Секем
Секем (ингл. SEKEM), «Секем» инициативаһы (ингл. Sekem initiative) — күп профилле мысыр холдингы, социаль эшҡыуарлыҡ принциптарын тормошҡа ашыра, нигеҙҙә илдең ауыл хужалығында эш итә[1][2][4].
Секем | |
Тип |
шәхси компания |
---|---|
Нигеҙләнгән | |
Уранлашыуы | |
Төп фигуралар |
Ибраһим Әбүләйеш (ингл. Ibrahim Abouleish) |
Продукция |
ауыл хужалығы |
Хеҙмәткәрҙәр һаны | |
Булендек компаниялар |
7 коммерция һәм бер нисә коммерцияһыҙ (2014)[2] |
Сайт | |
2014 йылға ҡарата 7 коммерция һәм бер нисә коммерцияға ҡарамаған ойошманы берләштерә, уларҙа 2 000-дән ашыу кеше эшләй[1][2][3].
Компанияны Ибраһим Әбүләйеш (ингл. Ibrahim Abouleish) ойошторған, хужаһы һәм етәксеһе лә ул[1][4].
Компания социаль эшҡыуарлыҡтың классик кейстарының береһенә әүерелә һәм был өлкәләге «ҡатнаш коммерция ойошмаһы» тип классификациялана[1][2][3][4][5]. «Секем» «Швабтың социаль эшҡыуарлыҡ фонды» ярҙамын ала[3][6].
Эшмәкәрлеге
үҙгәртергәКүп профилле «Секем» холдингы финанс уңышына өлгәшкән бер нисә компаниянан тора, улар йәмғиәттең социаль һәм мәҙәни мәсьәләләрен хәл итеүгә, шулай уҡ Мысыр йәмғиәтенең үҫешенә үҙ өлөшөн индерергә тырыша[4].
«Секем» холдингы эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре[4]:
- Иҡтисад.
- Төп компания һәм ауыл хужалығы компаниялары/предприятиелары.
- Төп компания инвестициялай һәм бурысҡа аҡса бирә, ойоштороу эштәрен алып бара, маркетинг стратегияһын, кеше ресурстары һәм «Секем» фәлсәфәһенә тап килгән ҡиммәттәр менән эште тормошҡа ашыра. Бүлендек компаниялар органик аҙыҡ-түлек, мамыҡ, туҡыма һәм шифалы үләндәр етештерә[2].
- Мәҙәниәт.
- Мысыр культуралы ер эшкәртеү биодинамик ассоциацияһы (ингл. The Egyptian Biodynamic Association (EBDA)), «Секем» үҫеш фонды (ингл. The SEKEM Development Foundation´s (SDF)), Мысыр мәҙәни үҫеш йәмғиәте (ингл. Egiptian Siciety for Cultural Development (SCD))[1], дәүләттеке булмаған, коммерцияға ҡарамаған «Хелиополис» университеты (ингл. Heliopolis University).
- Һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге программаларҙы тормошҡа ашыра.
- Социаль.
- «Секем» (ингл. The Cooperative of SEKEM Employees (CSE)) хеҙмәткәрҙәре кооперативы.
- Үҙ ағзаларының социаль ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлтелгән.
Тарихы
үҙгәртергә"Секем"дың ойоштороусыһы Ибраһим Әбүләйеш (ингл. Ibrahim Abouleish) 20 йыл буйы ғаиләһе менән Австрияла йәшәй, шунан ватаны Мысырға ҡайтырға була[1]. Ул илендә иҡтисадтың артта ҡалғанлығын, социаль проблемалар күплеген күрә[1].
1977 йылда Ибраһим Әбүләйеш «ерҙе һәм кешеләрҙе сәләмәтләндереү» маҡсатында социаль венчур предприятиеһы ойошторорға ҡарар итә[1][2][7].
Компанияның исеменә әйләнгән «Секем» тигән һүҙ йәшәү һәләтен — ҡояштан алынған көс-ҡеүәтте — аңлатҡан иероглифтың транслитерацияһы булып тора[3][8].
Тәүге ауыл хужалығы предприятиеһы «Секем» Ҡаһирәнән төньяҡ-көнсығышҡа ҡарай сүлдәге 70 акр ерҙә ойошторола[8].
Эшҡыуар үҫемлектәрҙе һәм тәмләткестәрҙе, шулай уҡ шифалы һәм хуш еҫле үләндәрҙе биодинамик үҫтереү менән шөғөлләнә башлай[1][2]. Органик культивация тупраҡтың уңдырышлылығын күтәрә, боҙолоуына юл ҡуймай, үҫемлектәр төрлөлөгөн арттыра һәм эшкәртеп булмай торған ҡалдыҡтарҙы булдырмай, тигән шарттарға нигеҙләнә[3]. Шулай итеп, ошо ысулдарҙы файҙаланып алынған продукттарҙы һатырға, эшкәртергә йә культивация барышында ҡабат тотонорға була, һөҙөмтәлә тотороҡло һәм үҙ аллы хужалыҡ хасил була[3].
Пестицидтар ҡулланыуҙан баш тартыу һәм биодинамик культивацияға өҫтөнлөк биреү арҡаһында «Секем» тупраҡ уңдырышлылығын күтәрә, был Мысырҙағы ауыр иҡтисади хәлде яҡшыртыуға өлөш индерә[1][4].
Башта «Секем» компанияһы етештергән аҙыҡ-түлек һәм медикаменттар нигеҙҙә экспортлана[3].
Тиҙҙән «Секем» илдә һәм донъяла химик ашламалар файҙаланмайынса тәбиғи продукттар етештереүсе, шулай уҡ билдәле фитофармацевтик предприятие булараҡ танылыу яулай[1]. Компания сауҙаһының 55%-тан ашыуы эске баҙарға тап килә[3].
2005 йылға «Секем» Мысырҙағы 2000-дән ашыу фермерҙан һәм күп һанлы партнёр ойошмаларҙан торған селтәр хасил итә һәм тәжрибәһен, белемдәрен башҡа илдәр, шул иҫәптән Һиндостан, Фәләстин, Сенегал, Төркиә һәм Көньяҡ Африка, менән уртаҡлаша башлай.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 1,10 1,11 Ангелина Горбунова. Пять мифов о социальном предпринимательстве . Частный Корреспондент (14 декабрь 2014). Дата обращения: 29 апрель 2015. 2015 йыл 28 апрель архивланған.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 2,7 Джоанна Мэйр и Кейт Гэнли Социальное предпринимательство: инновации для устойчивого развития (рус.). — 2010. — С. 109-120. Печатается по: Johanna Mair and Kate Ganly Social Entrepreneurs: Innovating Toward Sustainability (инг.) // Worldwatch Institute State of the World 2010: Transforming Cultures. From Consumerism to Sustainabilit. — New Yor: W.W. Norton & Company, 2010. — С. 103-109.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 3,6 3,7 3,8 Инга Пагава. Фонд Шваба: лучшие практики . Новый Бизнес (12 февраль 2008). Дата обращения: 29 апрель 2015.
- ↑ "The Sekem Initiative" 2006 йыл 20 май архивланған., IESE Business School case study.
- ↑ Ibrahim Abouleish (ингл.). Schwab Foundation. Дата обращения: 29 апрель 2015. 2016 йыл 26 ғинуар архивланған.
- ↑ В некоторых 2016 йыл 4 март архивланған. источниках: «согреть землю и людей».
- ↑ 8,0 8,1 Ibrahim Abouleish (нем.). chemie.de. Дата обращения: 22 апрель 2015.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Рәсми сайт: SEKEM.