Серб Республикаһы халыҡ һәм университет китапханаһы
Серб Республикаһы халыҡ һәм университет китапханаһы (сер. Народна и универзитетска библиотека Републике Српске — Серб Республикаһының Баня-Лука ҡалаһында, Йәһүд урамындағы 30-сы йортта урынлашҡан милли китапхана. Баня-Лука Университеты структураһына инә. Серб республикаһы китапханасылары Ассоциацияһы штаб-фатиры.
Серб Республикаһы халыҡ һәм университет китапханаһы | |
сер. Народна и универзитетска библиотека Републике Српске | |
| |
44°46′10″ с. ш. 17°11′29″ в. д.[[Категория:Билдәһеҙ илдәр|Босния һәм Герцеговина]_type:landmark H]GЯO | |
Тип |
милли фәнни халыҡ өсөн асыҡ китапхана |
---|---|
Адресы |
Баня-Лука, Йәһүд урамы, 30 |
Нигеҙләнгән |
1936 йылдың 26 апреле |
Фонд | |
Фонд йыйынтығы |
китаптар, журналдар, гәзиттәр, фәнни эштәр, тауыш яҙмалары, мәғлүмәттәр базаһы, картографик баҫмалар, һыҙмалар, һүрәттәр, ҡулъяҙмалар |
Хеҙмәтләндереү | |
Башҡа мәғлүмәт | |
Директор |
Наталья Милакович |
- | |
Веб-сайт | |
Серб Республикаһы халыҡ һәм университет китапханаһы Викимилектә | |
Тарихы
үҙгәртергәБаня-Лукала китапхана булдырыу күптән инде өлгөрөп еткән мәсьәлә була, сөнки 1935 йылға тиклем ҡалала ошондай бер генә йорт та булмай. Врбас бановинаһы хакимиәте һәм урындағы муниципалитет китапхана ойоштороу тураһында ҡарар сығара. 1936 йылдың 26 апрелендә, Петр I Карагеоргиевич хөрмәтенә, король Петр I Бөйөк Азат итеүсе Милли китапханаһы исеме аҫтында китапхананы рәсми рәүештә асыу тантанаһы үтә. Һуңынан исеме бер нисә тапҡыр үҙгәрә, шулай, 1980—1999 йылдар арауығында, китапхана билдәле серб драматургы һәм яҙыусыһы Петар Кочич исемен йөрөтә. 1999 йылдың 7 декабрендәге Серб Республикаһы Хөкүмәте ҡарары нигеҙендә китапхана хәҙерге исемен ала — Серб Республикаһы Халыҡ һәм университет китапханаһы.
2012 йылдың апрелендә Сербияның Милли китапханаһы менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла. Килешеү шарттары буйынса учреждениелар уникаль Сербия мәҙәни һәм рухи мираҫының һаҡланышын тәьмин итергә йөкләмә ала. Протокол, баҫмалар менән алмашыуҙы, халыҡ-ара һәм милли әһәмиәттәге проекттарҙа берлектә ҡатнашыуҙы, күҙ уңында тота[1].
Эшмәкәрлеге һәм структураһы
үҙгәртергәКитапхана серб халҡы өсөн ҡиммәттәргә эйә булған баҫма йәки икенсе ысул менән яҙылған материалдарҙы, уларҙың сығышына ҡарамай, йыйыу, эшкәртеү, файҙаланыу һәм һаҡлауҙы үҙенең бурысы итеп ҡуя. Ойошма эшмәкәрлеге милли һәм мәҙәни мираҫты һаҡлау һәм Серб Республикаһының милли үҙенсәлектәрен раҫлауға йүнәлтелгән. Китапхана бер нисә махсус бүлектәргә бүленгән, улар араһында нәшриәт эшмәкәрлеге һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлеге, һанлаштырыу үҙәге, археографик библиография бүлеге, махсус уҡыу залдары, ваҡытлы баҫмалар бүлеге, балалар әҙәбиәте бүлеге, китапхана материалдарын эшкәртеү һәм комплектлау бүлеге һ. б. бар.
2012 йылда Мәскәүҙәге Серб Республикаһы вәкиллеге ярҙамында, китапханала «Рус донъяһы» фонды үҙәге асыла. Уның янында балалар һәм өлкәндәр өсөн рус теле курстары, урыҫ киноһын яратыусылар клубы ойошторола. Был клуб сиктәрендә билдәле совет һәм Рәсәй режиссерҙарының фильмдарын күрһәтеү ойошторола. Бында серб энтузиастарынан йыйылған «Александр Невский» урыҫ хоры урынлашҡан[2][3].
Филателистикала
үҙгәртергә2011 йылдың 17 майында Серб Республикаһы Почтаһы китапхананың 75 йыллыҡ юбилейына арналған «Серб Республикаһы халыҡ һәм университет китапханаһына 75 йыл» исемле иҫтәлекле маркаһын сығара. Марканың тиражы 15 мең экземпляр тәшкил итә, нигеҙҙә китапхананың үҙенең бинаһында таратыла[4].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ НУБ РС и Народна библиотека Србије јачају сарадњу (билдәһеҙ). Радио-телевизија Републике Српске (2012-4-26). Дата обращения: 26 октябрь 2016.
- ↑ Первое выступление русского хора в Баня-Луке . Россия, Сербия, славянский мир (5 ғинуар 2014). Дата обращения: 23 март 2016.
- ↑ Наташа Палавестра. Балканская русистика . Литературная газета (24 декабрь 2015). Дата обращения: 23 март 2016.
- ↑ Промовисана поштанска марка НУБ-а РС, РТРС (17. 5. 2011.).