Сафин Ирек Әхмәт улы
Сафин Ирек Әхмәт улы (15 июнь 1932 йыл, ТАССР-ҙың Әлмет районы Әлмет ауылы — 23 ғинуар 2004 йыл, Өфө) ― хирург. Медицина фәндәре докторы (1987), профессор (1989). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1993)[1].
Сафин Ирек Әхмәт улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй Башҡортостан Республикаhы |
Тыуған көнө | 15 июнь 1932 |
Тыуған урыны | Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 23 ғинуар 2004 (71 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Рәсәй |
Һөнәр төрө | университет уҡытыусыһы, ғалим, хирург |
Эш урыны | БДМУ |
Уҡыу йорто | БДМУ |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] һәм профессор[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәТатар АССР-ының Әлмәт ҡалаһында тыуған. 1957 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай. 1961 йылға тиклем - Башҡортостандың Мишкә үҙәк район дауаханаһында хирург һәм баш табип, 1961-1963 йылдарҙа - БДМИ-ның хирургия кафедраһында клиник ординатор, 1963-1971 йылдарҙа - Республика клиник дауаханаһында хирургия бүлеге мөдире. Юғары квалификациялы хирург булараҡ, СССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығына Сомали Республикаһына Халыҡ-ара ҡыҙыл Тәре госпиталенә эшкә ебәрелә, унда тропик Африка шарттарында бер нисә йөҙ ҡатмарлы операция эшләй, шул иҫәптән махау ауырыуы һәм тропик ауырыуҙар менән сирләгәндәрҙе оператив дауалау үткәрә (1965-1968). 1954 йылдан алып 1957 йылға тиклем Республика клиник дауаханаһында тире-венерология бүлеге мөдире булып эшләй. 1957 йылда Республика тире-венерология диспансерының баш табип урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 1961 йылда Ҡазан дәүләт медицина институтының дерматовенерология кафедраһы мөдире була[2].
1971 йылдан - БДМИ-ның дөйөм һәм факультет хирургияһы кафедраһы ассистенты, һуңынан доценты, 1984-1997 йылдарҙа - Башҡорт дәүләт медицина университетының дөйөм хирургия кафедраһы (БДМУ) мөдире. Кандидатлыҡ диссертацияһы - «Хроник гепатиттарҙы һәм бауыр цирроздарын хирургик дауалау» (1973), докторлыҡ диссертацияһы «Хроник гепатиттарҙы һәм бауыр цирроздарын диагностикалау һәм хирургик дауалауҙың патогенетик принциптары» (1985)[3].
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәИ. А. Сафин - киң профилле хирург, республика бауыр хирургияһы һәм лазер медицинаһы үҙәктәрен ойоштороусы, ярашлы ғалим-хирургтар мәктәптәренә нигеҙ һалыусы. Ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше - бауыр һәм үт юлдары хирургияһы. Хирургик гепатология буйынса башҡарылған эштәрҙең һөҙөмтәһе - бауырҙың усаҡлы һәм диффузиялы зарарланғанда уның морфологик һәм функциональ күрһәткестәрен тергеҙеү менән уның туҡымаларын регенерациялау мөмкинлеген эксперименталь һәм клиник яҡтан нигеҙләү. Ул хроник зарарланған бауырҙы артериализациялау методикаһын эшләй, тәүге тапҡыр “Аллоплант” биологик актив пластик материалы рәүешендә регенерация стимуляторы файҙаланыла (Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәге хеҙмәткәрҙәре менән берлектә, етәксеһе - профессор Мулдашев Э. Р.). Был стимуляторҙың төрҙәрен профессор И.А. Сафин ашҡаҙандың сей яра ауырыуын һәм бөйән эсәгенең ауырыуын, остеомиелитты, трофик сей яраларҙы, эренле-некротик процестарҙы һәм башҡа патологияларҙы дауалау өсөн клиникаға индерә[2].
И. А. Сафин уйлап тапҡан хирургик дауалау алымдарын һаулыҡ һаҡлау практикаһына индереү йөҙләгән һәм меңләгән пациенттың ғүмерен ҡотҡарып алып ҡалырға мөмкинлек бирә. Ул тәҡдим иткән операцияларҙы хәҙерге ваҡытта уның уҡыусылары ҡуллана: профессор Нартайлаҡов М. А., БДМУ-ның дөйөм хирургия кафедраһы мөдире (1997 йылдан), Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған табибы һәм атҡаҙанған фән эшмәкәре; Мостафин А. Х., БДМУ-ның дөйөм хирургия кафедраһы мөдире; Минһажев Р.С., медицина фәндәре кандидаты, БДМУ-ның дөйөм хирургия кафедра доце медицина фәндәре кандидатнты, Башҡортостандың республика хирургик гепатология үҙәгенең төп белгесе; В. П. Соколов, БДМУ-ның дөйөм хирургия кафедраһы доценты, медицина фәндәре кандидаты, Республика клиник дауаханаһының баш табибы урынбаҫары, Башҡортостандың республика лазер медицинаһы үҙәгенең төп белгесе; В. С. Пантелеев - медицина фәндәре кандидаты, Республика клиник дауаханаһының айырым лазер медицинаһы мөдире[4].
