Себер дәүләт тимер юл университеты
Себер дәүләт дәүләт тимер юл университеты — Новосибирск ҡалаһындағы юғары уҡыу йорто. Вуз Рәсәй Федерацияһы тимер юл транспорты Транспорт министерствоһы ҡарамағында.
Себер дәүләт тимер юл университеты | |
Нигеҙләү датаһы | 1932 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Новосибірський інститут військових інженерів транспорту |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Новосибирск |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Федераль тимер юл транспорты агентлығы[d][1] |
Диапазон IPv4 | 81.1.243.0/24[2] |
Рәсми сайт | stu.ru[3] |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Преподаватели Сибирского университета путей сообщения[d] |
Элекке исемдәре — Себер дәүләт тимер юл академияһы, Новосибирск тимер юл транспорты инженерҙары институты , Новосибирск хәрби транспорт инженерҙары институты, Новосибирск тимер юл транспорты инженерҙары институты.
Тарихы
үҙгәртергә1932 йылда Томскиҙа урынлашҡан Себер транспорт инженерҙары институтының юл-төҙөлөш факультеты базаһында төҙөлә[4].
1934 йылда Новосибирск хәрби транспорт инженерҙары институты итеп үҙгәртелә[4].
1932 йылдан 1941 йылға тиклем Новосибирск хәрби транспорт инженерҙары институты хәҙерге Новосибирск приборҙар эшләү заводы биләмәһендәге биналарҙа урынлаша. 1941 йылда был биналарҙа эвакуацияланған завод урынлаша, уҡытыу 1941 йылдан 1955 йылға тиклем Совет урамы, 20 (хәҙерге Совет, 18) адресы буйынса йортта алып барыла.
Институттың төп корпусы 1949—1955 йылдарҙа Мәскәү архитекторы В. С. Масленников проекты буйынса Дуся Ковальчук урамында төҙөлә.
Институттың меңдән ашыу студенттары һәм уҡытыусылары Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, шуларҙан 60-тан ашыу кеше һуғышта һәләк була[5], В. Н. Безукладников, Ю. И. Дерябин һәм Е. И. Стерин Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булалар. Беренсе сығарылыштан күп инженерҙар ҙур хәрби начальниктар булып китәләр.
1953 йылда институт Новосибирск тимер юл транспорты инженерҙары институты итеп үҙгәртелә[6]. 1956 йылда Новосибирск тимер юл транспорты инженерҙары институтының ситтән тороп уҡыу бүлеге базаһында ситтән тороп уҡыу факультеты булдырыла. 1957 йылда «Сәнәғәт һәм гражданлыҡ төҙөлөшө» факультеты, 1962 йылда — «Инженер-иҡтисад факультеты» асыла.
1993 йылда институтҡа академия статусы (Себер дәүләт юл бәйләнеше академияһы), 1997 йылда — университет статусы (Себер дәүләт юл бәйләнеше университеты ) бирелә. 1995 йылда «Донъя иҡтисады һәм хоҡуғы» факультеты, 2002 йылда — «Персонал менән идара итеү» факультеты, 2004 йылда — «Бизнес-информатика» факультеты асыла. Перспективалы транспорт технологиялары һәм кадрҙарҙы ҡайтанан әҙерләү институты университет составына инә. Университет базаһында Транспорт системаларын комплекслы тикшеренеүҙәр институты эшләй.
Юғары уҡыу йорто үҙе эшләгән йылдарҙа 45000 -дән ашыу белгестәр әҙерләй.
