Санкт-Петербург ҡатын-ҡыҙҙар медицина институты

Санкт-Петербург (Петроград) ҡатын-ҡыҙҙар медицина институты (1897—1917) — Рәсәй империяһының шәхси ҡатын-ҡыҙҙар шәхси медицина юғары уҡыу йорто[2]

Санкт-Петербург ҡатын-ҡыҙҙар медицина институты
Нигеҙләү датаһы 14 (26) сентябрь 1897[1]
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй империяһы
Административ-территориаль берәмек Санкт-Петербург
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1917
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d]
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Санкт-Петербургского женского медицинского института[d]
Карта
 Санкт-Петербург ҡатын-ҡыҙҙар медицина институты Викимилектә

Санкт-Петербург ҡатын-ҡыҙҙар медицина институты тураһында ҡарар 1895 йылдың 1 (13) июнендә раҫлана. Был положениела (§ 20) « классик гимназияның 8 класын тамамлаған һәм өлгөргәнлек аттестатын алған ҡатын-ҡыҙҙар институтҡа һынауһыҙ ҡабул ителә» тип күрһәтелә. Институт, Ҡатын-ҡыҙҙар табиплыҡ курсы ябылғандан һуң 13 йыл үткәс, — 1897 йылдың 14 (26) сентябрендә асыла. Ул Европала һәм Рәсәйҙә тәүге уҡыу йорто була, унда ҡатын-ҡыҙҙар юғары медицина белеме ала. Институт уның өсөн махсус төҙөлгән Архиерей урамының 6-сы йортонда урынлаша. Анатомия институты өсөн айырым бина төҙөлә. Шулай уҡ йәнәшәлә институт студенттарына ятаҡ өсөн 120 кешегә иҫәпләнгән ҙур бина төҙөлә[3]

Институтты асыу өсөн Лидия Алексеевна Шанявская байтаҡ аҡса бүлә. Һуңынан институтты финанслауҙа уның сығарылыш уҡыусыһы, Нобелдәр ғаиләһе вәкиле — Марта Людвиговна Нобель-Олейникова ҡатнаша[4].

Институт уҡытыусыдары исемлегендә[5]:П. М. Альбицкий, В. М. Бехтерев, Р. Р. Вреден, Н. П. Ивановский, С. Я. Кульнев, А. М. Левин, В. И. Недригайлов, Н. И. Рачинский, Д. А. Соколов, А. С. Таубер, В. А. Тиле, В. Н. Тонков, Ю. Ю. Трейберг, В. А. Фаусек, Н. Н. Феноменов, Г. В. Хлопин, И. А. Шабад була.

Институтҡа тыңлаусылар итеп урта белем алған һәм латин теленән имтихан тапшырған 20-35 йәштәге кешеләр алына; имтихандарҙан өлгөргәнлек аттестаты алыусылар һәм юғары ҡатын-ҡыҙҙар курсын тамамлаусылар һәм унда латин теленән имтихан тапшырғандар азат ителә. Уҡыу программаһы медицина факультеттары программаһына ярашлы төҙөлә. Ғилем курсы — 5 йыл. Зачет һәм һынауҙар медицина факультеты ҡәғиҙәләре буйынса алына. Курсты тамамлаусыларға ҡатын-табип исеменә диплом бирелә, был уларға:

  1. һәр ерҙә шәхси практика хоҡуғын,
  2. ҡатын-ҡыҙҙар уҡыу йорттары һәм Аллаһ биналарында, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар дауаханаларында, шәфҡәт туташтары общиналарында һәм табип-полиция учреждениеларында табип вазифаларын биләүҙе (дәүләт хеҙмәтенән тыш)
  3. земство участка дауаханаһы һәм ауыл дауаханалары, ә ҡалала — ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар дауаханаһы һәм дөйөм дауаханалар эргәһендә ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар бүлектәре менән етәкселек итеүҙе.
  4. ҡатын-ҡыҙҙар һәм балаларҙы суд-медицина тикшереүе ваҡытында суд табибы ярҙамсыһы сифатында саҡырылыуы хоҡуғын бирә

1904 йылда институттың яңы положениеһы раҫлана, уға ярашлы уның уҡыу һәм матди саралары һиҙелерлек арта һәм ул медицина факультеттары менән тигеҙләшә. Кафедраларҙың дөйөм һаны — 32. Тыңлаусылары булып урта белем алған һәм ир-аттар гимназияһының уҡыу курстарынан өҫтәмә һынау тотҡан 19-28 йәштәге кешеләр ҡабул ителә. Йәһүд динен тотҡандар өсөн ҡабул итеү өсөн сиктәр ҡаралған (3 процент). Курсты уңышлы тамамлағандар институтта фәнде камиллаштырыуға ҡалдырыла һәм профессорҙарға шаттан тыш ассистент булып тәғәйенләнә. Курс тамамлаусылар медицина эшмәкәрлегенә бөтә хоҡуҡтар менән, чиндар биреү хоҡуғынан тыш, табип исеменә диплом ала. Институтҡа медицина докторы дәрәжәһенә һынауҙар алыу һәм диплом биреү хоҡуғы бирелә. Институт курсын тамамлаусыларға йәки шуға ярашлы имтихан тотоусыларға университет янында йәки хәрби-медицина академиһында ғилми медицина дәрәжәһе алыу хоҡуғы бирелә. Сит ил докторлыҡ дипломына эйә булған ҡатын-ҡыҙҙар министрҙан табип исеменә имтихандарға тотоу өсөн рөхсәт алыуҙан азат ителә.[6]

1902 йылдың ноябрендә институттың тәүге сығарылышы үтә. 1905 йыл башына институтта 1500 кеше уҡый.

Институт директорҙары :

    • 1897—1899 — В. К. Анреп
    • 1899—1905 — Д. О. Отт
    • 1905—1911 — С. С. Салазкин — студенттар хәрәкәтен хуплағаны өсөн вазифаһынан бушатыла һәм баш ҡаланан ебәрелә.
    • 1911—1920 — Б. В. Верховский

1918 йылда институт I-се Петроград медицина институты итеп үҙгәртелә

Ҡатын-ҡыҙҙар институты бинаһы Рәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты, төбәк әһәмиәтендәге тарихи ҡомартҡы[7]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Лопатина Е. В., Пасатецкая Н. А., Колбанов В. В., Коробкова А. М. Профессор В.И. Вартанов — к 170-летию со дня рождения, Professor V.I. Vartanov — to the 170th anniversary of his birth (урыҫ) // Историко-биологические исследования — 2023. — Т. 15, вып. 3. — С. 170—177. — ISSN 2076-8176; 2500-1221doi:10.24412/2076-8176-2023-3-170-177
  2. В настоящее время (в результате преобразований) правопреемником женского медицинского института является Первый Санкт-Петербургский государственный медицинский университет имени академика И. П. Павлова.
  3. Первый женский календарь на 1903 год: Год 5-й / Медицинский отдел под ред. проф. Н. И. Быстрова / [Сост.] П. Н. Ариян. — СПб.: паровая скоропеч. «Труд», 1903. — С. 232—236.
  4. История ПСПбГМУ (официальный сайт).
  5. Лица Санкт-Петербургского женского медицинского института
  6. Женское образование // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  7. Закон Санкт-Петербурга № 141-47 от 02.07.1997 (21.07.1997)

Женское образование // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә