Свислочь (ҡала)

ҡала


Свислочь (бел. Свіслач, пол. Świsłocz) — Белоруссияның көньяҡ-көнбайышындағы ҡала, Гродно өлкәһенең Свислочь районы үҙәге.

Свислочь
бел. Свіслач
Байраҡ[d]Герб[d]
Рәсем
Рәсми атамаһы Свіслач
Дәүләт  Беларусь
Административ үҙәге Свислочский район[d], Свислочская гимна[d] һәм Свислочский сельсовет[d]
Административ-территориаль берәмек Свислочский район[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+3:00[d]
Халыҡ һаны 6008 кеше (1 ғинуар 2024)[1]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 170 метр
Майҙан 4,28 км²
Почта индексы 231960 һәм 231969
Рәсми сайт svisloch.grodno-region.by
Иң тәүге яҙма ваҡыты 1256
Урындағы телефон коды 1513
Карта
 Свислочь Викимилектә

Географияһы

үҙгәртергә

Свислочь ҡалаһы Гроднонан 82 км алыҫлыҡта, Волковыскиҙан 30 км алыҫлыҡта һәм Польша Республикаһының дәүләт сигенән 15 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Ҡала майҙаны 425 гектар

Транспорт системаһы

үҙгәртергә

Ҡаланы Хайнувка (Польша) — Свислочь — Волковыск тимер юлы киҫеп үтә, Свислочь Гродно , Волковыск ҡалалары, Порозовый ҡала тибындағы ҡасаба һәм Стоки ауылы менән ҡала автомобиль юлдары менән бәйле,

Ҡалала Волклвыскиҙың «Свислочь» АП № 4 филиалы урынлашҡан. Свислочь ҡалаһы Минск, Гродно, Брест, Волковыск, Пружаны ҡалалары һәм башҡа тораҡ пункттары менән автобус менән туранан-тура бәйле.

Ҡаланан ике саҡрым алыҫлыҡта Свислочь тимер юл станцияһы урынлашҡан, уның аша Белоруссияға һәм Польшаға йөктәр үтә. Ҡала эсендә «Свислочь» туҡталышы бар. Ҡаланан туранан-тура тимер юлы менән пассажирҙар Волковыск ҡалаһына бара ала.

Ҡалала дөйөм оҙонлоғо 25,1 км оҙонлоғондағы 51 урам һәм тыҡрыҡ бар.

Ҡалала 6426 кеше йәшәй (2018 йылдың 1 ғинуарына ҡарата), 2016 йылдың 1 ғинуары менән сағыштырғанда был 174 кешегә аҙыраҡ.

Халҡы һаны[2][3][4][5][6][7][8]:
Ҡалып:Graph:Chart
1931 1959 1970 1979 1989 2006 2018
3731 2411 4122 5851 8017 7206 6426
 
Граф Винцент Тышкевич

Свислочь ҡалаһы — Белоруссияның боронғо ҡалаларының береһе, уның бай тарихы бар. Ҡалаға нигеҙ һалыныуҙың аныҡ датаһы билдәһеҙ. Дата итеп уның Ипатьевской йылъяҙмаһында беренсе тапҡыр телгә алыныуы иҫәпләнә, был 1256 йылда була:

Поиде Данило на Ятвязе с братом и сыном Львомъ и с Шварном младоу соушоу емоу и посла по Романа в Новъгородонъ и со Изяславом со Вислочьскимъ и со всего сторонеи приде Самовить со Мазовшаны и помочь о Болеслава со Соудимирцы и Краковляны

— Я. Г. Зверуго. Древний Волковыск X—XIV вв. Мн., 1975. С. 135. Полное собрание русских летописей, Москва, 1962, столбец 831 над 1256 годом)



Поиде Данило на Ятвязе с братом и сыном Львомъ и с Шварном младоу соушоу емоу и посла по Романа в Новъгородонъ и со Изяславом со Вислочьскимъ и со всего сторонеи приде Самовить со Мазовшаны и помочь о Болеслава со Соудимирцы и Краковляны

Я. Г. Зверуго. Древний Волковыск X—XIV вв. Мн., 1975. С. 135. Полное собрание русских летописей, Москва, 1962, столбец 831 над 1256 годом)

Бында борондан балттар һәм славян ҡәбиләләре, һуңыраҡ татарҙар, тағы ла һуңыраҡ — йәһүдтәр йәшәгән.

