Санкт-Петербург юғары ҡатын-ҡыҙ медицина курстары
Юғары медицина ҡатын-ҡыҙ курстары — рус. Санкт-Петербургские высшие женские медицинские курсы — Рәсәй империяһының Санкт-Петербургтағы юғары медицина уҡыу йорто.
Санкт-Петербург юғары ҡатын-ҡыҙ медицина курстары | |
Нигеҙләү датаһы | 1872[1] |
---|---|
Дәүләт |
Рәсәй империяһы СССР |
Административ-территориаль берәмек | Санкт-Петербург |
Был Рәсәйҙә генә түгел, бөтә донъяла тәүге ҡатын-ҡыҙҙар табиплыҡ курстары булған[2].
Тарихы
үҙгәртергәСанкт-Петербургтағы медицина-хирургия академияһы ҡарамағындағы юғары ҡатын-ҡыҙҙар медицина курстары 1872 йылда асыла.
Тәүҙә улар «ғалим акушеркалар» әҙерләү өсөн дүрт йыллыҡ уҡыу ваҡыты менән «тәжрибә рәүешендә» ойошторола. 1876 йылда дүрт йыллыҡ эксперименттан һуң бишенсе уҡыу йылы өҫтәлә, һәм уҡытыу курсы университеттарҙың медицина факультеттарында һәм Медицина-хирургия академияһында уҡытыу программаларына тиңләштерелә.
Тыңлаусылар өсөн Санкт-Петербургтың ҡайһы бер дауалау учреждениеларында (Обухово һәм Калинкино дауаханалары, Мария бала табыусыларға ярҙам йорто, Ольденбург балалар дауаханаһы һәм башҡалар) практика үтеү мөмкинлеге асылды. Ҡайһы бер үҙенсәлекле фәндәр (акушерлыҡ, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар ауырыуҙары) ошо курстарҙа тәрәнерәк программа буйынса уҡытылған[3].
- Уҡырға инеү шарттары
Курстарға «ҡатын-ҡыҙ енесле» уҡырға инергә теләүселәрҙән 20 йәштән кесерәк булмау, ҡабул итеү имтихандары тапшырыу, ҡатын-кыҙҙар гимназияһын, институт йәки педагогик курстарҙы тамамлаған булыуы, ә өйҙә белем алғандарҙан «гимназия курсы предметтары буйынса өй уҡытыусыһы дипломы» булыуы талап ителгән[3].
- Финанслау
Курстар дәүләт ҡарамағында булмаған, шуға күрә улар иғәнәләр һәм бюджеттан тыш субсидиялар иҫәбенә эшләгән. Шуға ярашлы курстарҙа уҡыу түләүле була. 1877—1879 йылдарҙа ғына хәрби министрлыҡ яғынан ҡатын-ҡыҙ медицина курстарына бер тапҡыр бирелә торған финанс ярҙамы күрһәтелә, ә 1877-нән 1882-гә тиклем йыл һайын ойошторолған дәүләт субсидияһы бирелергә тейеш була. Курстарҙы финанслау һәм эшләтеү өсөн төп капиталдан танылған хәйриәсе — Лидия Алексеевна Родственная бүләк иткән 50 000 һум күләмендәгә аҡсанан проценттар тотонола, һуңғараҡ ул генерал һәм сәнәғәтсе меценат А. Л. Шанявскийға тормошҡа сыға.
- Уҡытыусылар
Ҡатын-ҡыҙ медицина курстарында уҡытыусылар составы, башлыса, Академик И. П. Павлов исемендәге Беренсе Санкт-Петербург дәүләт медицина университеты һәм Хәрби-медицина академияһы профессорҙарынан була, шулай уҡ унда Санкт-Петербург төп дауаханаларының әйҙәүсе табиптары һәм консультанттары ингән. Курстар уҡытыусылары араһында А. П. Бородин, П. Сущинский, В. М. Тарновский, К. А. Раухфус һәм башҡа билдәле Рәсәй табиптары була.[3]
- Ябылыуы
Юғары ҡатын-ҡыҙҙар медицина курстары 1882 йылда ябыла. Рәсәй тәхетенә ултырған Александр III батша Александр II реформаһын бөтөрөү менән бәйле күп ҡатын-ҡыҙҙар курстары ябыла. Һуңғараҡ ҡайһы берҙәре яңынан асыла, әммә Санкт-Петербург ҡатын-ҡыҙ медицина курстары башҡаса тергеҙелмәй.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Елина О. Ю. Дамы на полях: образование и карьера первых женщин-агрономов, конец XIX — начало XX в., Ladies in the Fields: Education and Career Development of Women Agronomists, late XIX — early XX century (урыҫ) // Историко-биологические исследования — 2018. — Т. 10, вып. 2. — С. 67—99. — ISSN 2076-8176; 2500-1221 — doi:10.24411/2076-8176-2018-11957
- ↑ Вадемекум по высшему женскому образованию / Сост. Д. Марголин. — Киев: И. И. Самоненко, 1915. — С. 7.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Высшие женские медицинские курсы в Петербурге .