Санкт-Петербург дәүләт инженер-иҡтисад университеты
Санкт-Петербург дәүләт инженер-иҡтисад университеты (ИНЖЭКОН) — Санкт-Петербургта 2012 йылға тиклем ғәмәлдә булған, иҡтисад һәм инженерия өлкәһендә махсуслашҡан университет.
Санкт-Петербург дәүләт инженер-иҡтисад университеты | |
Нигеҙләү датаһы | 1906 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Ленинградский инженерно-экономический институт |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Санкт-Петербург |
Алмаштырылған | Санкт-Петербург дәүләт иҡтисад һәм финанс университеты[1] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 2012 |
Рәсми сайт | engec.ru |
Санкт-Петербург дәүләт инженер-иҡтисад университеты Викимилектә |
2012 йылдың йәйендә ИНЖЭКОН-дың ректоры вазифаһын башҡарыусы Евгений Жгулев һәм ФИНЭК ректоры Игорь Максимцев яңы федераль иҡтисад университеты булдырыу идеяһын тәҡдим итәләр[2]. 2012 йылдың 1 авгусында Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығы Санкт-Петербург дәүләт инженер-иҡтисад университетын (ИНЖЭКОН) һәм Санкт-Петербург дәүләт иҡтисад һәм финанс университетын (ФИНЭК) үҙгәртеп ҡороу һәм берләштерелгән иҡтисади юғары уҡыу йортона — СПбГЭУ[3] ҡушыу юлы менән, Санкт-Петербург дәүләт иҡтисад университетын (СПбГЭУ) төҙөү тураһында 581-се бойороҡҡа ҡул ҡуя.
ФИНЕК-тың элекке ректоры Игорь Максимцев берләштергән иҡтисади юғары уҡыу йортоноң ректоры була.
Тарихы
үҙгәртергәСПбГИЭУ тарихы 1897 йылда асылған М. В. Побединскийҙың Шәхси иҫәп-хисап курстарынан башлана. Был уҡыу йорто шунда уҡ йәштәр араһында популярлыҡ яулай, сөнки белгестәр әҙерләү юғары профессиональ кимәлдә һәм практик йүнәлешле ойошторолоуы менән айырылып тора. 1904 йылда ойоштороусы, Рәсәйҙә шәп үҫешкән сауҙа һәм сәнәғәт ихтыяждарына йүнәлтеп, белгестәр әҙерләү системаһын реформалаштыра. М. В. Побединскийҙың белгестәрҙе әҙерләү Германияның юғары иҡтисад мәктәбе программаһы буйынса алып барылған Шәхси Санкт-Петербург коммерция курстары ойошторола.
1906 йыл курстар тарихында әһәмиәтле йыл була. Ул юғары уҡыу йорто статусы ала — «М. В. Побединскийҙың юғары коммерция курстары». Был йылды Санкт-Петербург дәүләт иҡтисад һәм финанс университетының Рәсәйҙең юғары уҡыу йорто булараҡ нигеҙ һалыныу йылы тип иҫәпләргә кәрәк. Курстарҙа лекциялар уҡыр өсөн Политехник институттың, Император университетының һәм баш ҡаланың бер нисә юғары уҡыу йорттарының иң яҡшы уҡытыусылары саҡырыла: Е. В. Тарле, А. А. Корнилов, В. Н. Сперанский, С. В. Мыльников, Ваҡытлы хөкүмәттең финанс министры А. И. Шингарев һәм М. В. Бернацкий һәм башҡалар.
1917 йылда Юғары коммерция курстары М. В. Побединскийҙың Сауҙа-сәнәғәт институтына үҙгәртелә. Совет власы шәхси уҡыу йортон национализациялай. 1919 йылда Сауҙа-сәнәғәт институты Фридрих Энгельс исемендәге халыҡ хужалығы институты составына инә.
1926 йылда Ленинград халыҡ хужалығы институтында (ЛИНХ) үҙ аллы Сәнәғәт бүлеге булдырыла, уны тамамлаусылар (1927 йылда 79 кеше) беҙҙең илдең беренсе инженер-иҡтисадсылары булалар. 1930 йылдың 26 июнендә Сәнәғәт бүлеге Сәнәғәт һәм хеҙмәт институтына үҙгәртеп ҡорола. 1930 йылдың 21 авгусында уның исемен Ленинград инженер-иҡтисад институты (ЛИЭИ) тип үҙгәртәләр. Юғары уҡыу йорто төрлө йылдарҙа Фридрих Энгельс, СССР Хөкүмәте Рәйесе Вячеслав Молотов Михайлович (1931—1957), итальян коммунистары лидеры Пальмиро Тольятти (1964—1992) исемдәрен йөрөтә.
