Төньяҡ Ер

Төньяҡ Боҙло океандағы архипелаг
(Северная Земля битенән йүнәлтелде)

Төньяҡ Ер (1926 йылға тиклемге атамаһы — Император Николай II Ере) — Төньяҡ Боҙло океандағы архипелаг. Административ бүленеш буйынса Красноярск крайының Таймыр (Долган-Ненец) муниципаль районына инә.

Төньяҡ Ер
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Николай II
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Красноярск крайы
Сәғәт бүлкәте UTC+4:00[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Төньяҡ Боҙло океан
Халыҡ һаны 0 кеше (2014)
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 965 метр
Асыу датаһы 1913
Майҙан 37 000 км²
Урынлашыу картаһы
Карта
 Төньяҡ Ер Викимилектә

Архипелаг майҙаны 37 мең км² тирәһе. Архипелагта кеше йәшәмәй.

 
Исследование островов Гидрографической экспедицией 1913 г.

Архипелаг 1913 йылдың 4 сентябрендә Борис Вилькицкий етәкселегендәге гидрографик экспедиция (1910—1915) тарафынан асылған. Башта экспедиция ағзалары уға «Тайвай» (экспедиция боҙватҡыстары: «Таймыр» һәм "Вайгач"тың тәүге ижегенән алып) тигән атама бирә.

«Император Николай II Ере» тигән рәсми атама архипелагҡа 1914 йылдың 10 (23) ғинуарында бирелә (диңгеҙ министрының[1] № 14 номерлы фарманы).

Кем башлап бындай тәҡдим индергәне билдәһеҙ. Шулай ҙа Борис Вилькицкийҙың был фарман яҡлы (№ 14 номерлы фарман сыҡҡанға тиклем дә, унан һуң ике тиҫтә йыл үткәс тә[2][3][4]) булғаны билдәле.

Башта архипелаг бер утрау икән тип уйлайҙар.

Сергей Ушаковтың 1930 йылдарҙағы экспедицияһы архипелагта ентекле тикшереү үткәрә.

Экспедиция составына радист Василий Ходов һәм Яңы ер сәнәғәтсеһе Сергей Журавлёв инә.

Ғилми етәксе геолог Николай Урванцев була. Яҡынса 11 мең квадрат километр үтеп, 26.700 км² майҙанда инструменталь төшөрөү үткәреп, архипелагтың тәүге теүәл картаһын төҙөйҙәр.

1926 йылдың 11 ғинуарында Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты Президиумы үҙенең 186-се ҡарары менән «Император Николай II Ере» тигән атаманы «Төньяҡ Ер» тигәнгә алмаштыра. Ә "Император Николай II Ере « „Кесе Таймыр“ (Цесаревич Алексей утрауы) һәм „Старокадомский“ утрауҙар төркөмөнә „Таймыр архипелагы“ тип исем бирә.

Һуңынан, 19311933 йылдарҙа, архипелаг составында тағын утрауҙар барлығын асыҡлай. Утрауҙар башлап асыусы совет тикшерененеүселәре Николай Урванцев һәм Ушаков Георгий тарафынан Пионер, Комсомолец, Большевик, Октябрь революцияһы, Шмидт тигән атама ала. Архипелагтың үҙен иң ҙур утрауы исеме менән нарыҡлайҙар.

Урынлашыуы

үҙгәртергә

Төньяҡ Ер Төньяҡ Боҙло океандың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан.

Көнбайыштан архипелаг ярҙарын Кара диңгеҙе һыуҙары йыуа. Көнсығыштан Лаптевтар диңгеҙе сикләй.

Красноярск крайының континенталь өлөшөнән Төньяҡ Ер 130 километр оҙонлоғондағы Вилькицкий боғаҙы айырып тора.

Боғаҙҙың киңлеге иң тар ерендә (Челюскин мороно менән Большевик утрауы ярҙары янындағы Транзе утрауының көньяҡ осо араһы) — 56 км.

Материктан иң алыҫ нөктә — Шмидт утрауындағы Земляной мороно. Ул Таймыр ярымутрауынан 470 километр алыҫлыҡта ята.

Утрауҙарҙың иң төньяҡ нөктәһе — Комсомолец утрауындағы (төньяҡ киңлектең 81° 16' 22.92») Арктика мороны. Унан Төньяҡ полюсҡа тиклем 990,7 км. Шуға ла, был морон арктик экспедицийлар[5] өсөн старт урыны булып хеҙиәт итә.

Иң көньяҡ нөктә — Большевик утрауындағы (төньяҡ киңлектең 77° 55' 11.21") Неупокоев мороно.

Иң көнбайыш нөктә — Шмидт утрауындағы (көнсығыш оҙонлоҡтың 90° 4' 42.95") исемһеҙ мороно.