1523 йылда Свислочь ҡала статусы ала һәм үҙенең географик урыны арҡаһында отошло үҫә. 1560 йылда кальвинистар соборы янында ҡала башланғыс мәктәбе була. 1563 йылдан алып ҡала һәм уның тирә- йүненең хужаһы Ян Ходкевич була, уны 1572 йылда Ляховичи алмаштыра. 1581 йылда ҡала тағы ла Ходкевичҡа күсә. 1594 йылда уны Себастьян Покош һатып ала.

1663—1667 йылдарҙа ҡала швед оккупацияһы аҫтында була.

1666 йылда пруссия ер хужаһы Кришпин-Киршенштейн был ерҙең хужаһы була. 1668 йылда ул Свислочта костел һәм уның эргәһендә парафиальный мәктәп аса.

1778 йылда ергә хужа булып Тышкевич Винцент, Бөйөк Литва кенәзлеге сенаторы, килә, ул Речь Посполитая короле Август Понятовскийҙың һеңлеһе Терезаға өйләнгән була. Ул Свислочь ҡалаһын реконструкциялай — тәүҙә ҡаланы планлаштырыла, уны урамдарға бүлә. Ҡала үҙәгендә ҙур баҙар майҙанын булдыра, унда данлыҡлы йәрминкәләр үтә, ундағы тауар әйләнеше Зельвенский әйләнешенән генә ҡалыша. Свислочта зверинец, театр, парк булдырыла. Ҡалаға ингән урындарҙың һәр береһендәге майҙанда 20 метр бейеклегендәге обелиск ҡуйыла (обелисктың шпиле алтын менән ялатыла).

1805 йылда Тышкевич үҙ аҡсаһына Гродно губерна гимназияһына нигеҙ һала. Был гимназия 1845 йылға тиклем йәшәй. 1825 йылда бында тарих һәм географиянан Чечот Ян, билдәле фольклорсы уҡыта. Гимназия ирекле уйлауы менән дан тота. Гимназияла өс йәшерен йәмғиәт була: филареттар, филоматтар, «Зарянин» йәмғиәте.

Һуңғараҡ Свислочь уҡытыусылар семинарияһы асыла (1876 йылда). Ул 1921 йылға тиклем йәшәй.

14 август 1915 йылдың 14 авгусында ҡаланы кайзер ғәскәре оккупациялай. Немец көс һәм террор режимдарын урынлаштыра. Әммә 1916 йылдың октябрендә улар белорус телле уҡытыусылар семинарияһы асыу мөмкинлеген бирә. Семинария директоры Р. Абихт һәм Б. А. Почобко була. Семинарияла ике йыл эсендә 144 уҡытыусы әҙерләнә.

1919 йылдың башында Свислочь улус советы ойошторола. Әммә бер айҙан ҡала Пилсудский легионерҙары тарафынан баҫып алына.

Ҡала 1921 йылдың 21 мартынан алып 1939 йылдың 21 сентябренә тиклем Көнбайыш Белоруссия составында була. Ошо ваҡыт эсендә сәнәғәтте, ауыл хужалығы, мәҙәни тормош, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау бөтөнлә тарҡалған була. Бында поляк телле уҡытыусылар семинарияһы һәм гимназия була. .

1941 йылдың 26 июнендә Свислочты немец армияһы баҫып ала. Тәүге көндә үк улар талау үткәрә, ҡаты оккупация тәртибе урынлаштыра. 1941 йылдың ноябрендә бөтә йәһүдтәр геттоға сығарыла. 1942 йылдың 1 ноябрендә 1536 кеше немецтар тарафынан Вишевник йырынында атып үлтерелә.

Был территорияла дошманға ҡаршы көрәш башлана. Районда Свислочь йәшерен Белоруссия компартияһы район комитеты ойошторола, «Свислочская правда» йәшерен гәзите сығарыла.

1944 йылдың 17 июлендә ҡала азат ителә. Фашистар сигенер алдынан күпселек биналарҙы яндыралар, йорттарҙың бөтәһе 5 проценты ғына һаҡланып ҡала. Ҡала азат ителгәндән һуң, унда тергеҙеү эштәре башлана. Үҙ эшен дауахана, почта, милиция яңырта, төҙөлөштә ыңғай үҫеш күҙәтелә. Тимер юлы, күперҙәр тергеҙелә.

Свислочҡа төрлө ваҡытта Беларусь Республикаһы президенты А. Г. Лукашенко, Мәскәү һәм бөтә Русь патриархы Алексий II килгән.