Профессор И. А. Сафин ашҡаҙан һәм бөйән эсәгенең сей яра ауырыуы, тропик сей яра, остеомиелит, эренле һәм таҙа яраларҙы дауалау ваҡытында, бауырҙың сығанаҡлы һәм диффуз ауырыуҙары ваҡытында түбән һәм юғары энергетик лазерҙарҙы ҡулланып, оператив ҡатнашыу уйлап таба һәм индерә.
Педагогик эшмәкәрлеге хирург И.А. Сафин тормошонда ҙур урын алып тора - бына тигән лектор һәм уҡытыусы, ул үҙенең киң аң даирәһе менән студент-медиктарҙы һәм йәш ғалимдарҙы һөнәре менән ҡыҙыҡһындыра белде. Ул табиптарҙы дипломдан һуң әҙерләү концепцияһын төҙөй. Сафин И. А. етәкселегендә 2 докторлыҡ һәм 11 кандидатлыҡ диссертациялары эшләнә һәм яҡлана, 300-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 5 монография баҫтырып сығара, 43 рационализаторлыҡ тәҡдиме һәм 3 уйлап табыуы клиник практикаға индерелә[2]..
Ғаиләһе
үҙгәртергәИ. Ә. Сафиндың ҡатыны - профессор Әхмәҙиева Эльза Нәбиәхмәт ҡыҙы (1946 йылда тыуған) хәҙер БДМУ-ның поликлиника педиатрияһы курсы менән госпиталь педиатрияһы кафедраһын етәкләй, Рәсәй Тәбиғәт фәндәре академияһы академигы; ҡыҙы - профессор-невролог.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[2]
үҙгәртергә- «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙалы (1969),
- «Намыҫлы хеҙмәте өсөн» миҙалы (1970),
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1993),
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999),
- Башҡортостан Республикаһы Президентының Почет грамотаһы (2002).
Хәтер[2]
үҙгәртергә- Профессор И. А. Сафин иҫән сағында уның тураһында республика һәм союз әһәмиәтендәге киң мәғлүмәт сараларында - 100-ҙән ашыу, мәрхүм булғандан һуң 20-гә яҡын материал баҫыла. Уҡыусылары, коллегалары һәм ғаиләһе хирург, ғалим һәм уҡытыусы - профессор И. А. Сафиндың яҡты иҫтәлегенә хөрмәт менән ҡарай:
- Профессор И. А. Сафин вафат булыуының йыллығына Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарары буйынса Республика клиник дауаханаһының хирургия корпусында мемориаль таҡтаташ ҡуйылды, унда ул оҙаҡ йылдар студенттарҙы уҡытты (23.03.2005).
- БДМУ ихатаһында (Өфө, Фрунзе урамы, 47) профессор И. А. Сафин - Хирург, Ғалим, Уҡытыусы иҫтәлегенә мемориаль эскәмйә ҡуйылған (9.03.2005).
- Башҡортостандың республика һәм ҡала медицина учреждениелары командалары араһында мини-футбол буйынса йыл һайын үткәрелеүсе турнир булдырылды, ул Рәсәйҙә билдәле хирург И. А. Сафин иҫтәлегенә арнала.
- Татарстан Республикаһының Мәмәт ауылы урта мәктәбендә мемориаль парта ҡуйылған, уның артында уҡыу алдынғылары ултыра, профессор И. А. Сафиндың тормошо һәм эшмәкәрлеге тураһында стенд әҙерләнгән.
- Белем көнөндә 2005 йылдың 1 сентябрендә уның ҡәберендә һәйкәл асыла.
Хеҙмәттәре[5]
үҙгәртергә- Хирургическое лечение повреждений печени. Өфө, 1997 (авторҙаш);
- Современная диагностика и хирургическое лечение опухолей надпочечников. Уфа, 2004 (авторҙаш);
- Хирургия печени и желчных путей. Дондағы Ростов, 2007 (авторҙаш).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Сафин Ирек Әхмәт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Энциклопедия ИЗВЕСТНЫЕ УЧЕНЫЕ
- ↑ Сафин И. А. 2022 йыл 26 июнь архивланған.
- ↑ САФИН ИРЕК АХМЕТОВИЧ
- ↑ Сафин Ирек Әхмәт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Һылтанмалар
үҙгәртергәЭнциклопедия ИЗВЕСТНЫЕ УЧЕНЫЕ]
- Сафин И. А. 2022 йыл 26 июнь архивланған.
- САФИН Ирек
- САФИН ИРЕК АХМЕТОВИЧ
- Сафин Ирек Әхмәт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.