Серб йолалары
Серб йолалары — сербтарҙы башҡа халыҡтарҙан айырып тороусы йәшәйеш ҡанундары, йәмғиәт ҡанундарына бәйле эш-ҡылыҡтар тәртибе йыйылмаһы, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәр. Серб йолалары, славян йолаларына ҡарағанлыҡтан, үҙҙәрендә ҡайһы бер балҡан һәм фракий йолаларын үҙләштергәндәр. Дөйөм алғанда, серб йолаларының үҙенсәлеге — христиан диненә тиклемге күп һанлы йолалары булған серб православие сиркәүенең ҙур йоғонтоһонда. Шуға бәйле күп сербтар, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе сиркәүҙекенә һәм халыҡтыҡына бүлмәйенсә, уларҙы бер бөтөн итеп һанай.
Крестная Слава
үҙгәртергәСерб халҡының мәҙәни һәм дини тормошоноң үҙәк урындарының береһен Крестная Слава байрамы биләй. Сербтар был байрамды үҙҙәренең мәҙәниәтенең бер үҙенсәлеге тип иҫәпләй. Слава— изге ғаилә байрамы. Һәр ғаиләнең үҙенең изге ҡурсалаусыһы бар, был көн уларҙы хәтерләү көнө була. Изге ҡурсалаусы ғаилә башлығы — ата кешенән улдарына күсә бара. Ҡыҙҙар, ғаиләлә ҡалған осраҡта, ҡурсалаусыны мираҫҡа алалар. Кейәүгә сыҡҡан ҡатындар ирҙәренең изге ҡурсалаусыһын билдәләйҙәр.
Крестная Славаны бөтә серб халҡы изге Савва көнөндә билдәләй.
Серб соборы
үҙгәртергәХалыҡ, держава һәм сиркәү соборҙары — серб халҡының боронғо йолалары. Соборҙар йәмәғәт тормошоноң боронғо формаһы булған ҡәбиләләрҙең йыйылышынан барлыҡҡа килгән, тип һанала. Ҡасандыр держава соборҙары иң мөһимдәре булғандар. Держава соборҙарында король һайланған, дәүләт һәм сиркәү тәртиптәре раҫланған. Соборҙарҙа һуғыш һәм тыныслыҡ мәсьәләләре хәл ителгән. Душан батша дәүеренән алып соборҙы дәүләт ҡарарҙарын уҡыу өсөн йыя башлағандар.
Соборҙар байрам көнөндә йыйылған. Был көндө сиркәүҙәрҙә байрам хеҙмәте үткәрелгән, кешеләр үҙ-ара аралашҡан, яңылыҡтар менән уртаҡлашҡан, сауҙа иткән. Бындай соборҙар панаджур тип аталған. Панаджур бер-ике көндән алып ун-ун биш көнгә тиклем дауам иткән. Төрөк хакимлығы ваҡытында улар вашар, йәки сайам исеме менән атала башлағандар.
Задушницы
үҙгәртергәЗадушницы (сер. задушнице) — сербтарҙың халыҡ календарында үлгән кешеләрҙе иҫкә алыу көндәре.
Сербияла үлгән кешеләрҙе иҫкә алыу көнө булып шәмбе йәки йәкшәмбе көндәре иҫәпләнә. Иҫкә алыу йолалары йыш ҡына кискеһен башланып, киләһе көндөң таңында тамамлана[1].
Божич
үҙгәртергәБожич (сер. Божић, рус. Коляда, Рождество) Раштыуанан алып Крещениеға тиклем билдәләнгән байрамдар араһында үҙәк урынды биләй. Божич — сербтарҙың иң яратҡан байрамы. Байрамға күпкә алдан — ҡышҡы Николанан уҡ әҙерләнә башлайҙар. Божич алдынан Бадни дан (Сочельник) байрамын билдәләйҙәр.
Байрам көндө сербтар көнө буйы бер-береһен «Христос родился!» — «Воистину родился!» һүҙҙәре менән сәләмләйҙәр. Чесница бешерәләр. «Чесница» — өс инештән алынған һыуҙан, аҡ ондан бешерелгән йола икмәге. Серб теленән тәржемә иткәндә «чесница» һүҙе «бәхет өлөшө» («чест» — өлөш һәм «срећа» — бәхет) тигәнде аңлата. Чесница өлөштәргә бүленә һәм Раштыуа байрамына йыйылған ҡунаҡтарға таратыла. Көндөң икенсе өлөшө дуҫтар менән аралашыуға, йыр-бейеүгә бағышлана. Байрам өҫтәленең баш ризығы — шештә ҡыҙҙырылған сусҡа балаһы (сер. печеницапеченица).
Полазник
үҙгәртергәПолазник (сер. Полажајник) — Раштыуа иртәһендәге беренсе ҡунаҡ. Ҡунаҡ ниндәй — киләһе йыл да шундай буласаҡ, тигән ышаныу бар серб халҡында. Шуға ла Полазникка айырыуса иғтибар ҙур булған: уны «хоҙай ҡунағы» тип атағандар. Полазник килмәгән йортто бәхет урап үтә, тигән ышаныу бар.
