Серб мосолмандар
Серб мосолмандар (рус. Сербы-мусульмане,сер. Срби муслимани / Srbi muslimani), (рус. также "сербы-магометане", сер. Srbi-muhamedanci) — ислам динен тотҡан этник сербтар төркөмө, илдә ислам динен тотҡан башҡа милләт вәкилдәре менән бер рәттән Сербия мосолмандары дини төркөмөнөң бер өлөшө булып тора.
Серб мосолмандар |
Терминды ҡулланыу
үҙгәртергәТерминды ҡулланыу өлкәләре:
- Этнография һәм тарих өлкәһендә (сағыштырма) ислам динен тотҡан этник серб ғаиләләрен тикшеренеүҙәр билдәләмәһе өсөн.
- Элекке Югославияла йәшәгән Сербия халҡынан ислам динен тотҡан кешеләрҙең үҙатамаһы.
- Серб төбәге Новопазарский Санджакта ислам динен тотҡан кешеләрҙең билдәләмәһе[1].
- Косово, Санджак һәм өлөшләтә Босния һәм Герцеговинала йәшәгән славян телле мосолмандар (серб милләтселәре ҡуллана, улар босняктарҙы һәм горандарҙы субэтностар тип иҫәпләй).
Тарихы
үҙгәртергәҠәҙимдәге йолаға эйәреп православие динен тотҡан сербтар тәүге тапҡыр ислам һәм уның йоғонтоһо менән XIV быуатта серб ерҙәренә төрөктәр һөжүмдәре башланғандан һуң осраша (яулап алыу 1371 йылда башлана һәм XVI быуат башына тиклем дауам итә). Был ваҡытта исламлашыуҙың беренсе тулҡыны үтә: ҡайһы бер төбәктәрҙә әҙерәк ислам динен ҡабул итеүселәр була. Серб мосолмандарҙың иң танылған вәкиле — серб тыумышлы һәм исемле Байо Ненадич, төрөксә Соколлы Мәхмәд Паша исеме менән билдәле (1506—1579), Ғосман империяһының Бөйөк вәзире (1565—1579).
Югославия Короллеге
үҙгәртергәГайрет
үҙгәртергә«Гайрет (инг.)баш.» ойошмаһы (1929 йылдан — Серб мосолмандарҙың мәҙәни йәмғиәте) 1903 йылда ойошторолған һәм Австро-Венгрияла (башлыса хәҙерге Босния һәм Герцеговина биләмәһендә йәшәгән)[2] бөтә славян мосолмандар араһында серблыҡ бөтөнлөгө идеяларын таратыу менән шөғөлләнгән. «Гайрет» Австро-Венгрияның славян мосолмандары — үҙ ғаиләләренең килеп сығышын һәм тамырҙарын хәтерләмәй торған сербтар тигән теория тарата[3]. Ул ваҡытта Босния мосолмандары араһында уларҙың килеп сығышы тураһында өс теория булған, һәм серб тамырҙары хаҡында теория Босния территорияһындағы мосолман йәмғиәтендә иң киң таралғандарының береһе булған. Ойошманы Бойондороҡһоҙ Хорватия дәүләте тыйған[4]: ойошманың һаҡланып ҡалған ағзалары югослав партизан коммунистарына йәки югослав четниктарына ҡушылғандар.
Беренсе донъя һуғышы
үҙгәртергәБеренсе донъя һуғышы йылдарында Сербия Короллеге Армияһында «серб» тип яҙылған бик күп мосолмандар хеҙмәт иткән. Уларҙың ҡайһы берҙәре Салоники фронтында алыштарҙа ҡатнаша, һәм архивтарҙа түбәндәге сербтарҙың исемдәре телгә алына: Авдо Хасанбегович (сер. Avdo Hasanbegović), Шукрия Куртович (сер. Šukrija Kurtović), Ибрагим Хаджимерович (сер. Ibrahim Hadžimerović), Фехим Мусакадич (сер. Fehim Musakadić), Хамид Кукич (сер. Hamid Kukić) һәм Решид Куртагич (сер. Rešid Kurtagić)[5] Австро-Венгрия армияһында һуғышҡан һәм сербтарға әсирлеккә эләккән Босния мосолмандары араһында шулай уҡ Боснияның яңы Югославия дәүләте составына инеүе яҡлылар ҙа булған: өҫтә телгә алынған Хасанбегович, Мусакадич, Кукич һәм Куртагичтан тыш, Азис Сарич (сер. Azis Sarić), Алия Джемиджич (сер. Alija Džemidžić), Асим Шеремета (сер. Asim Šeremeta) һәм Ибраһим Хаджиомерович (сер. Ibrahim Hadžiomerović) телгә алына[6].
Икенсе донъя һуғышы
үҙгәртергәМосолман сербтар Икенсе бөтә донъя һуғышында Иосип Броз Тито партизандары яғында ла, Көньяҡ ғәскәрҙәре яғында ла (четниктар) ҡатнаша. Ләкин четниктар рәтендә мосолмандар әллә ни күп булмай: иң танылған серб мосолмандарҙың береһе мосолман милли ойошмаһы (сер. Muslimanska narodna vojna organizacija) менән етәкселек иткән Исмәт Поповац була. Ойошма үҙенең резолюцияһында мосолмандарҙы «сербтарҙың айырылғыһыҙ өлөшө» тип атаған[7]. Шулай уҡ четниктар рәтендә Беренсе бөтә донъя ветераны Фәһим Мусакадич та булған[8].
