Семёновка (Ҡариҙел районы)
Семеновка — Башҡорт АССР-ының Ҡариҙел районы Раздолье ауыл Советы составындағы 1986 йылда бөтөрөлгән ауыл. Хәҙерге Урғыш ауыл Советы биләмәһендә урынлашҡан.
Семёновка | |
Дәүләт | СССР |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ҡариҙел районы |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 12 декабрь 1986 |
Тарихы
үҙгәртергәСеменовка утар булараҡ барлыҡҡа килгән. 1814 йылда беренсе тапҡыр «законһыҙ рәүештә билдәһеҙ кешеләр» тереклек итә тип телгә алына. Шул ваҡытта утар эргәһендә майҙаны 3930 дисәтинә ерҙе Һундар улусының Байҡы түбәһе башҡорттары полковник Алексей Ермолаевҡа 600 һумға һаталар. 1917 йылға тиклем рәсми рәүештә ундай исемле ауыл булмай. 1917 йылда Байҡы улусы утарында 30 хужалыҡ теркәлә, унда 207 урыҫ һәм 2 украин йәшәй. 3 йылдан утар ауыл булып китә, унда 33 хужалыҡта 184 кеше иҫәпләнә.
1952 йылда Семеновка ауылы Байҡыбаш районының Расстреляев ауыл Советына ингән. Ауыл район үҙәге Байҡыбаш ауылынан 15 км, ауыл Советы үҙәге Расстреляево (Раздолье) ауылынан 5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Семеновка ауылына яҡын тораҡ пункттар: Раздолье (ауыл Советы үҙәге), Оло Әмзә, Кадрик, Мырҙа ауылдары.
Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1986 йылдың 12 декабрендәге «Ҡайһы бер тораҡ пункттарҙы иҫәп мәғлүмәтенән сығарыу тураһында» 6-2/396 номерлы указы менән иҫәп мәғлүмәтенән төшөрөлә[1].
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное деление Башкирской АССР (на 1 июня 1952 г.). — Башкирское книжное издательство, Уфа, 1953. C.31
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Об исключении из учетных данных некоторых населённых пунктов . Дата обращения: 13 май 2019. Архивировано 30 сентябрь 2018 года. 2018 йыл 30 сентябрь архивланған.