Савиндан
үҙгәртергәСавиндан (рус. День святого Саввы) Сербияла 27 ғинуар көнө билдәләнә. Изге Савва — Серб православие сиркәүенә нигеҙ һалыусы, сербтар тарафынан иң ныҡ хөрмәтләнеүсе.
Васкрес
үҙгәртергәВаскрес (сер. Васкрс, Ускрс, ВеликденВаскрс, Ускрс, Великден, рус. Пасха, Велик день) боронғо христиан байрамы булып иҫәпләнә, әммә үҙендә христианлыҡҡа тиклем элементтарҙы һаҡлай.
Серб Пасхаһының төп символы — буялған йомортҡалар. Уларҙы бер-береһенә бүләк итәләр, ҡунаҡтарҙы һыйлайҙар.
Джурджевдан
үҙгәртергәДжурджевдан (сер. Ђурђевдан, рус. Юрьев день) йәйҙең беренсе көнө булараҡ билдәләнә.
Был көндө күп кенә аҙыҡтарға һалынған табу юҡҡа сығарыла.
Был көндө төрлө дарыу үләндәрен йыйғандар, ысыҡ менән дауаланғандар. Был көн төрлө юрауҙар менән бәйле.
Сербтарҙа ҡайһы бер райондарҙа ошоға тиклем ҡыҙҙар төркөмө («кралица») өй буйлап йөрөп, өй хужаларына бәхет һәм һаулыҡ теләгәндәр[2].
Додола
үҙгәртергәДодола — яҙ-йәй осоронда ямғыр саҡырыу йолаһы, шулай уҡ был йолала ҡатнашыусы үҙәк персонаж[3]. Йоланың төп персонажы — атаһы үлгәдән тыуған етем ҡыҙ.Йола башҡарыусылар өй буйлап йөрөйҙәр, йыр-бейеүҙәр башҡаралар. Өй хужалары төп ҡатнашыусыны һыу менән ҡойондоралар.Ҡайһы берҙә, ямғырға оҡшатып, һыуҙы иләк аша ҡоялар. «Додола», һыуҙы күберәк сәсрәтеү өсөн тиря-яғына әйләнә.
Видовдан
үҙгәртергәВидовдан — Сербияның төп милли байрамы, 28 июнь көнө билдәләнә.
Сербтарҙа Витаны изгеләштереү мәжүсилек осоронан килә. Уны борсаҡ ямғыр яуҙырыусы дүрт изгенең береһе тип һанайҙар. Ышаныуҙар буйынса, Видов көнөндә ҡояш ҡышҡа табан борола. Халыҡ этимологияһы буйынса Вита (Вида) исеме уның күүҙе һауыҡтырыу һәләте менән бәйләнгән[4][5].
Был көн алдынан себтар «Крийес» тип аталған (сер. криjecкриjec), изге ут тоҡандыралар. Крес, кресины — ҡояштың йәйгә табан боролоуы"[6].
Запис
үҙгәртергәСербтарҙа «төп» ауыл ағасын хөрмәтләү йолаһы бар. Ул «запис» тип атала. «Запис» урындағы изге урын тип иҫәпләнгән. Ул халыҡты һәм сәсеүлектәрҙе йәшендән, борсаҡ ямғырҙан һаҡлаған, уңыш килтерә, тип иҫәпләнгән. Был ағас янында йыл һайын доғалар уҡылған, тәре ҡуйылған, ҡорбанға бәрәс килтерелгән.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Виноградова, Толстая, 1999, с. 248248
- ↑ Одежда сербов. Общественная и семейная жизнь. Народы Зарубежной Европы 2017 йыл 27 апрель архивланған. (lib7.com)]
- ↑ Плотникова, 1999, с. 100100
- ↑ Йовчева, 2006, с. 1717
- ↑ Ajdačić
- ↑ Афанасьев, т. 3, 1995
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Афанасьев А. Н. Поэтические воззрения славян на природу. — М.: Современный писатель, 1995. — Т. 3. — 416 с. — ISBN 5-265-03309-2.
- Задушницы / Виноградова Л. Н., Толстая С. М. // Славянские древности: Этнолингвистический словарь : в 5 т. / под общ. ред. Н. И. Толстого; Институт славяноведения РАН. — М. : Межд. отношения, 1999. — Т. 2: Д (Давать) — К (Крошки). — С. 248. — ISBN 5-7133-0982-7.
- Йовчева М. Святой Вит в древнеславянской книжности // Древняя Русь. Вопросы медиевистики. — 2006. — № 4 (26). — С. 10–19.
- Додола / Плотникова А. А. // Славянские древности: Этнолингвистический словарь : в 5 т. / под общ. ред. Н. И. Толстого; Институт славяноведения РАН. — М. : Межд. отношения, 1999. — Т. 2: Д (Давать) — К (Крошки). — С. 100—103. — ISBN 5-7133-0982-7.
- Ajdačić Dejan. Specijalizacija svetaca u folkloru pravoslavnih Slovena (билдәһеҙ). Антропологиjа и етнологиjа. Проjекат Растко (2000-2001). Дата обращения: 25 декабрь 2012. Архивировано 30 ғинуар 2013 года.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Национальная культура сербского народа (proza.ru)