Сахалин дәүләт университеты
Сахалин дәүләт университеты (рус. Сахали́нский госуда́рственный университе́т, СахГУ) — Сахалин өлкәһе административ үҙәге Южно-Сахалинск ҡалаһында урынлашҡан юғары уҡыу йорто. 1949 йылда уҡытыусылар институты булараҡ нигеҙләнгән.
Сахалин дәүләт университеты | |
Нигеҙләү датаһы | 1949 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Южно-Сахалинск |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы[d][1] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Южно-Сахалинск, Рәсәй |
Рәсми сайт | sakhgu.ru |
Сахалин дәүләт университеты Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергә1949 йылда Южно-Сахалинск уҡытыусылар институты булараҡ нигеҙ һалына, 1954 йылда Южно-Сахалинск дәүләт педагогия институты, 1998 йылда Сахалин дәүләт университеты итеп үҙгәртелә.
Уға Сахалин өлкәһе территорияһында урынлашҡан өс колледж: Южно-Сахалинск педагогия, Александровск-Сахалинский педагогия һәм Сахалин театр колледжы ҡушылған. 1999 йылда университет составына Алыҫ Көнсығыш дәүләт университетының юридик факультеты (филиал, хәҙерге ваҡытта СахДУ-ның юридик институты) АКФУ инә. 2011 йылда вузға утрауҙағы ике уҡыу йорто: Сахалин яғыулыҡ-энергетика техникумы һәм Сахалин һәм бизнес информатика колледжы ҡушыла.
2012 йылда Сахалин өлкәһе хөкүмәте һәм «Эксон Нефтегаз Лимитед» ширҡәте тарафынан СахДУ базаһында Техник нефть-газ институтын булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителә. Ширҡәт яғынан ярҙам күләме 5 млн АҠШ доллары тәшкил иткән[2].
Белем биреү эшмәкәрлеге
үҙгәртергәХәҙерге ваҡытта университетта 7000 тирәһе студент белем ала. Уларҙы әҙерләү 28 юғары һөнәри белем биреү белгеслеге, 13 йүнәлеш буйынса бакалавриат, 4 магистрлыҡ йүнәлеше һәм 17 вуздан һуң белем белгеслектәре (аспирантура) буйынса алып барыла.
Университетта 48 кафедра эшләй, уларҙа 350-нән артыҡ уҡытыусы, шул иҫәптән 57 фән докторы, 140 фән кандидаты һәм доцент, Рәсәй һәм халыҡ-ара академияларҙың 25 ғәмәли ағзаһы һәм мөхбир ағзаһы (Рәсәй Тәбиғәт фәндәре академияһы, Социаль фәндәр академияһы, Халыҡ-ара мәғлүмәтләштереү академияһы, Халыҡ-ара Экология һәм хәүефһеҙлек академияһы, Халыҡ-ара фәндәр академияһы, Халыҡ-ара Тәбиғәт һәм йәмғиәт тураһында фәндәр академияһы, Нью-Йорк академияһы) уҡыта.
СахДУ 15 фәнни һөнәр буйынса аспирантурала юғары квалификациялы фәнни һәм фәнни-педагогик кадрҙар әҙерләй. СахДУ Алыҫ Көнсығыш федераль округы юғары уҡыу йорттарының Сахалин өлкәһендә урынлашҡан филиалдары өсөн аспиранттар әҙерләүҙе ғәмәлгә ашыра.
Университет структураһы
үҙгәртергәСахалин дәүләт университеты составына түбәндәге институттар һәм факультеттар инә:Филология, тарих һәм көнсығышты өйрәнеү институты; Психология һәм педагогика институты; Тәбиғәт фәндәре һәм техносфера хәүефһеҙлеге институты; Техник нефть-газ институты; Юридик, иҡтисад һәм идара итеү институты; Вузға тиклем әҙерлек институты; Оха филиалы; Александровск-Сахалинский колледжы (филиал); Южно-Сахалинск педагогия колледжы; Политехник колледж.
Халыҡ-ара эшмәкәрлеге
үҙгәртергә1989 йылда Хоккайдо университеты һәм Южно-Сахалинск педагогика институты араһында хеҙмәттәшлек тураһында беренсе халыҡ-ара килешеү төҙөлә. Шул йылдан буласаҡ СахДУ-ның халыҡ-ара хеҙмәттәшлеге башлана.
Етәкселәр
үҙгәртергә- Павлов В. Е.
- Кузнецов М. И.
- Шлямин Борис Александрович (1957—1962)
- Князева Клавдия Ивановна (1962—1963)
- Афанасьев Александр Яковлевич (1963—1974 декабрь)
- Колесников Николай Иванович (1974—1983 ғинуар)
- Околелов Олег Петрович (1983—1985)
- Тлеков Салихман Саматович (1985—1991)
- Мисиков Борис Рамазанович (1991—2013)
- Минервин Игорь Георгиевич (2013—2016)
- Федоров Олег Анатольевич (2016 — әлеге ваҡытҡаса)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
- ↑ На оснащение Технического нефтегазового института на Сахалине будет выделено 5 млн долларов 2013 йыл 23 октябрь архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Официальный сайт 2021 йыл 2 ноябрь архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Главный вуз островной области: Сахалинскому государственному университету — 60 лет. — Южно-Сахалинск : Издательство «Сахалин — Приамурские ведомости», 2009. — 128 с. ISBN 978-5-904194-03-1