Коливо
Коливо (канун; грек. κόλλυβα; укр. коливо; сер. кољиво; болг. коливо, варено жито; рум. colivă; Ҡалып:Lang-chu) – православ сиркәүҙәрендә мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу блюдоһы. Уның бөтөн бойҙайҙан (һирәк осраҡта арпа) йәки башҡа төрлө ярманан бешерелгән бутҡа булыуы мөмкин. Ҡайһы бер урындарҙа уның өҫтөнә шәкәр һибелгән йә бал һалынған дөгө, икенсе бер ерҙә борсаҡ, ә Румынияның ҡайһылыр ерҙәрендә бойҙай икмәге булыуы ла ихтимал. Коливо мәрхүмде ерләгәндән һуң табынға тәүге блюдо итеп бирелә. Тағы ла Бөйөк пост ваҡытында коливоны (кутья) сиркәүгә килтереү ғәҙәте лә бар [1]. Был көндө изге Феодор Тиронға ғибәҙәт ҡылғандан һуң, кутьяға ла фатиха бирелә. Мәрхүмде иҫкә алыу байрамы Бөйөк постың тәүге шәмбеһендә уҙғарыла [2].
Исеме
үҙгәртергәБлюдоның исеме боронғолоҡ менән бәйләнгән [3] мәрхүмдәрҙе бойҙай һәм емеш менән иҫкә алыу бүләге «kolibo»[4], грек теленән «бешкән бойҙай» булараҡ тәржемә ителә[5].
Рецебы
үҙгәртергәКоливо бешкән (парҙа) бойҙай ярмаһынан йәки арпанан әҙерләнә. Хәҙерге ваҡытта, ҡайһы бер осраҡтарҙа дөгөнән, йөҙөмдән дә, ә поляктар йәшәгән һул яҡ ярҙа борсаҡтан, ҡарабойҙайҙан да бешерелә. Коливо әҙерләүҙең рецебы тулыһынса тиерлек кутья әҙерләү рецебы менән тап килә, тик коливо артыҡ шәкәрле түгел.
Традиция
үҙгәртергәЯрманан йәки емештән мәрхүмдәрҙе ерләү блюдоһы әҙерләү ғәҙәте Боронғо Грецияла уҡ билдәле була. Уның тағы ла боронғораҡ блюдо булыуы тураһында ла фараздар бар. Византия ваҡытында ул Κόλλυβα тип атала һәм беҙҙең көндәргә тиклем бер үҙгәрешһеҙ һаҡланып ҡала.
Шулай уҡ, Русьҡа христиандарҙың коливо әҙерләү ғәҙәте христиан динен индергәндән һуң, православ сиркәүе аша килеп инә, тигән фекерҙәр ҙә бар. Феодор Тирон баҙарҙа мәжүсиләр тарафынан бысратылған, хурланған ризыҡ һатып алмаҫҡа, ә уны өйҙәге бал һәм бойҙай запастарынан бешерергә кәңәш итә. Шунан алып, коливо православ христиандарының ерләү блюдоһы булып китә [6]. Көнсығыш славяндарҙың ерләү һәм мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу табынында коливо (кутья, канун), аҙаҡ ҡоймаҡ, баллы кеҫәл, ҡурылған йомортҡа һәм бутҡа биреү ҡаралған. Белорустар Дмитриев шәмбеһенән һуң төнөн тәҙрәнән сығарып таҫтамал элә һәм мәрхүмдәр өсөн тәҙрә төбөнә коливо, ҡоймаҡ ҡуя [7]. Коливо әҙерләүҙән тыш, иҫкә алыу табынына яңы икмәк бешереү ғәҙәте лә бар. Тик уны ғәҙәттәгесә бысаҡ менән телмәйҙәр, ә ҡул менән һындыралар. Ҡайһы бер ваҡыттарҙа мәрхүмдәр өсөн өҫтәлгә йәки икона аҫтына айырым ҡалаҡ һалалар.
Православиела әһәмиәте
үҙгәртергәБойҙай мәрхүмдәрҙең яңынан тыуыуының киләсәген символлаштыра; бал йәки шәкәр – киләсәк ғүмер ләззәте [8].
Канун
үҙгәртергәКану́н мәғәнәһе коливоны ғына түгел, ә мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу эсемлеген дә аңлата. [9].
Коливо йәки кутьяны түбәндәге осраҡтарҙа христиан сиркәүенә килтерәләр:
- Хоҙай байрамдарына һәм изгеләр иҫтәлегенә арнап.
- Мәрхүмдәр иҫтәлегенә.
- Бөйөк пост ваҡытында Феодор Тирон иҫтәлегенә.
Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу өсөн коливоны (кутья) сиркәүгә алып килеп изгеләндерәләр һәм һуңынан уны үҙҙәре ашай йәки күршеләргә, фәҡирҙәргә таратып бирәләр. Коливоны шулай уҡ мәрхүмдәр үлгәндең бер йыллығына, ата-әсәләрҙе иҫкә алыу көнөндә лә бешерәләр. Ғәҙәттә, коливо табынға тәүге блюдо итеп бирелә. Уға айырым соус һауыттарында мәктән, грек, урман сәтләүегенән йәки уларҙың икеһен бергә ҡушып, ҡайһы бер осраҡтарҙа миндалдән эшләнгән майһыҙ һөт (сочиво) бирәләр
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәКоливо Викимилектә |
- Кутья — көнсығыш славяндарҙың мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу табынына ҡуйыла торған ризыҡ.
- Сочиво
- Культ предков
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Кутия, коливо // «Азбука веры», православный интернет-портал.
- ↑ ВЕЛИКОМУЧЕНИК ФЕОДОР ТИРОН // Православие.Ru.
- ↑ Коливо . Азбука Християнства.
- ↑ София Фарах. Нисек итеп кутья, сочиво йәки коливо әҙерләргә . lady.ТСН.ua (5 ғинуар 2014).
- ↑ Коливо . Открытая православная энциклопедия «Древо».
- ↑ Великомученик Феодор Тирон . Православие.RU.
- ↑ Валенцова, 2004, с. 70
- ↑ Покровский Д. Коливо 2016 йыл 12 май архивланған. // Словарь церковных терминов.
- ↑ Полный церковнославянский словарь (Протоиерей Г. Дьяченко), стр. 244
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Кутья / Валенцова М. М. // Славянские древности: Этнолингвистический словарь : в 5 т. / Под общей ред. Н. И. Толстого; Институт славяноведения РАН. — М. : Международные отношения, 2004. — Т. 3: К (Круг) — П (Перепелка). — С. 69–71. — ISBN 5-7133-1207-0.
- Жайворонок В. В. Знаки української етнокультури: Словник-довідник. — К.: Довіра, 2006. (укр.)
- Зеленин Д. К. Восточнославянская этнография. — М.: Наука, 1991.
- Таланчук О. М. Українознавство. Усна народна творчість. — К.: Либідь, 1998. (укр.)
- Тихомиров Е. Загробная жизнь или последняя участь человека. — СПб., 1995.