Өс сәнәғәт предприятиеһы бар :

  • Асыҡ акционерҙар йәмғиәте «Гроднопромстрой»ҙың Свислочь тал сыбығы мебель фабрикаһы" производство участкаһы,
  • Халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү унитар предприятиеһы ,
  • Свислочь район торлаҡ-коммуналь хужалығы унитар предприятиеһы.

Бәйләнеш

үҙгәртергә

Ҡалала электр бәйләнеш үҙәге һәм почта элемтәһе бар. 168 метрбейеклегендәге Свислочский радиотелевизион тапшырыу станцияһы эшләй.

Мәҙәниәт

үҙгәртергә
  • Район Мәҙәниәт йорто — ҡала һәм райондың мәҙәни тормош үҙәге. Бында эшләй:
    • Халыҡ коллективы «Крыниченька»
    • Коллектив «Сузорье»
    • Халыҡ театры «Памфлет»
    • Өлгөлө бейеү коллективы «Улыбка»
    • Рок-төркөм DESPISEFOOL
  • Китапханалар (ҡала, район һәм бала)
  • Һөнәр йорто

Ҡаланың мәғариф системаһында 2 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, 2 дөйөм белем биреү мәктәбе, гимназия, балалар һәм йәштәр ижады үҙәге, спорт балалар-үҫмерҙәр олимпия резервы мәктәбе, коррекциялау үҙәге.

Һаулыҡ һаҡлау

үҙгәртергә

«Свислочь үҙәк район дауаханаһы» һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы район халҡына квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтә. Беренсел медицина ярҙамын район поликлиникаһы һәм ашығыс ярҙам пункты күрһәтә.

Ҡалала стадион, спорт майҙансыҡтары, хоккей майҙансығы бар, уларҙа төрөлө спорт саралары даими уҙғарыла.

Киң мәғлүмәт саралары

үҙгәртергә

Ҡалала «Свіслацкая гәзите» рус һәм белорус телдәрендә сыға. Шулай уҡФМ-диапазонында район радиоһы эшләй.

1979 йылдың авгусында Свислочь район тарих-крайҙы өйрәнеү музейы эшләй башлаған.

Иҫтәлекле урын

үҙгәртергә

Һәйкәлдәр апллеяһы:

  • Ҡаланы азат иткәндә һәләк булған яугирҙар һәйкәле
  • Владимир Ленин һәйкәле
  • Ромуальд Траугутта (1928 йылда халыҡ аҡсаһына асылған) һәйкәле
  • Кастусь Калиновский һәйкәле
  • Афғансы яугирҙар һәйкәле
  • Иосиф Сталин һәйкәле
  • Свислочь гимназияһының һаҡланған корпусы
  • Винцент Тышкевич нигеҙ һалған Свислочь паркы
  • Синагога бинаһы XIX—XX быуат («Звезда» кинотеатры)
  • XIX—XX быуаттың хужалыҡ ҡаралтылары
  • Тирәләй ағас ултыртылған Екатерина тракты (Мәскәү-Варшава)
  • «Батыр» мемориаль комплексы
  • Йәрминкә майҙаны
  • Теле-радио тапшырыуҙар үҙәге

Галереяһы

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Численность населения на 1 января 2024 г. и среднегодовая численность населения за 2023 год по Республике Беларусь в разрезе областей, районов, городов, поселков городского типаНациональный статистический комитет Республики Беларусь, 2024.
  2. Drugi Powszechny Spis Ludności z dnia 9 grudnia 1931 r: alfabetyczny wykaz miast w Polsce w granicach administracyjnych z dn. 1.V.1933 r: wyniki tymczasowe 2020 йыл 18 сентябрь архивланған.. — Warszawa: Główny Urząd Statystyczny, 1933. — S. 1-5.
  3. Всесоюзная перепись населения 1959 г. Численность городского населения союзных республик (кроме РСФСР), их территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Дата обращения: 14 февраль 2019.
  4. Всесоюзная перепись населения 1970 г. Численность городского населения союзных республик (кроме РСФСР), их территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Дата обращения: 14 февраль 2019.
  5. Всесоюзная перепись населения 1979 г. Численность городского населения союзных республик (кроме РСФСР), их территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Дата обращения: 14 февраль 2019.
  6. Всесоюзная перепись населения 1989 г. Численность городского населения союзных республик, их территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Дата обращения: 14 февраль 2019.
  7. Статистический ежегодник Гродненской области. — Гродно, 2013. — С. 43-45.
  8. Статистический ежегодник Гродненской области. — Мн.: Национальный статистический комитет Республики Беларусь, 2018. — С. 44-46.

Һылтанмалар

үҙгәртергә