Иң көнсығыш нөктә — Кесе Таймыр утрауындағы (көнсығыш оҙонлоҡтың 107° 45' 55.67") База мороны районында. Төньяҡ һәм көньяҡ нөктәләре араһы — 380 километр. ә көнбайышынан көнсығыш нөктәһенә тиклем арауыҡ — 404 километр.

Төньяҡ Ерҙең 47 проценты (17,5 мең км²) майҙаны боҙлоҡ менән ҡапланған. Яр һыҙатының 14 проценты тирәһе боҙлоҡтарға тура килә. Ул ярҙар бик текә һәм 30 метр[6] бейеклеккә етә.

Архипелагта бөтәһе 20 ҙур боҙлоҡ бар. Утрауҙарҙағы максималь бейеклек: Октябрь Революцияһы утрауында — 965 , Большевик утрауында — 935, Комсомолец утрауында — 781, Пионер утрауында — 382, Шмидт утрауында 315 метр.

Заман ҡоролмалары ярҙамында асыҡланған был күрһәткестәр тәүге карталарҙа бирелгәненән ныҡ айырыла.

Иң күп боҙлоҡтар Октябрь Революцияһы утрауында (7). Унан һуң Большевик утрауында — 6, Комсомолец утрауында — 4, Пионер утрауында — 2, Шмидт утрауында берәү. Был утрауҙарҙағы боҙлоҡтар барыһы ла көмбәҙгә оҡшаған түбәле, бирләүҙәре һөҙәк. Текә урындары боҙлоҡтарҙың итәгендә генә осрай.

Боҙлоҡтар диңгеҙгә сыҡҡан ерҙәр йыш ҡына айсбергтар яһалыусы урын да булып торалар. Иң әүҙем айсберг яһала торған урын булып Комсомолец утрауындағы Фәндәр Академияһы боҙлоғоның көнсығыш (Кренкель бухтаһы) һәм көньяҡ яры тора.

Шулай уҡ Октябрь революцияһы утрауындағы Матусевич фьорд районының Русанов боҙлоғо ла айсбертарҙың күпләп яһала торған урыны.

Айсбергтар яһалып тороу арҡаһында яр һыҙаты йыл эсендә бер километр тирәһенә үҙгәреп тора.

Айсбергтарҙың оҙонлоғо, ғәҙәттә, ике километрҙан ашыу түгел. Шулай ҙа 1953 йылда теркәлгән бер айсбергтың оҙонлоғо 12 км булған, киңлеге 4 километрға еткән.

Утрауҙарҙың боҙ япмаған өлөштәрен күп һанлы таш һибелмәләре биләй. Большевик утрауында улар майҙандың өстән бер өлөшөнә етә яҙа[6].

Төньяҡ Ерҙең яңы эшләнгән карталарында бығаса билдәле булмаған күл һәм йылғалар системаһы теркәлгән.

Архипелагтың туғыҙ йылғаһының оҙонлоғо 20 километрҙан ашыу. Шуларҙан Комсомолец утрауында: Озёрная — 64 һәм Ушакова — 58 километр оҙонлоҡта. Большевик утрауында 50 километр самаһы оҙонлоҡтағы Тора һәм 45 километр оҙонлоҡтағы Скалистая йылғалары аға . Төньяҡ Ерҙең йылғалары шаршылы һәм ярһыу. Миҙгелгә һәм һауа торошо үҙгәреүенә ҡарап, киңлектәре һәм тәрәнлектәре төрлөсә була. Йәй уртаһында, көслө итеп ҡар иреү башланыу менән улар ифрат тулы һыулы булып китәләр. Башҡа ваҡытта улар 1 м тәрәнлектән уҙмай. Йылғалар сентябрҙән июлгәсә тиклем боҙ менән ҡапланған була.

Күлдәр үтә ҙурҙан түгел. Күбеһенең майҙаны 3 км² артмай тиерлек. Иң ҙур күл — Спартаковский. Большевиктар утрауында урынлашҡан. Майҙаны яҡынса — 60 км².

Утрауҙарҙа арктик диңгеҙ климаты Уртаса йыллыҡ температура −14 °C[7]. Минималь температура ҡышын −47 °C. Йыш ҡына көслө дауыллы елдәр 40 м/сек[8]-ҡа етә.

Йәйен иң юғары температура +6,2 °C-ҡа тиклем күтәрелә. Ғинуарҙа уртаса температура −28-тан −30 °С-ҡа тиклем, июлдә 0-дән 2 °C араһында тирбәлә[9].

Йыллыҡ яуым-төшөм 200 мм -ҙан 500-гә тиклем. Башлыса йәйгә тура килә. Августа улар максимумға етә. Өҫтәүенә, яуым-төшөмдөң күп өлөшө Төньяҡ Ерҙең төньяҡ-көнбайыш өлөшөнә тура килә. 15 см тәрәнлектә мәңгелек боҙлоҡ ята.

