Сарматова баҡсаһы (Таганрог)

Сарматова баҡсаһы — Таганрог ҡалаһы халҡының мәҙәни ял итеү урыны. Баҡса XX быуаттың тәүге сирегендә барлыҡҡа килә. Был йәйге ял итеү баҡсаһына А. С. Сарматова[1] тигән ханым нигеҙ һалған. Биләмәһе Италия тыҡрығында урынлашҡан була[2].

Иҫтәлекле урын
Сарматова баҡсаһы (Таганрог)
Сарматова баҡсаһы
Ил Рәсәй
Ҡала Таганрог
Нигеҙләүсе А.С. Сарматова
Нигеҙләнгән XX быуаттың беренсе сиреге

Грек урамы мөйөшөндәге һәм Таганрогтың Италия тыҡрығындағы 3-сө номерлы йорттар араһында урынлашҡан. XX быуаттың тәүге сирегендә барлыҡҡа килгән. Уға элекке бейеүсе, йырсы А. С. Сарматова нигеҙ һалған. Ленин урамында тротуар өҫтөндә «Сарматова Баҡсаһы» тигән вывеска элеп ҡуйылған. Йәйге баҡса — ҡала халҡының тиҫтә йыл дауамында мәҙәни ял урындарының береһе.

Башта был урында Сарматова ханым миниатюралар театры аса. Ул ике террасанан торған бәләкәй генә майҙанда урынлашҡан була. Бында йыш ҡына эстрада номерҙары ҡуйыла. Уны ҡарарға сит ил кешеләре, урындағы юристар һәм офицерҙар килә. Ял итергә килгән ҡунаҡтар өсөн «Буфф» атамаһы аҫтында ресторан эшләй. Унда һәр төрлө эсемлектәр, шулай уҡ француз коньягы менән виски тәҡдим ителә. Буфетта туңдырма, морс, һыра, кеүәҫ, сельтер һыуы, ситро һатыла. Эстрада тамашаһы киске сәғәт унда башлана, ә ресторан төнгө икегә тиклем эшләй.

Граждандар һуғышы ваҡытында баҡса бер аҙ эшләмәй тора. Һуңынан тағын эшләп китә һәм халыҡ мәғәрифе идаралығы Комитеты ҡарамағына тапшырыла. Артабан Сарматова баҡсаһы Таганрог драма театры филиалы булып китә. Уның менән Сәйәси -ағартыу (Политпросвет) художество секцияһы етәкселек итә. Бында Советтар Союзы ваҡытында Клавдия Шульженко, Вадим Козин, Владимир Коралли, Изабелла Юрьева,Яков Скомаровский эстрада оркестры сығыш яһай.

1930 йылдар аҙағында эстрада, Италия тыҡрығына йәнәш, йәйге баҡсаның өҫкө террасаһында урынлашҡан була. Хәҙер был урында педагогия институтының дөйөм ятағы төҙөлгән. Шулай уҡ, өҫкө террасала 200—300 тамашасыға иҫәпләнгән оҙон ағас эскәмйәләр ҡуйылған.

1928 йылда кәртәләп алына. Эскәмйәләр аҙаҡ ағас ҡойма менән уратып алына. Һауа шарттары боҙолғанда тамашасыларҙы һаҡлау өсөн өҫтөн япма менән ҡаплайҙар. Түбәнге террасаһында кафе, ресторандар, фонтан, ҡыуаҡтар урынлашҡан. Гравий менән ҡапланған[3] юлдар һалынған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Гаврюшкин О. П. Г12 «По старой Греческой…» (Хроника обывательской жизни) — Т.: ООО «Издательство „Лукоморье“», 2012. — 514 с.
  2. О.
  3. Дом 1. 2017 йыл 12 март архивланған.