Северьянова Анна Алексеевна

Северьянова Анна Алексеевна (19081969) — СССР-ҙың комсомол йәштәре һәм пионерҙар хәрәкәтенең совет эшмәкәре, ВЛКСМ Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Ленин исемендәге Бөтә союз пионерҙар ойошмаһының Үҙәк Комитеты рәйесе (1928—1931), «Трехгорная мануфактура» комбинаты директоры.

Северьянова Анна Алексеевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 1908
Тыуған урыны Мәскәү, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1969
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы КПСС-тың XIX съезы[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Северьянова Анна Алексеевна 1908 йылда Мәскәүҙә эшселәр ғаиләһендә тыуа. Урта белем ала, 1924 йылда «Туршелк» фабрикаһында үҙалы хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. 1923 йылда комсомол сафына инә, 1927 йылда — ВКП(б) ағзаһы, ВЛКСМ-дың Хамовнический район комитеты бүлеге мөдире була.

20 йәшендә ВЛКСМ-дың VIII съезында ВЛКСМ Үҙәк Комитеты ағзаһы итеп һайлана һәм Бөтә Союз пионер ойошмаһы Үҙәк комитеты рәйесе вазифаһын биләй.

1931 йылда Ивановоға эшкә ебәрелә, унда ВЛКСМ өлкә комитеты секретары итеп һайлана. 1932—1933 йылдарҙа ВКП(б) Үҙәк Комитеты ҡарамағандағы марксизм—ленинизм курстарында уҡый. 1933 йылдан «Трехгорная мануфактура»ла партком секретары була. 1937 йылдан Халыҡ Комиссарҙары советы ҡарамағындағы Спорткомитет мәктәптәренең өлкән инспекторы булып күсә.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Ленинградҡа китә һәм унда НКГБ-ның 4-се идаралығына йүнәлтмә ала. 1943 йыл Мәскәүгә саҡыртып алына һәм Измайлово итеп иләү-туҡыу фабрикаһы директоры итеп тәғәйенләнә. 1946 йылда «Трехгорная мануфактура» директоры була.

1955 йылдан еңел сәнәғәт министры урынбаҫары, бер үк ваҡытта хеҙмәт һәм эш хаҡы буйынса дәүләт комитеты ағзаһы.

ВКП(б)-ның XIX съезы делегаты (1952).

1969 йылдың майында вафат була.

Наградалары һәм хәтер

үҙгәртергә
  • Өс Ленин ордены менән бүләкләнә. Мәскәүҙең Пресненск районындағы бер урам уның исемен йөрөтә.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә