Сибай — тимер юл станцияһы (Рәсәй, Башҡортостан Республикаһы). Көньяҡ-Урал тимер юлында урынлашҡан, Силәбе төбәгенә ҡарай. Тамамланған туҡталыш. Электрлаштырылмаған биләмәлә урынлашҡан. Йөк-пассажирҙар тимер юлы тибына ҡарай. Вокзал бинаһына терәлеп торған түбән ултырыу урыны менән бер яҡ ситтә платформаһы бар. 1979 йылда Белорет — Ҡарламан тимер юл линияларын төҙөү тамамлана. Ошо уҡ йылда Өфө — Сибай поезы йөрөй башлай, ул бөгөнгө көнгә тиклем йөрөй.

Сибай
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Сибай
Хужаһы Көньяҡ Урал тимер юлы
Хеҙмәтләндереүсе Көньяҡ Урал тимер юлы
Рәсми асылыу датаһы 1954
Киләһе туҡталыш Альмухамедово[d]
Тимер юл һыҙаты Разъезд № 22 — Сибай[d]
Код станции 818302
Карта
 Сибай Викимилектә

Операциялары үҙгәртергә

  • Пассажирҙарға билет һатыу. Багаж ҡабул итеү, биреү.
  • Ваҡ ебәреүҙәрҙе, йөктәрҙе ҡабул итеү/биреү, (ябыҡ складтар).
  • Вагонлап һәм ваҡ ебәреүҙәрҙе ҡабул итеү/биреү (инә торған юлдар).
  • Йөктәрҙе универсаль контейнерҙарҙа ҡабул итеү/биреү (3-5 тонна).
  • Ваҡ йөк ебәреүҙәрҙе ҡабул итеү/биреү (асыҡ майҙансыҡтарҙа).

Пассажирҙар юлы үҙгәртергә

ОАО «Федераль пассажирҙар компанияһының» Куйбышев филиалы ойошторған 675/676 һанлы Өфө — Сибай пассажир поезы йөрөй. 6531/6532 һанлы Магнитогорск — Сибай ҡала яны поезы 2013 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлдән сыға.

Башҡорт Урал артының уртаса ашығыслыҡтағы планына ярашлы Сибай станцияһынан көньяҡҡа Көньяҡ-Урал тимер юлының Сара станцияһына тиклем тимер юл тармағын төҙөү планлаштырыла.

Ҡала транспорты үҙгәртергә

Ҡаланың төп транспорт үҙәге. Вокзалға йәмәғәт транспортының бөтә төрҙәре лә йөрөй: автобустар һәм маршрут таксиҙары. Шулай уҡ бәйләнеш ҡала-ара автобустары менән дә файҙаланырға мөмкин, сөнки автовокзал эргәлә, үҙәк сығыу урынынан һулда урынлашҡан.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә