Сету леэло
Сету леэло (эст. setu leelo) Эстонияның көньяҡ-көнсығышында йәшәгән сету халҡының традицион күп тауышлы халыҡ йырлауы стиле. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, сету леэло 1000 йылдан ашыу билдәле.
2009 йылда был йырлау стиле Европала ЮНЕСКО-ның матди булмаған бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелде[1].
Тасуирламаһы
үҙгәртергәСету леэлоға, беренсе сиратта, a cappella йырлау хас.
Бынан тыш, сету леэло солист менән хорҙың сиратлашып йырлауы менән характерлана: ғәҙәттә, солист башта ябай мотив йырлай, ә хор фраза аҙағында уға ҡушыла һәм ҡушымтаны ҡабатлай. Шулай уҡ солист импровизациялау хоҡуғына эйә. Ҡайһы бер йырҙарҙа хор солисттан әкренерәк, моңлораҡ һәм ритмик тотороҡлораҡ йырлай.
Йырҙарҙы башлыса ҡатын-ҡыҙҙар башҡара.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Seto Leelo, Seto polyphonic singing tradition . UNESCO. Дата обращения: 3 ноябрь 2012. Архивировано 5 ноябрь 2015 года.