Сарафан
Сарафан (бор.-урыҫ. сарафанъ; һүҙ, бәлки, төрк. särара(i) фарсы теленән sarārā)[1] — күлдәк рәүешендәге еңһеҙ ҡатын-ҡыҙ кейеме. Сарафандар туҡымалары һәм беселеше буйынса айырыла. Сарафандарға оҡшаш күлдәктәрҙе Төньяҡ, Үҙәк һәм Көнсығыш Европала кейгәндәр.[2]
Сарафан | |
Сарафан Викимилектә |
Сарафандар күп кенә славян халыҡтарында популяр булған, әммә Рәсәйҙә генә ул милли символға әүерелә. Сарафан — нәфислек һәм наҙлылыҡ һәм славян ҡатын-ҡыҙы символы булып тора.
Сарафан донъя илдәрендә
үҙгәртергәСарафанға оҡшаш күлдәктәрҙе XX быуат башына тиклем Польша Һәм Европаның бөтә төньяҡ илдәрендә крәҫтиәндәр кейгәндәр. Хәҙерге ваҡытта бындай күлдәктәр был илдәрҙә ҡатын-ҡыҙҙарҙың «халыҡ» кейеменең мотлаҡ өлөшө булып тора. Германияла, Баварияла мәҫәлән, был традицион халыҡ күлдәгенең варианты дирндль (нем. Dirndl) бар, шулай уҡ был фасондағы күлдәктәрҙең хәҙерге варианттары трагерклайд (Traegerkleid) траген һәм кляйд күлдәктәрен кейәләр.[2]
Урыҫ сарафаны
үҙгәртергәРус әҙәбиәтендә сарафан тураһында тәүге тапҡыр кейем төрө булараҡ телгә алыуҙы 1376 йылдағы Никонов йылъяҙмаһында осратырға була.
Петр I идара итә бащлаған осрҙан традицион рус сарафанын ябай кешеләрҙең һәм сауҙагәр ҡыҙҙары кейеме тип һанай башлайҙар. Ләкин Екатерина тәхеткә ултырыу менән, сарафан яңынан модаға инә. Бынан тыш, маскарад һәм костюм кейгән балдарҙа императрица йыш ҡына зиннәтле сарафан кейеп, аҫыл таштар менән биҙәлгән баш кейемендә (кокошникта) күренгән. Был мода Рәсәй империяһында шул тиклем ныҡ оҡшай, хатта Николай I 1834 йылда махсус указ сығарған, уға ярашлы, һарай ханымдарына ғәҙәти сарафанға оҡшатып тегелгән һарай кейеме кейергә ҡушҡан.
XIX быуаттан сарафанды, нигеҙҙә, үҙәк һәм төньяҡ өлкәләрҙә крәҫтиән ҡатын-ҡыҙҙары, Волга буйы, шулай уҡ революцияға тиклемге осорҙа ҡала ҡатын-ҡыҙҙары кейгән. XIX быуаттың икенсе яртыһының һәм XX быуат башындағы иң модалы сарафан — бөтә Рәсәйҙә тиерлек тура йәки түңәрәк булған. Иң «йәш» рус сарафаны лифлы (күкрәкле) сарафан атала. Тура итәк күкрәккә һәм арҡаға тығыҙ ятҡан лифҡа беркетелгә. Бындай сарафандарҙың таралыуы Рәсәйҙең көнбайыш райондарынан күсеп килеүселәр йолаһының йоғонтоһона бәйле.[3]
Тасуирламаһы
үҙгәртергәУрыҫ сарафандары күп элементтарҙан торған, шуға күрә , айырыуса байрам сарафандары бик ауыр булған. Ҡыя һыҙатлы (клинлы) сарафандарҙы ерек һәм имән төнәтмәһенә буялған һарыҡ йөнөнән тегәләр. Байрам һәм көндәлек өсөн сарафандар була.. Байрам көндәрендә итәккә ҡыҙыл йөндән тегелгән 1 см нескә таҫма менән «читан», «гайтанчик» менән биҙәлгән.
Өҫкө яғы бәрхәт һыҙат менән биҙәлә. Ләкин йөн сарафандар көн һайын кейелмәгән. Еңел, өй кейеме өсөн сатиндан, арҡа һәм ҡабырға буйлап ваҡ бөрмәле тура сарафан- "саян " булған.. Йәштәр «ҡыҙыл» йәки бурҙат ҡыҙыл саян-сарафан, ә ололар зәңгәр һәм ҡара саяндар кейгән. Ләкин Рәсәйҙә XIX быуат башында ғына, бөтә ерҙә лә фабрика етештереүендәге буялған туҡымалар һатыла башлағас ҡына,. крәҫтиән ҡатын-ҡыҙҙары төҫлө сарафандарҙы тегә башлай. Быға тиклем бөтә крәҫтиән кейеме буялмаған тәбиғи төҫтәге туҡыманан эшләнгән.[3]
Рәсәйҙәге сарафан төрҙәре һәм типтары
үҙгәртергәПетр I идара итеү осронда традицион рус сарафанын ябай кешеләрҙең һәм сауҙагәр ҡыҙҙары кейеме тип һанай башлайҙар. XIX быуаттан сарафанды, нигеҙҙә, үҙәк һәм төньяҡ өлкәләрҙә крәҫтиән ҡатын-ҡыҙҙары, Волга буйы, шулай уҡ революцияға тиклемге осорҙа ҡала ҡатын-ҡыҙҙары кейгән.[2]
- тарая килгән итәкле;
- алғы яҡтан йөй менән йәки төймәле;
- ныҡ буялған, еңдәре ситкә ташланған;
- тура, ләмкәләрҙә;
- итәк лиф менән.
Галереяһы
үҙгәртергә-
Троица көнө. Фирс Журавлёв, 1887
-
Крәҫтиән сарафаны. Рәсәй, XIX быуат
-
Джордж Доу «Шарлотта Августа Уэльская» урыҫ сарафанында. 1817
-
Ер еләге менән ҡыҙ. (Вологода губернияһы. С. М. Прокудин-Горский фотоһы 1909
-
Көньяҡ Бессарабия рус старообрядсыларының сарафаны
-
Ферапонтова монастырындағы музейҙағы сарафан
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Горожанина С. В., Демкина В. А. Русский сарафан. Белый, синий, красный. — М.: Бослен, 2018. — ISBN 978-5-91187-310-3.
- Кирсанова Р. М. Сарафан // Костюм в русской художественной культуре XVIII — первой половины XX вв.: Опыт энциклопедии / под ред. Т. Г. Морозовой, В. Д. Синюкова. — М.: Большая Российская энциклопедия, 1995. — С. 245—248. — 383 с.: ил. с. — 50 000 экз. — ISBN 5-85270-144-0.