1992 йылда институт академия статусы ала. 2000 йылдың 19 июлендә академия Санкт-Петербург дәүләт инженер-иҡтисад университеты (ИНЖЭКОН) тип үҙгәртелә.
Санкт-Петербург дәүләт инженер-иҡтисад университетында төрлө йылдарҙа Нобель премияһы лауреаты, академик Л. В. Канторович, академик Л. А. Мелентьев, С И. Солнцев, СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты М. И. Боголепов, профессор В. В. Новожилов уҡыта.
2012 йылдың 1 авгусында мәғариф һәм фән министры Дмитрий Ливанов ҡаланың ике юғары уҡыу йортон — ФИНЭК һәм ИНЖЭКОН-ды берләштереү юлы менән Санкт-Петербург дәүләт иҡтисад университетын төҙөү тураһында 581-се бойороҡҡа ҡул ҡуя
2012 йылдың 15 декабрендә Санкт-Петербург дәүләт инженер-иҡтисад университеты яңынан Санкт-Петербургтың иң көслө юғары уҡыу йорттары исемлегенә инә һәм илдең иң көслө биш юғары иҡтисади уҡыу йорто араһында урын биләй[4].
Факультеттары
үҙгәртергә- Иҡтисад һәм менеджмент юғары мәктәбе
- Гуманитар
- Иҡтисадта һәм идара итеүҙә информацион системалар факультеты
- Менеджмент
- Хоҡуҡ һәм иҡтисади хәүефһеҙлек
- Финанс һәм эшҡыуарлыҡ
- Төбәк иҡтисады һәм идараһы
- Ҡунаҡханалар хужалығы һәм туризм
- Машиналар төҙөүҙә иҡтисад һәм идара итеү
- Транспорт һәм логистика
- Нефтегазхимия комплексында иҡтисад һәм идара итеү һәм экологик хәүефһеҙлек факультеты
- Медиаиндустрия
Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре территорияһында «Деревня Знаний» (Knowledge Village) ирекле иҡтисади зонала ИНЖЭКОН вәкиллегенә 2005 йылда нигеҙ һалына.
Университеттың билдәле тамамлаусылары һәм студенттары
үҙгәртергә- Мордашов, Алексей Александрович — эшҡыуар, идара хеҙмәткәре
- Чубайс, Анатолий Борисович — иҡтисадсы, сәйәсмән.
- Плющенко, Евгений Викторович — фигурист.
- Зайков, Лев Николаевич — Ленинград КПСС өлкә комитетының беренсе секретары, унан һуң КПСС Мәскәү ҡала комитетының беренсе секретары
- Зачиняев, Ярослав Васильевич — Рәсәй ғалимы: химия фәндәре докторы, биология фәндәре докторы.
- Спивак Семен Яковлевич — режиссер, «Фонтанкалағы Театрҙың» художество етәксеһе.
- Кубатьян, Григорий Степанович — сәйәхәтсе, журналист.
- Артемьев Сергей Васильевич — хәҙерге заман рәссамы, портретсы.
- Красавин, Вячеслав Федорович — полициягенерал-лейтенанты.
- Кержаков, Александр Анатольевич — футболсы, «Зенит» ФК уйынсыһы .
- Стариков, Николай Викторович — сәйәсмән, яҙыусы-публицист, «Великое Отечество» партияһы лидеры
- Макаров, Вячеслав Серафимович — сәйәсмән, 2-се, 3-сө, 4-се, 5-се саҡырылыш депутат Санкт-Петербург ЗАГС-ынан, Санкт-Петербург ЗАГС-ы вәкиле, Санкт-Петербургта «Берҙәм Рәсәй» партияһының лидеры.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
- ↑ Министерство образования и науки, объединение ИНЖЭКОНа и ФИНЭКа . 2013 йыл 28 июль архивланған.
- ↑ Санкт-Петербургский Государственный Экономический Университет
- ↑ www.finec.ru 2012 йыл 22 октябрь архивланған.