«Селтик Парк» (ингл.  Celtic Park) — Шотландияла Глазго ҡалаһындағы футбол стадионы. «Селтик» футбол клубының үҙ майҙаны. Һыйҙырышлығы буйынса Шотландияла «Маррифилд» клубынан һуң икенсе стадион.

Селтик Парк
Нигеҙләү датаһы 20 август 1892
Рәсем
Спорт төрө Футбол
Дәүләт  Бөйөк Британия
Административ-территориаль берәмек Глазго-Сити[d]
Историческое графство Ланаркшир[d]
Урын Parkhead[d]
Хужаһы Селтик[d]
Тип покрытия газон[d]
Архитектор Перси Джонсон-Маршалл[d]
Рәсми асылыу датаһы 1892
Обитатель Селтик[d]
Һыйым 60 355
Карта
 Селтик Парк Викимилектә

Тарихы үҙгәртергә

Үҙенсәлекле стадион 1888 йылда волонтёрҙар төркөмө тарафынан төҙөлгән. 1888 йылдың 28 майында «Рейнджерс» командаһына ҡаршы тәүге уйынын үткәрә, унда «Селтик» 5:2. иҫәбе менән еңә. Киләһе өс йыл дауамында «Селтик» яңы стадион төҙөргә ҡарар итә. сөнки йыллыҡ рентаһы £50 алып £450 тиклем арта. Яңы стадион 1892 йылда файҙаланылмаған кирбес заводы урынында иҫке стадион ҡаршыһында төҙөлә. Стадионды асыу тантанаһында ҡатнашҡан журналист был ваҡиғаны «зыяраттан ожмахҡа күсеү» тип тасуирлай, ошо ваҡыттан алып уның ҡушаматы «Paradise» була. Төп трибунанын бөтә Бөйөк Британияла егерменән ашыу стадион проектлаған Арчибальд Литч төҙөй.

1938 йылда «Рейнджерс» командаһы менән беренсе дивизион матчында рекордлы килеү теркәлә — уйынға 92 975 кеше килә. 90-сы йылдарҙа «Хэмпден Парк» стадионындағы реконструкция ваҡытында «Селтик Парк» бер нисә кубок финалдары өсөн майҙансыҡ булып хеҙмәт итә, уларҙың һуңғыһы 1998 йылда үтә. Стадион шулай уҡ бер нисә тапҡыр Шотландияның милли йыйылмаһы командаһы уйындары өсөн файҙаланыла, һуңғы матч Евро 2008 һайлау циклын үткәреү сиктәрендә 2006 йылда уҙа.

 
Стадиондың панорамалы күренеше

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә


Һылтанмалар үҙгәртергә