Сант-Андреа (Мантуя)
'Сант-Андреа базиликаһы (ит. Andrea di Basilica Sant) — апостол Андрей Первозванный хөрмәтенә Мантуя ҡалаһында төҙөлгән базилика.
Сант-Андреа | |
итал. Basilica di Sant'Andrea | |
Нигеҙләү датаһы | 1472 |
---|---|
Исем | basilique Saint-André[1] һәм Sant'Andrea[2] |
Кем хөрмәтенә аталған | Андрей Первозванный[d] |
Нигеҙләүсе | Лудовико III[d] |
Дәүләт | Италия[3][4] |
Административ-территориаль берәмек | Мантуя[d][3][5][4] |
Епархия | Roman Catholic Diocese of Mantua[d] |
Христианский литургический обряд | латинский обряд[d] |
Архитектор | Леон Баттиста Альберти[d] |
Архитектура стиле | Яңырыу архитектураһы[d] |
Мираҫ статусы | культурное наследие Италии[d][5][4] һәм Бөтә донъя мираҫының өлөшө[d] |
Адрес | Piazza Andrea Mantegna[5] |
Рәсми сайт | santandreainmantova.it |
Тасуирлау биттәре | dati.beniculturali.it/ic…[4] |
Страница учреждения на Викискладе | Church of Sant'Andrea, Mantua |
Сант-Андреа Викимилектә |
Альберти проекты
үҙгәртергәБаштан базилика бенедикт монастыры биләмәһендә төҙөлә. Готика осоронда уҡ бында монастырь сиркәүен төҙөйҙәр. Ул сиркәүҙең бары тик бер стенаһы һәм һуңғы готика осороноң 1414 йылғы ҡоролмаһы-кампанила ғына һаҡланып ҡалған.
XV быуатта сиркәү ҡороу инициаторҙары булып ҡала хужаһы Лодовико III Гонзага һәм уның улы, кардинал Франческо Гонзага була. Ғибәҙәтхана асыуҙың маҡсаты — базилика ҡалала улар ғаиләһенең власын күрһәтеп торорға һәм шулай уҡ уларҙың вәкилдәренә кәшәнә булып хеҙмәт итергә тейеш була.
Ул ваҡытта яңы төр ҡорам төҙөүҙең иң ҙур абруйлы оҫтаһы Леон Баттиста Альберти була. Һәм Мантуя ҡалаһында яңы ғибәҙәтхана проектын яһау тап уға тапшырыла. Проект булдырыла, һәм 1472 йылда ҡорам төҙөлә башлай. Мөһабәт ҡорам был ҡалаға ғибәҙәт ҡылыуға килеүселәр өсөн төп урын булып тора. Риүәйәттәр буйынса, Голгофала булған йөҙ башы Лонгин йыйып алған Ғайса Мәсихтең ҡаны һалынған флакон торған.
Архитектор-төҙөүселәр һәм төҙөлөш
үҙгәртергәАльберти вафат була, уның проектын тормошҡа ашырыусылар араһында Лучано Лаурана, Лука Фанчелли була. XV быуатта бәләкәй сиркәүҙе төҙөп өлгөрәләр, унда флакондағы реликвияны һаҡларға ҡуялар. Шулай уҡ 1488 йылда уҡ сиркәүҙең фасадында мөһабәт триумфаль арканы ла төҙөйҙәр. Ғибәҙәтхананы төҙөү бик оҙаҡ дауам итә.
Төҙөлөш тулыһынса бары тик XVIII быуатта ғына тамамлана. Тәреләр араһында, ниһайәт, архитектор Юварра Филиппо Юварра 1732 йылда барокко стилендәге сиркәү башын төҙөп бөтөрә.
Мөһабәт ҡорам килеп сыға, әммә ул гармонияһыҙ була, сөнки төрлө архитекторҙар төрлө ваҡытта төрлө стиль элементтарын ҡулланғанлыҡ ҡорамға ошондай күренеш бирә. Бары тик базиликаның интерьеры ғына Альберти уйлағанса йыһазландырыла.
Ҡорамдың тасуирламаһы
үҙгәртергәҒибәҙәтхана латин тәреһе формаһында төҙөлә. Уның айырым түбәләренең тәреһе араһында сиркәүҙең бары тик бер башы ғына күтәрелеп ҡуйыла. Алтарь өлөшө апсиданы барлыҡҡа килтерә. Төп фасады боронғо Рим триумф аркаһы рәүешендә башҡарыла. Арка арауығы өс өлөшкә велтен пилястрҙары менән бүленгән: ҡабырға өлөштәре бәләкәйерәк, ә үҙәк өлөшөндә өҫтәлмә инеү урыны һәм скульптуралар өсөн уйымдар эшләнгән. Ғибәҙәтхана ишеге велетен уйым-аркаһы менән акцентланған.
Ҡорам Гонзагалар ырыуының кәшәнәһе булмай. Әммә бында кватроченто дәүеренең бөйөк рәссамдарының береһе — Андреа Мантеньяның ҡәбере тора. Ғибәҙәтхананың төп сиркәүе күренекле маньерист Джулио Романоның фрескалары менән биҙәлгән.
Храм органы
үҙгәртергәХәҙерге замандағы ҡорам органы — сағыштырмаса һуңғараҡ ҡуйылғаны. Ул 1850 йылда Бергамо ҡалаһында ағалы-энеле Серацци оҫтаханаһында яһала. Музыка ҡоралында ике мануал бар һәм уларҙың берәүһе аяҡтар менән файҙаланыуға тәғәйенләнгән.
Сығанағы
үҙгәртергә- Vecchi Cerchiari ed De Elda Pierluigi, arte tempi dell’I, 2 volume, Bompiani, 1999 Milano. ISBN 88-451-7212-0
- ↑ Vasari G. Vies des peintres, sculpteurs et architectes (фр.) / L. Leclanché — Paris: 1841. — Vol. 1. — P. 375.
- ↑ Vasari G. Les Vies des meilleurs peintres, sculpteurs et architectes (фр.) / C. Weiss — Paris: 1903. — P. 487.
- ↑ 3,0 3,1 archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 dati.beniculturali.it — 2014.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 (unspecified title) (итал.)