Санкт-Петербург дәүләт урман техник университеты

Рәсәй Федерацияһының юғары уҡыу йорты

Санкт-Петербург дәүләт урман техник университеты (рус. Санкт-Петербу́ргский госуда́рственный лесотехни́ческий университе́т им. С. М. Ки́рова (СПбГЛТУ) (Лесотехническая академия, ЛТА исеме менән билдәле)) — Санкт-Петербургта юғары уҡыу йорто, 1803 йылда император Александр I указына ярашлы асылған.

Санкт-Петербург дәүләт урман техник университеты
Нигеҙләү датаһы 1803[1]
Рәсем
Рәсми атамаһы Царскосельский лесной институт, Форст-Институт, Санкт-Петербургский лесной институт, Лесной и межевой институт, Лесная академия, агрономическое отделение Земледельческого института, Санкт-Петербургский лесной институт, Петроградский лесной институт, Ленинградский лесной институт, Ленинградская лесотехническая академия, Санкт-Петербургская лесотехническая академия, Ленінградская лесатэхнічная акадэмія һәм Санкт-Пецярбургская лесатэхнічная акадэмія
Ҡыҫҡаса атамаһы ЛТА, СПбГЛТА һәм СПбГЛТУ
Кем хөрмәтенә аталған Киров Сергей Миронович
Нигеҙләүсе Александр I Павлович
Етәксе Иванов, Леонид Александрович (ботаник)[d][1]
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Выборг районы
Уҡыусылар һаны 9350
Баш компания (ойошма, предприятие) Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы[d][2]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены
Входит в состав списка памятников культурного наследия Культурное наследие России/Санкт-Петербург/Выборгский район (часть 1)[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d][3]
Рәсми сайт spbftu.ru
Указания, как добраться Институтский переулок, 5
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Санкт-Петербургского лесотехнического университета[d]
Карта
 Санкт-Петербург дәүләт урман техник университеты Викимилектә

Объект культурного наследия народов РФ федераль әһәмиәтендәгеРәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты федераль әһәмиәтендәге
рег. № 781620667080006 (ЕГРОКН)
объект № 7810193000 (БД Викигида)

Санкт-Петербург дәүләт урман техник университеты - юғары һәм юғары уҡыу йортонан һуң һөнәри белем биреү программаларын ғәмәлгә ашырған дәүләт юғары уҡыу йорто; урман хужалығы, урман, ағас эшкәртеү, урман-химия, целлюлоза-ҡағыҙ, гидролиз сәнәғәте өлкәһендә юғары квалификациялы белгестәр әҙерләүҙе, ҡайтанан әҙерләүҙе һәм уларҙың квалификацияһын күтәреүҙе тормошҡа ашыра; фундаменталь тикшеренеүҙәр һәм практик тикшеренеүҙәр алып бара. Университет Рәсәй Федерацияһы юғары урман техник уҡыу йорттарының төп ғилми һәм методик үҙәге булып тора.[4].

Уҡыу йорто 1917 йылҫа тиклем

үҙгәртергә

1803 йылдың 19 майында Александр I-нең Царское село ауылында Ғәмәли урман училищеһын ойоштороу тураһында положениены раҫлаған указы сыға[5]. Ҡайһы бер рәсми документтарҙа уҡыу йорто Царское село урман институты тип атала.

1811 йылдың ғинуарында Царское ауыл урман институты Санкт-Петербургтың Выборгская сторона тигән өлөшөнә күсерелә (институт ағастан эшләнгән иҫке фермала урынлашҡан була). Орлов исемендәге урман институты менән ҡушылғандан һуң (1808 йылда Дәүләт урмандары директоры Орлов ойошторған) Форст-институт тип атала башлай.

1813 йылда Форст-Институтҡа Козельский урман институты ҡушылған (1804 йылда нигеҙ һалынған). Берләшкән уҡыу йорто Санкт-Петербург урман институты тип атала.

1826-1833 йылдарҙа архитекторҙар И. Лукини а Неллингер тарафынан дүрт айырым академик корпус төҙөлә.

1829 йылда Форст-институт Урман институты тип үҙгәртелә, уҡыу курсы 4 йылдан 6 йылға тиклем арттырыла һәм унда 10-14 йәшлек балаларҙы ҡабул ителә башлай.

1837 йылда Санкт-Петербург урман институты Урман һәм межалау институты исеме аҫтында хәрби-уҡыу йорто тип үҙгәртеп ҡорола. 1862 йылда Урман һәм межалау институты ябыла. Урман академияһы ойошторола. 1863-1864 йылдарҙа Земство институтының Урман академияһы бинаһына Гора-гороктан Санкт-Петербургка күсерелә. Агрономия һәм урман бүлектәренән торған Санкт-Петербург ер хужалығы институты ойошторолған.

1865 йылда Урман академияһы ябыла. 1877 йылдың ноябрендә Санкт-Петербург урман институтын үҙгәртеп ҡороуға бәйле агрономия бүлеген ябала. 1914 йылдан Санкт-Петербург урман институты Петроград урман институты тип атала.

Уҡыу йороо 1917 йылдан һуң

үҙгәртергә

1924 йылда институт Ленинград урман институты тип атала.

1929 йылдың 26 ноябрендә Урман техник академияһын үҙгәртеп ҡороу тураһында Ленинград урман институтын ойоштороу тураһында Бөтә Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарары сыға.

1935 йылдың 27 сентябрендә Ленинград урман-техник академияһына С. М. Киров исеме бирелде.

1953 йылдың 15 октябрендә СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы Указы менән М. Киров исемендәге Ленинград урман техник академияһы Ленин ордены менән бүләкләнгән.

1992 йылдың 13 февралендә Ленинград урман-техник академияһы М. Киров исемендәге Ленин орденлы Санкт-Петербург урман техник академияһы тип үҙгәртелә. 1993 йылдың 26 июлендә - М. Киров исемендәге Санкт-Петербург урман техник академияһы исеме бирлелә. 1997 йылдың 30 апрелендә М. Киров исемендәге Санкт-Петербург дәүләт урман техник академияһы тип атала. 2011 йылдың 10 февралендә университет статусы бирелә.

 
2-се корпусы

Институттар, факультет һәм бүлектәр

үҙгәртергә

Урман-техник университетының бүлектәре, алты институты Санкт-Петербургтың 1827 йылда асылған боронғо паркы биләмәһендә урынлашҡан, институт биләгән дөйөм майҙан 65 гектарҙан ашыу.

  • Тәбиғи фәнни һәм гуманитар белем биреү бүлеге (ОЕГО)
  • Урман һәм тәбиғәттән файҙаланыу институты (ИЛП)
  • Урман технологик машиналар һәм транспорт институты (ИТМТЛ)
  • Ағас биомассаһын һәм техносферик именлекте химик эшкәртеү институты (ИХПБДТБ)
  • Урман секторының идара итеү һәм иҡтисад институты (ИУЭЛС)
  • Ландшафт архитектура, төҙөлөш һәм ағас эшкәртеү институты (ИЛАСиОД)
  • Квалификацияны күтәреү тармаҡ-ара институты (МИПК)
  • Урта һөнәри белем биреү факультеты (КАЛП)

Тышҡы күренеше

үҙгәртергә

2020 йылдың 5 майында VK «Forest Today - про лес и лесной сектор»[6] СПбГЛТУ биналары һәм парк фотолары күрәһетелде:

 
1-се уҡыу бинаһы
 
2-се уҡыу бинаһы
 
2-се уҡыу бинаһы
 
1-се уҡыу бинаһы

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 «Тюремная автобиография» Николая Александровича Максимова. Часть 2, The “Prison Autobiography” by Nikolai Alexandrovich Maximov. Part II (урыҫ) // Историко-биологические исследования — 2017. — Т. 9, вып. 1. — С. 68—104. — ISSN 2076-8176; 2500-1221
  2. Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
  3. Постановление Правительства РФ № 527 от 10.07.2001
  4. Санкт-Петербургская Государственная Лесотехническая академия им. С. М. Кирова. Дата обращения: 13 февраль 2010. Архивировано из оригинала 4 ғинуар 2010 года. 2010 йыл 4 ғинуар архивланған.
  5. Об учреждении Практического лесного училища // Полное собрание законов Российской империи, с 1649 года. — СПб.: Типография II отделения Собственной Его Императорского Величества канцелярии, 1830. — Т. XXVII. 1802—1803. № 20776. — С. 620—622.
  6. Весна в первом лесном вузе — Санкт-Петербургском.. | Forest Today - про лес и лесной сектор | ВКонтакте. m.vk.com. Дата обращения: 18 май 2020.

Һылтанмалар

үҙгәртергә