Семикаракорск үҙәк китапханаһы
Семикаракорск үҙәк китапханаһы — Ростов өлкәһе Семикоракорск ҡалаһы китапханаһы. 1938 йылда асылған.
МБУК Семикаракорский районы Виталий Александрович Закруткин исемендәге "МҮБ" | |
Адресы | |
---|---|
Нигеҙләнгән | |
Фонд | |
Фонд күләме |
Китап фонды 66635 экз.тәшкил итә (2016) |
Хеҙмәтләндереү | |
Башҡа мәғлүмәт | |
Директор |
Белокур Ирина Викторовна |
- | |
Адрес: 346630, Ростов өлкәһе, Семикаракорский районы, Семикаракорск ҡалаһы, 4-се тыҡрыҡ, 17.
Тарих
үҙгәртергә1870-се йылдарҙа тәүге тапҡыр Семикаракорская станицаһы китапханаһы телгә алына. Статистик мәғлүмәттәрҙә станицала 1 станица сиркәү — мәхәллә училищеһы, 5 эсеү йорто, 2 сиркәү, бер 225 дана китаплы китапхана бар тип әйтелә. Китапхананың икенсе тапҡыр телгә алыныуы станицала «Ҡыҙыл Октябрь» балыҡсылар артеле төҙөлөү менән бәйле. Ул саҡта колхоз идараһы элекке кулак йортонда урынлашҡан (хәҙер унда рыбколхоз контораһы). Был йорттоң бер бүлмәһендә китапханаға урын бирелгән.
1938 йылда Семикаракорская станицаһында рәсми рәүештә китапхана асыла.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡала китапханаһы мәҙәниәт йортоноң икенсе ҡатында урынлашҡан. Призывной пункт һәм күсмә госпиталдә китапхана бүлектәре асылған. Китап һәм «Һин фронт өсөн нимә эшләнең», «Ватанды һаҡлау — һинең изге бурысың» гәзит витриналары әҙәбиәт менән таныштырыу маҡсатында ҡулланыла. Һуғыштан һуңғы йылда китапхана ҡала советы бинаһына күсә һәм административ бинаның подвалында эшләй. Китапханасылар яңы китапхана бинаһы тураһында уйланалар. 1952 йылда Ленин урамындағы Мәҙәниәт йорто янында китапханабинаһы төҙөлә.
1967 йылда китапхана бинаһы иҫкерә һәм ваҡытлыса ММС бинаһына, ә һуңынан — типография бинаһының ярым подвалына күсә. Был ваҡытта балалар китапханаһы Көнкүреш комбинаты бинаһында эшләй.
1977 йылда район советы халыҡ депутаттары башҡарма комитеты 12-се бойороғона ярашлы Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы барлыҡҡа килә. ХХ быуаттың 80-се йылдарында китапханала уҡыусылар менән әүҙем эшләү методтары ҡулланыла башлай. Китапхана китаптарҙың премьераларын ойоштора, "түңәрәк өҫтәл"артында әңгәмәләр, ҡыҙыҡһыныу буйынса клубтар, һәүәҫкәрҙәр берекмәләре, файҙалы кәңәштәр сәғәте, мәғлүмәттәр сәғәте, уҡыусы бенефисы һ. б. үткәрелә.
1986 йылдағы РСФСР Министрҙар Советы бойороғона ярашлы, Ростов өлкәһе Семикаракорский районы үҙәк китапханаһына 1986 йылдың 12 мартында Дон яҙыусыһы Виталий Александрович Закруткин исеме бирелә.
Хәҙерге ваҡытта китапханала Интернет хеҙмәте менән файҙаланырға мөмкин, китапхана ара абонемент буйынса китаптар заказ итеп уҡырға, мәҡәләләр баҫтырырға була. Китап фонды 66635 дана тәшкил итә, китап уҡыусылар һаны 2016 йылдың 1 ғинуарынан — 8943 кеше. Ирина Викторовна Белокур китапхана директоры булып тора[1].
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Сведения о библиотечном строительстве. Госархив Ростовской области. ф. п. 2443. оп. 2. д. 5193.
- Сведения о работающих районных библиотеках Ростовской области на 1 июня 1943 года. Госархив Ростовской области. ф. р. 4045 оп. 1. д. 80.
- Сведения о состоянии библиотечной работы. Госархив Ростовской области. ф. р. 3737 оп. 2. д. 261.