Сафуан Әлибаев музейы
Сафуан Әлибаев музейы — Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, шағир Сафуан Әлибаевтың тыуған ауылы Тирмәндә уның исемен йөрөткән урта мәктәп бинаһында урынлашҡан музейы.
Сафуан Әлибаев музейы | |
Нигеҙләү датаһы | 1 сентябрь 2015 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы, Салауат районы һәм Тирмән |
Бағышланған | Әлибаев Сафуан Әфтәх улы, тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү[d] |
Тарихы
үҙгәртергә2015 йылдың 1 сентябрендә асыла. Әлибаевтарҙың шәжәрә ағасы менән танышыуҙан башланған экскурсия, артабан «Ҡәләмдәштәренең иҫтәлекле бүләктәре», «Бала сағы һәм мәктәп йылдары», «Әҙәбиәт һәм журналистика майҙанында», «Юлдарым, юлдарым», «Йырлап тора күңелем», «Ижад бейеклектәре» кеүек бүлектәрҙә, шағирҙың тотош тормош һәм ижад юлын байҡап, дауам итә. Ошонда уҡ әҙәбиәт һөйөүселәр әҙиптең шәхси әйберҙәре: эш өҫтәлендәге яҙыу машинкаһы, сумкаһы, яҙыу-һыҙыу ҡоралдары, кейемдәре, еләнен, төрлө танытма-дипломдарының күсермәләре менән таныша ала.
2018 йылдың апрель айында Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы эргәһендә эшләй башлаған ата-әсәләр комитеты ағзалары һәм яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаева Сафуан Әлибаев музейы менән танышты һәм Ҡунаҡтар кенәгәһенә үҙенең фекерен яҙып ҡалдырҙы.
Ил инәһенең башҡорт телен, мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереүгә өлөш индереү тураһында нәсихәттәре тыңлаусыларҙың күңеленә үтеп инде.
Мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылары, ағинәйҙәр йыр ансамбле, эстәлекле сығыштар әҙерләгәйне. Ата-әсәләр комитеты йәмәғәтселәре һәм яҡташтары, викиөләсәй Абдуллина Миңһылыу Фәйзрахман ҡыҙы, "Шәжәрә" нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан "Әйле. Тырнаҡлы. Түбәләҫ" китаптарын халыҡҡа бүләк итеп тапшырҙы.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- «Шағир музейы саҡыра», Зөһрә Ҡотлогилдина, «Башҡортостан» гәзите, 2015 йыл, 18 сентябрь.
- «Открытие музея-кабинета Сафуана Алибаева в школе села Терменево Салаватского района РБ». Национальный литературный музей РБ.