Сибәғәт (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Сибәғәт — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарҙа осрай.
Этимологияһы
үҙгәртергәСибәғәт исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән төҙ, буяу тигән мәғәнәләрҙе аңлатҡан мосолман ир-ат исеме[1].
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергәРахманғолов Сибәғәт Ғибат улы (4 март 1963 йыл) — башҡорт журналисы, йәмәғәтсе. «Ишембай телевидениеһы» автономлы муниципаль учреждение директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2021). Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2011).
Хабибуллин Сибағат Хабибула улы (1902 — 05.1976). тыуған Алағуз ауылы Ҡыйғы районы БАССР. 3-сө дәрәжә Дан ордены.Ҡыҙыл Йондоҙ Ордены . «Батырлыҡ өсөн» миҙалы. «Миҙал Хәрби хеҙмәттәре өсөн».
Аҡбирҙин Сибәғәт Ғәйнетдин улы 1904 — 24ноябрь 1942) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 294-се кавалерия полкының пулемёт взводы командиры. Лейтенант.
Яруллин Сибәғәт Әсҡәҙулла улы Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Фамилиялар
үҙгәртергәСибәғәтов Вәли Сибәғәт улы (1912 йыл — 2001 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой. Ике тапҡыр Ҡыҙыл Йондоҙ (1943,1945), II дәрәжә Ватан һуғышы (1944) ордендары кавалеры.
Сибәғәтов Мөхәмәтғәли Сәғит улы (1.01.1938), Хәйбулла районы «Таналыҡ» совхозының хеҙмәт ветераны, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған механизаторы.
Сибәғәтов Радик Ғәли улы (29.05.1934—6.05.2005), ғалим-тел белгесе, 1970—2005 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 1988 йылдан — татар филологияһы кафедраһы мөдире. Филология фәндәре докторы (1988), профессор (1990). Башҡортостан (1993) һәм Татарстан (2004) республикаларының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2002).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Кусимова Т. «Исемдәр донъяһында» 2021 йыл 8 сентябрь архивланған.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |