Семёнов Владимир Геннадьевич

Семенов Владимир Геннадьевич (15 июль 1960 йыл; Иҫке Тепловка, Быҙаулыҡ районы, Ырымбур өлкәһе, СССР) — Рәсәй тыуған яҡты өйрәнеүсеһе һәм хәрби тарихсыһы. Тарих фәндәре кандидаты, Ырымбур дәүләт педагогия университетының Ватан тарихы һәм социаль-сәйәси теориялар кафедраһы доценты. Көньяҡ Урал һәм Ырымбур казак ғәскәренең хәрби тарихы буйынса бер нисә ғилми мәҡәлә һәм монография авторы.

Семёнов Владимир Геннадьевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 15 июль 1960({{padleft:1960|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (63 йәш)
Тыуған урыны Быҙаулыҡ районы, Ырымбур өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны Ырымбур дәүләт педагогия университеты
Уҡыу йорто Ырымбур дәүләт педагогия университеты
Ғилми дәрәжә тарих фәндәре кандидаты[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Владимир Геннадьевич Семенов 1960 йылда Ырымбур өлкәһенең Быҙаулыҡ районы Иҫке Тепловка ауылында тыуа. Совет армияһында хеҙмәт иткәндән һуң Ырымбур дәүләт педагогия институтының тарих-филология факультетын тамамлай (1986). 1986—1989 йылдарҙа ауыл мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй.

1989 йылда Ырымбур педагогия университетында уҡыта. 2003 йылда тарих фәндәре кандидаты дәрәжәһенә дәғүә итеү өсөн «Оренбургское казачье войско в годы Первой Мировой войны, 1914—1917 гг.» темаһы буйынса диссертация яҡлай. Ырымбур казак йәмғиәте архив комиссияһының рәйестәше булып тора.[1].

Бер нисә монографиянан тыш ғилми журналдарҙа һәм йыйынтыҡтарҙа баҫылып сыҡҡан күп һанлы мәҡәләләр авторы булып тора. Шулай уҡ энциклопедия өсөн «Башҡорттарҙың хәрби тарихы» мәҡәләһен төҙөй. 1990 йылда Ырымбур казак ғәскәре офицерҙары тураһында мәғлүмәттәр йыя. 2003 йылда Уралда Аҡтар хәрәкәтенә арналған Силәбеләге конференцияла Мәскәү тарихсыһы А. В. Ганин менән берлектә Ырымбур казак ғәскәре офицерҙары тураһында бик күп биографик материалдар туплай[1].

Ырымбур казактарының Рус-япон[2] һәм Беренсе бөтә донъя һуғышында[3] ҡатнашыуы проблемаларын фәнни дәрәҗәлә ентекләп ҡараған беренсе кеше була.

Төп библиография үҙгәртергә

  • Семёнов В. Г. Кавалеры ордена Святого Георгия Оренбургского казачьего войска. — Оренбург, 1992.
  • Ганин А. В., Семёнов В. Г. Офицерский корпус Оренбургского казачьего войска. 1891—1945: Биографический справочник. — М.: Русский путь, 2007. — 676 с. — ISBN 978-5-85887-259-7.
  • Семёнов В. Г. Дополнение к биографическому справочнику «Офицерский корпус Оренбургского казачьего войска. 1891—1945». — Оренбург: Димур, 2009. — 80 с. — ISBN 978-5-7689-0221-6.
  • Семёнов В. Г., Семёнова В. П. Губернаторы Оренбургского края. — Оренбург: Кн. изд-во им. Г. П. Донковцева, 2014. — 446 с. — ISBN 978-5-88788-217-8.
  • Семёнов В. Г., Семёнова В. П. Таналык: крепость, станица, село. — Оренбург: Кн. изд-во им. Г. П. Донковцева, 2015. — 558 с. — ISBN 978-5-88788-219-2.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Мялова О. Возвращение офицерского корпуса // Вечерний Оренбург. — Оренбург, 4 марта 2008. — № 10.
  2. Ганин А. В. «Зажглась кровавая заря…». Оренбургские казаки в русско-японской войне Русско-японская война 1904—1905. Взгляд через столетие: Международный исторический сборник Под ред. О. Р. Айрапетова. — М.: Три квадрата, 2004. — С. 249. — ISBN 5-94607-038-X.
  3. Ганин А. В. Оренбургское казачье войско в конце XIX — начале XX вв. (1891—1917 гг.). — М.: МГУ им. Ломоносова, 2006. — С. 5, 7.

Һылтанмалар үҙгәртергә