Сейәле‑Әтәс яланғаслыҡтары
Сейәле‑Әтәс яланғаслыҡтары — плиоцен дәүере балыҡтарының һөлдәләре һәм балсыҡлы һәүерташтарҙың Сейәле‑Әтәс яланғаслыҡтары Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының 1965 йылдың 17 авгусындағы 465-се ҡарары менән Башҡортостандың махсус һаҡланыусы төбәк тәбиғәт биләмәһе тип иғлан ителә[1].
Сейәле‑Әтәс яланғаслыҡтары | |
---|---|
урыҫ Чуй-Атасевские обнажения | |
Төп мәғлүмәт | |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 1965 |
Урынлашыуы | |
55°39′42″ с. ш. 54°32′12″ в. д.HGЯO | |
Тасуирламаһы
үҙгәртергәПлиоцен дәүере балыҡтарының һөлдәләре менән балсыҡлы һәүерташтарҙың Сейәле-Әтәс яланғаслыҡтары — геологик, палеонтологик, стратиграфик тәбиғәт ҡомартҡыһы.
Илеш районы Сейәле-Әтәс ауылынан төньяҡҡа табан 1 км алыҫлыҡта Ағиҙел йылғаһының һул ҡушылдығы Баҙы йылғаһы үҙәнендә урынлашҡан. Неогендың квартер һәм селек ярусы эоплейстоцен ултырмалары суйындар горизонтының терәк геологик киҫелеше булып тора; дөйөм ҡеүәте — 21 м. Составында ҡомташ һәм ҡырсынташ булған төрлө төҫтәге балсыҡтарҙан тора. Ултырмаларҙа сельдь һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған плиоцен дәүерендәге балыҡ эҙҙәре табылған. Уларҙы тәүге тапҡыр Ф. Н. Чернышёв тасуирлаған (1887), Г. В. Вахрушев өйрәнгән (1923).
Майҙаны — 22,5 га[2].
Сейәле‑Әтәс яланғаслыҡтары участкаһы балсыҡлы, йыш ҡына урманһыҙ, Сейәле‑Әтәс һәм Марино ауылдары араһында Баҙы йылғаһының һул яры буйлап яҡынса 1,5 километрға һуҙыла. Киҫелеш башлыса составында төрлө төҫтәге ҡомло һәм эзбизле балсыҡтан ғибәрәт. Бында дүртенсел йәштәге эоплейстоцен ултырмаларының эталон стратотипик киҫелеше айырып күрһәтелгән. Һыуҙың межа-ара кимәленән 27 м бейеклектә урынлашҡан киҫелештәрҙә академик Л. С. Берг сельдь һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған яҡшы һаҡланған балыҡ эҙҙәре билдәләнә. Балыҡтар 8-ҙән алып 23 см тиклем оҙонлоҡта, 2,5 — 6,5 см киңлектә булған. Был балыҡтарҙың хәҙерге төрҙәштәре Ҡара һәм Каспий диңгеҙҙәрендә йәшәй. Киҫелештең башҡа ҡатламдарында сөсө һыуҙа йәшәй торған моллюскылар табылған.
Тәбиғәт ҡомартҡыһы Баҙы йылғаһының һул яры буйлап төньяҡ киңлегенең 55°40’54,34", көнсығыш оҙонлоғоноң 54°30’45,32", төньяҡ киңлегенең 55°40’15,18", көнсығыш оҙонлоғоноң 54°31’40,24" координаталар менән һыу киҫелешенән 150 метр киңлектәге битләү проекцияһы булған нөктәләр араһындағы сиктә ята[3];
Эшмәкәрлектең һәм тәбиғәтте файҙаланыуҙың тыйылған төрҙәре
үҙгәртергә- төҙөлөш материалдарын сығарыу;
- битләүҙәрҙе террасалау;
- ағас ҡырҡыу (санитар ҡырҡыуҙан башҡа);
- мал көтөү;
- төҙөлөш эштәре;
- һыу баҫыу;
- битләү эрозияһына һәм киҫелеште юҡҡа сығарырлыҡ хужалыҡ эшмәкәрлеге.[3]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Информационно-поисковая система Уникальные геологические объекты России (геологические памятники природы). http://www.geomem.ru/ 2023 йыл 16 ғинуар архивланған.
С Семилеткин, Е Бодрякова, Е Борковая, З Крусанова, И Логачева, ЮП Ненашев, В Папчинская, О Ренева, Е Школьникова и др Федеральное государственное унитарное предприятие «Всероссийский научно-исследовательский геологический институт им. А. П. Карпинского» (ФГУП «ВСЕГЕИ»)
- Сводный список особо охраняемых природных территорий Российской Федерации (справочник). Часть II. Потапова НА, Назырова РИ, Забелина НМ, Исаева-Петрова ЛС, Коротков ВН, Очагов ДМ М.: ВНИИприроды (2006) : 364
- Реестр особо охраняемых природных территорий Республики Башкортостан отв ред АА Мулдашев
Уфа, Издательский центр «МедиаПринт» (издание второе) (2010) : 413
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Сейәле‑Әтәс яланғаслыҡтары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Чуй Атасевские обнажения глинистых сланцев с отпечатками плиоценовых рыб . — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ») (рус.).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Сейәле‑Әтәс яланғаслыҡтары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Сейәле‑Әтәс яланғаслыҡтары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 3,0 3,1 Чуй Атасевские обнажения глинистых сланцев с отпечатками плиоценовых рыб . — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ») (рус.).