėraščiai. Vilnius: Vaga, 1966.
  • Strazdas: poema. Vilnius: Vaga, 1967.
  • Užmigę žirgeliai: eilėraščiai. Vilnius: Vaga, 1970.
  • 26 rudens ir vasaros giesmės: eilėraščiai. Vilnius: Vaga, 1972.
  • Mėnulio žiedai: eilėraščiai. Vilnius: Vaga, 1977.
  • Baltojo Nieko dainelės: eilėraščiai. Vilnius: Vaga, 1977.
  • Mėlynas autobusiukas: eilėraščiai. Vilnius: Vaga, 1980.
  • Žydinti slyva Snaigyno ežere: eilėraščiai. Vilnius: Vaga, 1981.
  • Varnėnas po mėnuliu: eilėraščiai ir poemos. Vilnius: Vaga, 1984.
  • Vasara su peliuku Miku: eilėraščiai. Vilnius: Vaga, 1984.
  • Mamutų tėvynė: eilėraščiai ir poemos. Vilnius: Vaga, 1985.
  • Baltoji varnelė: eilėraščiai. Vilnius: Vyturys, 1985.
  • Praniukas pramaniūgas: trumpi ir ilgi eilėraščiai. Vilnius: Vyturys, 1986.
  • Žalio gintaro vėriniai: eilių romanas. Vilnius: Vaga, 1988.
  • Karalaitė ant svarstyklių: poemos ir eilėraščiai. Vilnius: Vyturys, 1989.
  • Septynių vasarų giesmės: eilėraščiai. Vilnius: Vaga, 1991.
  • Močiutės dainos: eilėraščiai. Vilnius: Vyturys, 1991.
  • Babilono atstatymas: eilėraščiai. Vilnius: Vaga, 1994.
  • Eilėraščiai: eilėraščiai. Vilnius: Baltos lankos, 1997.
  • Valkataujantis katinas: 101 eilėraštis vaikams. Vilnius: Lietuvos rašytojų sąjungos leidykla, 1997.
  • Jotvingių mišios: eilėraščiai. Vilnius: Andrena, 1997.
  • Gedimino valstybės fragmentas: eilėraščiai. Vilnius: Vyturys, 1997.
  • Skrynelė dvasioms pagauti: eilėraščiai. Vilnius: Vaga, 1998.
  • Valkataujantis katinas : eilėraščiai. Vilnius: Lietuvos rašytojų sąjungos leidykla, 1999.
  • Baltoji varnelė: eilėraščiai. 2-asis leidimas. Vilnius: Alma littera, 2000.
  • Sokratas kalbasi su vėju: eilėraščiai. Vilnius: Lietuvos rašytojų sąjungos leidykla, 2001.
  • Žiemos biopsija: eilėraščiai. Vilnius: Vaga, 2002.
  • Po aštuoniolikos metų: atsisveikinimas su Jabaniškėmis: eilėraščiai. Vilnius: Presvika, 2003.
  • Strazdelio dainos: vieno gyvenimo rinktinė. Vilnius: Kronta, 2005.
  • Testamentas mažai mergaitei: kai kas mažiems, kai kas ir…: 75 eilėraščiai. Vilnius: Trys žvaigždutės, 2006.
  • Aukso karietaitė: eilėraščiai vaikams. Vilnius: Kronta, 2006.
  • Miegantis Teodendronas: senieji jotvingių eilėraščiai. Vilnius: Lietuvos rašytojų sąjungos leidykla, 2006.

Урыҫ теленә тәржемәләр

үҙгәртергә
  • Скворец под луной: Стихотворения и поэмы. Москва : Советский писатель, 1989. 93, [1] с. ISBN 5-265-00824-1.
  • Гяда С. Ущербная Луна — осенняя богиня. Вильнюс: Вага, 1986. в пер. Ефремов Г. И., Щедровицкий Д. В.

Пьесалар

үҙгәртергә
  • Vieversėlis mergaitės Dainuojantis ir šokantis: 7 rinkinys pjesių. Vilnius: Vaga, 1981.

Эссеистика һәм проза

үҙгәртергә
  • Ežys ir Grigo ratai: žodžiai apie kitus. Vilnius: Vaga, 1989.
  • Man gražiausias klebonas — varnėnas: pokalbiai apie poeziją ir apie gyvenimą. Vilnius: Vyturys, 1998.
  • Žydintys lubinai piliakalnių fone: septynių vasarų dienoraščiai. Vilnius: Seimo leidykla, 1999.
  • Siužetą siūlau nušauti: esė rinkinys. Vilnius: Baltos lankos, 2002.
  • Adolėlio kalendoriai: dienoraščiai, gyvavaizdžiai, užrašai, tyrinėjimai. Vilnius: Lietuvos rašytojų sąjungos leidykla, 2003.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • «Шиғриәт яҙы» фестивале лауреаты (1982)
  • Литва ССР-ының дәүләт премияһы (1985)
  • Мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге Милли премияһы лауреаты (1994)
  • Ятвяга премияһы (1994)
  • «Ете йылдың йәйге йырҙары» („Septynių vasarų giesmės“) һәм «Вавилонды тергеҙеү» („Babilono atstatymas“) (1995) шиғри китаптары өсөн милли премияһы
  • Литва Республикаһы Хөкүмәтенең сәнғәт өлкәһендәге премияһы (1997)
  • 4-се дәрәжә Бөйөк Литва кенәзе Гядиминас ордены (1998)
  • Балтик ассамблеяһының һуңғы өс йыл эсендәге ижади метаморфозалары өсөн премия (1998)
  • «Ҡаласыҡ фонындағы сәскә атҡан люпин» китабы өсөн Габриэле Пяткявичайте премияһы (2000)
  • 2001 йылдың иң яҡшы китабы өсөн Литва яҙыусылар союзы премияһы (2002)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Record #116029636 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 2,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. выгрузка данных FreebaseGoogle.
  4. http://www.lrytas.lt/-12291012881227718968-p1-žmonės-mirė-rašytojas-s-geda-papildyta-interviu-su-kūrėju.htm
  5. Sigitas Geda (ингл.). Lithuanian Culture Institute. Lietuvos kultūros institutas. Дата обращения: 15 декабрь 2016. 2016 йыл 20 декабрь архивланған.
  6. Sigitas Geda (лит.). Rašyk.lt. KitoKs. Дата обращения: 15 декабрь 2016.
  7. 7,0 7,1 7,2 VLE
  8. Литовский поэт Сигитас Гяда сядет в тюрьму на три года // DELFI. — 10 октября 2008 г. 10:52
  9. Роспись журнала «Даугава» за 30 лет. 1977—2006 / Сост. А. Ракитянский, Б. Гехт, В. Авдонина, Ж. Эзит. — Рига: Даугава, 2007. — С. 60. — 136 с. — ISBN 9984-9730-8-5.
  • Гяда Сигитас // Литва. Краткая энциклопедия. — Вильнюс: Главная редакция энциклопедий, 1989. — С. 226. — 672 с. — 50 000 экз.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Dalia Satkauskytė. Geda (лит.). Visuotinė lietuvių enciklopedija. Mokslo ir enciklopedijų leidybos centras (20 август 2004). Дата обращения: 18 июнь 2018.