Сергей Параджановтың йорт-музейы
Сергей Параджановтың йорт-музейы (әрм. Սերգեյ Փարաջանովի թանգարան) — Ереванда совет әрмән рәссамы һәм режиссеры Сергей Параджановҡа бағышланған музей. Ҡаланың иң популяр музейҙарының береһе[2]. Ул Параджанов тыуҙырған төрлө нәфис һәм әҙәби мираҫтан тупланған.
Сергей Параджановтың йорт-музейы | |
әрм. Սերգեյ Փարաջանովի թանգարան | |
Нигеҙләү датаһы | 1988 |
---|---|
Менеджер/директор | Завен Саргсян[d] |
Дәүләт | Әрмәнстан[1] |
Административ-территориаль берәмек | Ереван һәм Кентрон[d] |
Урын | Ереван |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Йылына инеүселәр һаны | 15 000 |
Мираҫ статусы | памятник культурного наследия в Армении[d][1] |
Адрес | Ձորագյուղ ազգագրական թաղամաս 15-16[1] |
Рәсми сайт | parajanovmuseum.am |
Указания, как добраться | Ձորագյուղ ազգագրական թաղամաս 15-16 |
Сергей Параджановтың йорт-музейы Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәМузейға 1988 йылда, Параджанов Ереванға күсеп килгәс нигеҙ һалына. Ул урынды һәм музей проектын үҙе һайлай (Еревандағы Дзогарюх этнография кварталы). 1988 йылда Спитактағы ер тетрәү һәм социаль-иҡтисади проблемалар һөҙөмтәһендә, музей 1991 йылдың июнендә генә, Параджанов вафат булғандан ҙуң бер йыл үткәс, асыла[3].
Музейға нигеҙ һалыусы һәм директоры Завен Саркисян. Бина Еревандың мәҙәни үҙәктәренең береһе булып тора, үҙенең күргәҙмәләре, мәғәләләре һәм почетлы ҡабул итеүҙәре (шул иҫәптән йыл һайын уҙғарылған Халыҡ-ара Ереван кинофестивале ҡунаҡтарының йыйылышы) менән билдәле. Музейҙа Пауло Коэльо, Вим Вендерс, Михаил Вартанов, Тонино Гуэрра, Энрика Антониони, Атом Эгоян, Никита Михалков, Владимир Путин, Александр Лукашенко, Евгений Евтушенко, Арнольд Рюйтель, Валдас Адамкус, Тарья Халонен, Дональд Кнут һәм башҡалар була.
Экспозицияһы
үҙгәртергәМузейтрадицион Кавказда традицион булған ике ҡатлы, ихаталы, ағас галереялы йортта урынлашҡан урынлашҡан. Музей коллекцияһы яҡынса 1400 экспонаттан торған, шул иҫәптән инсталляциялар, коллаждар, ассамбляждар, һүрәттәр, ҡурсаҡтар һәм эшләпәләр. Шулай уҡ Параджанов төрмәлә ижад иткән баҫтырылмаған сценарийҙар, либретто һәм башҡа төрлө сәнғәт әҫәрҙәре урын алған. Мәҫәлән, Лукьяновск төрмәһендә ултырғанда кефир шешәләре ҡапҡастарынан эшләнгән «талерҙар». Музей экспонаттары араһында ике мемрңориаль бүлмә, үҙенсәлекле плакаттар, фестивалдәр приздары, Федерико Феллини, Лили Брик, Андрей Тарковский, Михаил Вартанов һәм Юрий Никулиндың хаттары, Тонино Гуэрра, Владимир Путин һәм Роман Балаян («Ночь в музее Параджанова» фильмы авторы) кеүек билдәле шәхестәрҙең бүләктәре бар. Музей Параджановтың художество һәм экспозиция принциптарын файҙалана[4].
Музей 50 тирәһе, шул иҫәптән Канны, Афина, Токио, Мәскәү, Рим, Тегеран, Голливуд һ . б. урындарҙа күргәҙмә ойоштора.
Галерея
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 https://tools.wmflabs.org/heritage/api/api.php?action=search&format=json&srcountry=am&srlang=hy&srid=1.6/176 — 2017.
- ↑ Parajanov Museum 2016 йыл 29 декабрь архивланған.
- ↑ 20-летие музея Параджанова // Вести. Ru от 27 июля 2011
- ↑ Parajanov Museum 2016 йыл 3 март архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Официальный сайт 2020 йыл 26 ғинуар архивланған. (рус.)
- Sergei Parajanov Museum // parajanov.com (инг.)
- Sergei Parajanov Museum 2016 йыл 8 март архивланған. // museum.com (инг.)