Сан-Франсиску
Сан-Франсиску (порт. Rio São Francisco һүҙмә-һүҙ Изге Франциск йылғаһы) — оҙонлоғо буйынса Көньяҡ Америкала өсөнсө йылға.
Сан-Франсиску | |
---|---|
порт. Rio São Francisco | |
Сан-Франсискулағы каньон | |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 2830 км |
Бассейн | 641 000 км² |
Һыу сығымы | 3300 м³/с |
Һыу ағымы | |
Тамағы | Атлантик океан |
· Бейеклеге | 0 м |
· Координаталар | 10°30′15″ ю. ш. 36°23′40″ з. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | Атлантик океан |
Ил | Бразилия |
Регион | Төньяҡ-көнсығыш регион |
Район | Алагоас, Баия, Минас-Жерайс, Пернамбуку, Сержипи |
Сан-Франсиску Викимилектә |
География
үҙгәртергәБразилия яҫы таулығының иң бейек урта өлөшөндә — Серра-да-Канастра тауҙарында башлана. Үрге ағымында тупһалы, шәп ағымлы, ғәҙәти тау йылғаһы характеристикаһына эйә. Урта ағымында йылға тектоник сығышлы киң үҙән буйлап Атлантик океан яр буйына параллель рәүештә аға. Каброро ҡалаһынан һуң көньяҡ-көнсығышҡа табан борола һәм яр буйы һырттары аша үтеп, бихисап тупһалар һәм бейеклеге 81 метрға еткән Паулу-Афонсу шарлауыҡтарын барлыҡҡа килтерә. Артабан Атлантик океанға ҡоя.
Оҙонлоғо — 2830 км, йылға бассейны яҡынса 641 мең км². XX быуат уртаһында йылғала гидроэлектростанция каскадтары, өс һыуһаҡлағыс (Трес-Мариас, Собрадиньо, Итапарика) төҙөлгән. Һыуһаҡлағыстар төҙөү суднолар йөрөшөнә булышлыҡ итә һәм һыу юлын оҙонайта.
Барра ҡалаһы янында уртаса һыу сығымы 3000 м³/с тәшкил итә. Паулу-Афонсу районында шул уҡ исемдәге милли парк урынлашҡан; экологик туризм үҫешкән.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Сан-Франсиску в Географической энциклопедии(недоступная ссылка)
- Сан-Франсиску в БСЭ(недоступная ссылка)