ЮГОСЛАВИЯ
үҙгәртергә1948 йылда беренсе халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Социалистик Югославияла барлыҡ мосолмандар «серб мосолман», «хорват мосолман» йәки «аныҡланмаған» мосолман тип билдәләгән[9]. Һуңғыһы халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында иң таралған вариант була[10]. Шуға ҡарамаҫтан, ҡайһы бер мосолмандар үҙ тамырҙары тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләгән: яҙыусы Меша Селимович үҙенең серб тамырҙары тураһында әйткән[11].
Югославия һуғыштары
үҙгәртергәБосния һәм Герцеговинаның Босния ерҙәрен Югославия Союздаш Республикаһы составына индереү һәм унда йәшәүсе бошняктарҙы Югославия СР-ы граждандары итеп таныу өсөн тыныс бүленеш барышында Босния һәм Герцеговина федерацияһының буласаҡ президенты Эюп Ганич (инг.)баш., бошняктар — «ислам ҡабул иткән сербтар» тип раҫлап сығыш яһай. Серб демократик партияһы инициативаны хуплай, бошняктар сербтар менән яҡынайырға һәм Хорватияның Хәрби Көстәренә һәм хорват ҡораллы формированиеларына ҡаршы һуғышты дауам итергә тейеш, тип һанай[12]. Политолог Йоһен Һипплер 1994 йылда былай тип билдәләй: «Мосолмандар — башлыса милләте буйынса серб булып тора, хорваттар аҙыраҡ тәшкил итә, әммә был уларҙы — улар үҙҙәре кеүек булмаған өсөн генә — яҡташтары яғынан күпләп үлтерелеүҙән ҡотҡармай»[13]. Һуғыш йылдарында серб милләтселәре йыш ҡына Босния мосолмандары — башлыса серб, тик христиан диненән баш тартҡан сербтар, тип әйтеүсән була[14].
Халыҡ иҫәбен алыу
үҙгәртергәСербияла
үҙгәртергә1953 йылда Югославияла халыҡ иҫәбен алыу Сербия Халыҡ Республикаһы территорияһында дөйөм халыҡ иҫәбенән 0,4 процент этник сербтарҙың ислам динендә булыуын күрһәтә[15]. 2011 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, серб милләте вәкилдәренән 0,04 проценты мосолман тип иҫәпләнгән[16].
Ҡайһы бер вәкилдәре
үҙгәртергә- Авдо Карабегович (1878—1908), Босния яҙыусыһы[17]
- Осман Джикич (1879—1912), Босния яҙыусыһы[17]
- Смаил-ага Чемалович (1884—1945), Босния сәйәсмәне һәм публицист[18]
- Мухамед Мехмедбашич (1886—1943), Босния революционеры[19]
- Мустафа Голубич (1889—1941), четник, һуңғараҡ Югославия Коммунистик партияһы эшмәкәре[20]
- Смайо Ферович (1912-13), четник
- Хасан Ребац, яҙыусы
- Шукрия Куртович (1890—1973), яҙыусы
- Исмет Поповац (үл. 1943), Югославия ватаны ғәскәре четнигы
- Фехим Мусакадич (үл. 1943), Сербия Армияһы составында Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан, Югославия ватаны ғәскәре четнигы
- Мустафа Мулалич, Югославия ватаны ғәскәре четнигы
- Мустафа Пашич (үл. 1944), Югославия ватаны ғәскәре четнигы
- Алия Коньходжич, Югославия ватаны ғәскәре четнигы и яҙыусы
- Меша Селимович (1910—1982), Югославия яҙыусыһы
- Эмир Кустурица (1954 тыуған), серб кинорежиссёры ( 2005 йылда православиеға күскән)
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Nielsen, 2009, p. 213
- ↑ Allworth, 1994, p. 125
- ↑ Allworth, 1994, p. 126
- ↑ Greble, 2011, p. 121
- ↑ Mulalić, 1936, p. 172
- ↑ Istorijski glasnik, 1980, p. 113
- ↑ Redzic, Donia, 2004, p. 153
- ↑ Institut za istoriju, 1984, p. 100
- ↑ Friedman, 1996
- ↑ Muehlenbeck, 2012, p. 184
- ↑ Trbovich, 2008, p. 100
- ↑ Burg, Shoup, 2015, p. 341
- ↑ Hippler, 1994, p. 164
- ↑ Qureshi, Sells, 2003, p. 323
- ↑ Government of Serbia, 2014, p. 193
- ↑ Government of Serbia, 2014, p. 194
- ↑ 17,0 17,1 Stanojević et al., 1935, p. 90
- ↑ Ljubibratić, 1961, p. 95
- ↑ Konjhodžić, 1974, p. 381
- ↑ Vojska, 2002, p. 175