Факультеттары
үҙгәртергә- Тимер юлдар төҙөү
- Транспорт-технологик комплекстар менән идара итеү
- Күперҙәр һәм тоннелдәр
- Тимер юл транспортында ташыу процестары менән идара итеү
- Сәнәғәт һәм гражданлыҡ төҙөлөшө
- Инженер-иҡтисад факультеты
- Донъя иҡтисады һәм хоҡуғы
- Персонал менән идара итеү
- Бизнес-Информатика факультеты
- Ситтән тороп уҡыу факультеты
Йүнәлештәр һәм һөнәрҙәр исемлеге
үҙгәртергә- Автомобилдәр һәм автомобиль сервисы
- Автомобиль юлдары һәм аэродромдар
- Автомобиль сервисы
- Кризисҡа ҡаршы идара
- Бухгалтер иҫәбе, анализ һәм аудит
- Һыу менән тәьмин итеү һәм һыуҙы ситкә ебәреү
- Дәүләт һәм муниципаль идара итеү
- Мәғлүмәт системалары һәм технологиялар
- Логистика и тапшырма сынйырҙары менән идара итеү
- Магистраль транспорт
- Халыҡ-ара һәм асыҡ хоҡуҡ
- Ойоштороу менеджменты
- Донъя иҡтисады
- Күперҙәр
- Ер өҫтө транспорт-технологик комплекстар
- Йәштәр менән эшләүҙе ойоштороу
- Күтәреү-транспорт, төҙөлөш, юл саралары һәм ҡорамалдар
- Ғәмәли информатика
- Производство менеджменты
- Сәнәғәт һәм гражданлыҡ төҙөлөшө
- Психология
- Реклама һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш
- Стандартлаштырыу һәм метрология
- Стандартлаштырыу һәм сертификация
- Сервис
- Транспорт һәм технологик машиналар һәм ҡорамалдар сервисы
- Төҙөлөш
- Магистраль тимер юлдар төҙөлөшө
- Үҙенсәлекле биналар һәм ҡоролмалар төҙөлөшө.
- Таможня эше
- Техносфера хәүефһеҙлеге
- Тоннелдар һәм метрополитендар
- Туризм
- Енәйәт эше
- Персонал менән идара итеү
- Финанстар һәм кредит
- Шәхси хоҡуҡ
- Иҡтисад һәм предприятиела идара итеү (тимер юл транспорты)
- Экспертиза һәм күсемһеҙ милек менән идара итеү
- Тимер юлдарҙы эксплуатациялау.
- Транспорт-технологик машиналарҙы һәм комплекстарҙы эксплуатациялау (квалификация магистр)
- Юриспруденция
Себер дәүләт юл бәйләнештәре университеты — бакалавриат һәм магистратуранан башҡа специалитет — инженер квалификацияһы биргән классик биш йыллыҡ инженер белеме биреү һаҡланған күп булмаған вуздарҙың береһе.
Филиалдары
үҙгәртергә- Новосибирск тимер юл транспорты техникумы
- Томск тимер юл транспорты техникумы
- Белово ҡалаһындағы филиалы
- Новоалтайск ҡалаһындағы филиалы
Билдәле тамамлаусылары
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
- ↑ https://apps.db.ripe.net/search/lookup.html?source=ripe&key=81.1.243.0%20-%2081.1.243.255&type=inetnum
- ↑ Google Knowledge Graph — 2012.
- ↑ 4,0 4,1 Бурносов, 1997, с. 205—206
- ↑ Татьяна Гайдукова Владимир Верескун: «Долг нынешнего поколения — помнить, какой ценой досталась нам Победа» // Комсомольская правда, 18.05.2010
- ↑ Яна Сутормина Институт военных инженеров 2018 йыл 21 июнь архивланған. // Информационно-аналитический интернет портал «ugra-news.ru», 10.04.2015
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Железнодорожного транспорта институты / Юдин В. А. // Евклид — Ибсен. — М. : Советская энциклопедия, 1972. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 9).
- Бурносов Н. М. Раздел IV. Кадры железнодорожного транспорта. Развитие социальной сферы железных дорог Глава 19. Подготовка инженеров путей сообщения 19.1. Транспортные вузы страны // История железнодорожного транспорта России и Советского Союза / В. Е. Павлов (ред.) М. М. Уздин (ред.). — СПб.-М.: Иван Фёдоров, 1997. — Т. 2. 1917-1945. — 416 с. — 15 000 экз. — ISBN 5-85952-005-01.