Серафимовка нефть ятҡылығы

Серафимовка нефть ятҡылығы 1949 йылда асыла. Ятҡылыҡтың майҙаны 36 мең гектар. Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы территорияһында урынлашҡан.

Серафимовка нефть ятҡылығы
54°24′ с. ш. 53°36′ в. д.HGЯO
Страна
РФ субъектыБашҡортостан Республикаһы
Тарихы
Асылған йылы1949 йыл 
Добыча
Балансовые запасы нефти147 млн т 
Рәсәй
Красная точка
Серафимовка нефть ятҡылығы
Башҡортостан Республикаһы
Красная точка
Серафимовка нефть ятҡылығы

1949 йылдан эшкәртелә башлай һәм 289 скважина быраулана. Ятҡылыҡта 123 нефть ятҡылығы асыҡланған.

Ятҡылыҡтың тасуирламаһы

үҙгәртергә

Серафимовка ятҡылығы запастары Көньяҡ Татар көмбәҙенең төньяҡ-көнбайыш киңлектәге антиклиналь ҡалҡыулығына тура килә а[1].

Ятыштары көмбәҙле, структуралы, структуралы-литологик. Бобрик горизонтының терриген ҡатламдарында, турней ярусында, фамен ярусының карбонатлы ултырмаларында нефть бар. Нефть яҡынса яҡынса 330 м тәрәнлектә ята. Девондың терриген ҡатламдарының тәрәнлеге 1730 метр самаһы. Серафимовка ятҡылығының төп запастары (96,8 %) девон терриген ҡатламдарында ята.

Нефть уртаса сифатлы (тығыҙлығы 0,777—0,866 г/см3), түбән йәбешкәклекле (2 МПа•с), әҙ көкөртлө (яҡынса 1,5 %), парафинлы, газлы (60 м3/т). Уртаса дебиты тәүлегенә 1,04 т — 417,9 т тәшкил итә[1].

«Башнефть» акционерҙар нефть компанияһының «Башнефть—Өфө» филиалы үҙләштерә. 606 скважина бырауланған, 73 миллион тоннанан ашыу нефть сығарылған[1].

Запастарҙың 60 проценттан ашыуы сығарылған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Серафимовка нефть ятҡылығы(недоступная ссылка) // Башҡорт энциклопедияһы
  • Проектирование разработки крупных нефтяных месторождений, Сатаров М. М. и др., — Москва, Недра. 1969
  • Нефтяные и газовые месторождения СССР в двух книгах. /Под ред. С. П. Максимова. М: Недра. 1987. Т. 1. С. 42, 57, 105, 210

Һылтанмалар

үҙгәртергә