Оҙайлы поляр төндәре осоронда көслө йылылыҡ нурланышы һөҙөмтәһендә юғалтыуҙар бик ҙур. Шуға күрә был ваҡытта ер өҫтөндә температура (октябрҙән мартҡа тиклем аралыҡта) бик түбән; мәҫәлән, ғинуарҙа — мартта уртаса температура −31,2 °C -тан −31,8 °C тирәһендә тирбәлә. Арктик һауа утрауҙар тапҡырында көслөрәк һыуына.

Үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы

үҙгәртергә

Архипелаг утрауҙарының боҙҙан азат участкаларын да ла, үҫемлектәр донъяһы байҙан түгел. Большевиктар утрауы биләмәләрендә , арктик тундра алып торған майҙан 10%-тан үтмәй. Алыҫ төньяҡҡа киткән һайын был күрһәткес кәмей бара. Октябрь Революцияһы утрауында тундраға бары тик 5 % кенә тура килә.

Комсомолец утрауында, ғөмүмән, үҫемлектәр бөтөнләй юҡ. Бында продуценттарҙың төп өлөшөн, башлыса лишайниктар, үҫемлектәрҙән мүктәр генә тәшкил итә. Сәскәлеләрҙән бары — төлкөғойроҡ, , поляр мәк, таштишәр, крупка (әүернә сәскәлеләр ғәиләһенән) генә осрай. Урман юҡ.

Утрауҙың хайуандар донъяһы байыраҡ. Ҡоштарҙан поляр өкө, көйөлдө, аҡбаш турғай, аҡ аҡсарлаҡ[10], алһыу аҡсарлаҡ, диңгеҙ аҡсарлаҡтары, аңрағош, бургомистр, моевка, эяла (морянка) һәм сарлаҡ тереклек итә. Һирәгерәк гага, гагара, аҡ куропатка, көмөш аҡсарлаҡ һәм һәнәк ҡойроҡ аҡсарлаҡ (вилохвостая чайка) осрай.

Һөтимәрҙәрҙән аҡ айыу, материктан инеүсе ҡырағай төньяҡ боланы, аҡ төлкө, бүре, тоҡор сысҡан һәм башҡа ваҡ кимереүселәр осрай. Яр буйы һыуҙарында нерпа, гренландия тюлены, белуха, морж тереклек итә (шул иҫәптән Лаптев диңгеҙе эндемиктары— лаптев моржы(Odobenus rosmaruslaptevi)) һәм лахтак.

Вениамин Кавериндың «Ике капитан» тип аталған романында Төньяҡ Ерҙе Вилькицкийҙан ярты йыл алдараҡ Катяның атаһы Иван Татаринов аса. Ләкин хаттары барып етмәй һәләк була һәм билдәлелек ала алмай.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Нина Петровна Демма — беренсе урыҫ поляр тикшеренеүсеһе. 1932—1934 йылдарҙа Төньяҡ Ерҙә ҡышлауға етәкселек итә.

Иң ҙур утрау

үҙгәртергә
  • Большевик
  • Комсомолец
  • Крупская утрауы утрауы
  • Октябрь Революцияһы утрауы
  • Старокадомский утрауы
  • Шмидт утрауы
  • Пионер
  • Кесе Таймыр
  • Найдёныш
  • Белов М. И. По следам полярных экспедиций. — Л.: Гидрометеоиздат, 1977. — 144 с.: ил [1].
  • Саватюгин Л. М., Дорожкина М. В. Архипелаг Северная Земля: История, имена и названия. — СПб.: Наука, 2010. — ISBN 978-5-02-025389-6
  • Ушаков Г. А. Остров метелей. По нехоженной земле. — Л.: Гидрометеоиздат, 1990. — ISBN 5-286-00409-1.
  • Урванцев Н. Н. На Северной Земле. — 2-е изд.. — Л., 1969.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. По праву истории // Московский журнал, 2001.
  2. Вилькицкий Б. А. Земля Императора Николая II // Возрождение : газета. — Париж, 1934. — № 3140.
  3. Острова раздора.
  4. Тайвай — Земля Николая Второго.
  5. Маргарита Дель Джудиче. Арктический кошмар. National Geographic — Россия (15 сентябрь 2011). Дата обращения: 4 сентябрь 2012. Архивировано 17 октябрь 2012 года. 2018 йыл 12 апрель архивланған.
  6. 6,0 6,1 К истории картографирования центральной части советской Арктики — Kapustin-Arctica Antarctica philatelia.
  7. Северная Земля. Часть II.
  8. Куропатка полярная — сайт о жизни на арх-ге Северная Земля(недоступная ссылка).
  9. Северная Земля 2010 йыл 5 ноябрь архивланған..
  10. Волков А. Е., Придатко В. И. Материалы по биологии белой чайки (Pagophila eburnea) на Архипелаге Северная Земля / Арктические тундры Таймыра и островов Карского моря. — М.: РАН/ИПЭЭ, 1994. — Т. 1. — С. 207—222.

Һылтанмалар

үҙгәртергә