Сарлы́ (Сарлы́ҡ) — Татарстан Республикаһы Аҙнаҡай районы ауылы. Сарлы ауыл биләмәһе үҙәге.

Ауыл
Сарлы
татар. Сарлы
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Татарстан

Муниципаль район

Аҙнаҡай

Ауыл биләмәһе

Сарлы

Координаталар

54°57′32″ с. ш. 53°27′36″ в. д.HGЯO

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1764[1]

Элекке исеме

Сарлыҡ

Халҡы

528[2] кеше (2008)

Милли состав

татарҙар[1]

Конфессиональ составы

мосолмандар

Этнохороним

сарлылар

Сәғәт бүлкәте

UTC+4

Телефон коды

+7 85511

Почта индексы

423315

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

92 202 000 044

Код ОКТМО

92 602 452 101

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Сарлы (Рәсәй)
Сарлы
Сарлы
Сарлы (Татарстан)
Сарлы

География

үҙгәртергә

Ауыл Ыҡ йылғаһы буйында, Аҙнаҡай ҡалаһынан төньяҡ-көнсығыштараҡ 33 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Сарлы (Сарлыҡ) — юрмый башҡорттарының ауылы. 1764 йылдан билдәле. Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙе Юрмый улусы составында була. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Стәрлетамаҡ улусы составына керә һәм уның үҙәге була[3].

ХХ быуат башында 2 мәсет, 2 мәктәп, тирмән теркәлгән.

1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылдан — Төмөтөк районы, 1931 йылдан — Аҙнаҡай районы, 1935 йылдан — Төмөтөк районы, 1958 йылдан — Аҙнаҡай районы, 1963 йылдан — Әлмәт районы, 1965 йылдан — йәнә Аҙнаҡай районы составында[1].

1816 йылда ауылда 29 ихатала ир затлы 187 башҡорт, 17 ихатала 42 йән яһаҡлы татар һәм 5 ихатала 27 йән типтәр; 1834 йылда — 139 башҡорт, 42 типтәр һәм 52 дәүләт крәҫтиәне; 1859 йылда — 313 башҡорт, 59 типтәр һәм 76 дәүләт крәҫтиәне теркәлгән[3].

Халыҡ иҫәбе
1822[2]1834[2]1859[2]1889[2]1897[2]1910[2]1926[2]
169337863120214661754917
1938[2]1949[2]1958[2]1979[2]1989[2]2002[2]2008[2]
1074751732776534499528

Ауыл халҡы игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнә[1].

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә
  • Фәрхетдинова Зәйнәп Фазлетдин улы — йырсы, Татарстан Республикаһының халыҡ артисы.
  • Хисамов Ифрат Ниғмәт улы — композитор.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә