Сампо (кинотеатр)
Кинотеатр | ||
Сампо
| ||
1960-е 1960-е | ||
Ил | Россия | |
Урыны | Ҡалып:Флагификация/Республика Карелия, Петрозаводск | |
Координаталар | 61.778449/34.375831 | |
Архитектура стиле | неоклассицизм | |
Архитектор | Юрий Русанов | |
Төҙөлөшө | 1940—1941 йылдар | |
Бөгөнгө хәле | емерек | |
|
«Сампо» кинотеатры — Бөйөк Ватан һуғышы алдындағы архитектура ҡомартҡыһы. Карелия Республикаһы Петрозаводск ҡалаһының Урицкий проспектында (хәҙер Александр Невский проспекты) урынлашҡан.
Тарих
үҙгәртергәТөҙөлөш һәм асыу
үҙгәртергәКинотеатр архитектор Юрий Русанов проекты буйынса 1940 йылда төҙөлә башлай. Русанов Петербург архитекторы Иван Фомидың өйрәнсеге була, улар «пролетар классикаһы» тип аталған үҙенсәлекле неоклассицизм йүнәлешендә ижад итәләр. Был стиль үҙ эсенә конструктивизмдың ябайлығын һәм классик архитектура формалы авангардты алып торған. Кинотеатр бинаһы тап ошо стилдә төҙөлә — уға ҡыҫҡа архитектура элементтары (мәҫәлән, капителһеҙ һәм базаһыҙ «парлашылған» колонналар, ябай һәм бик ҡәтғи декорациялар хас[1].
Фин ғәскәрҙәре оккупацияһы осорона тиклем Петрозаводск ҡалаһында 1941 йылда төҙөлөш эштәре тамамланған тиерлек була, бары тик бина эстәрен һылап биҙәү эштәре генә үткәрелә. Шулай итеп, кинотеатрҙы асыу хоҡуғы оккупанттарға эләгә, улар кинотеатрҙы «Укко» тип карел-фин мифологияһындағы йәшен аттырыусы Алла хөрмәтенә уның исеме менән атайҙар. 1944 йылда совет ғәскәрҙәре ҡаланы немецтарҙан азат итә һәм кинотеатрҙы «Сампо» тип, шул уҡ мифологияға ярашлы, тылсымлы предмет, бәхет сығанағы, именлек һәм муллыҡ символы итеп атайҙар[1].
Совет йылдарында
үҙгәртергәҺуғыштан һуң бинаның эске эштәре менән архитектор Гутин Кусиэль етәкселек итә. Совет йылдарында «Сампо» кинотеатрында ҡалаланың иң ҙур һәм заманса тамаша залы булған. Ул ишектәрен бөтә ҡала кешеләре өсөн дә, шул иҫәптән элекке концлагерь тотҡондары өсөн дә аса һәм «мәҙәниәт ҡорамы» ғына булып ҡатмайынса, ә Еңеү һәм азатлыҡ символы булып тора. 1956 йылда уның тамаша залы яңынан йыһазландырыла, һәм «Сампо» Карелияла һәм Петрозаводскиҙа беренсе киң форматлы экранлы кинотеатрға әйләнә. Күп кенә техник яңылыҡтар тап бында барлыҡҡа килә, һуңынан улар республиканың башҡа ҡалаларындағы кинотеатрҙарҙа ла ҡулланыла[2].
Бөлгөнлөккә төшөү
үҙгәртергәСССР тарҡалғандан һуң дәүләт кинотеатрҙарҙы үҫтереү менән шөғөлләнеүҙе туҡтата, һәм «Сампо» коммерцияға ҡоролған телевидение һәм Интернет селтәрҙәренән торған конкуренттарынан еңелә башлай. 2005 йылда «Dolby Digital» системаһы менән йыһазландырылыуына ҡарамаҫтан, кинотеатр үҙенең эшмәкәрлеген туҡтата. Бушап ҡалған кинотеатр бинаһында Йәштәр үҙәгенең фестивалдәре һәм төрлө саралары үткәрелә.
2007 йылда Петрозаводскиҙа йәш ғаиләләр һәм үҫмерҙәрҙең ялын ойоштороу өсөн «Сампо» муниципаль йәштәр комплексын булдырырға булалар. Шул ваҡытта кинотеатрҙы реконструкциялау һәм иҫке бинаны киңәйтеү өсөн аҡса бүленә. Бынан тыш, «Сампо» кинотеатры бинаһын муниципаль әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекттары исемлегенә индерергә уйлайҙар. Тик башланғыстарҙың барыһы ла ҡағыҙҙа ғына ҡала килә.
Ике йыл үткәс, Петрозавоскд ҡала советы кинотеатр бинаһын торған участкаһы менән бергә шәхси ҡулға һатыыу тураһында ҡарар ҡабул итә. «Тәбиғи иҫкергән» бинаны 2012 йылда һаҡлау мөмкин булмағанлыҡтан, йыл дауамында ул тулыһынса һүтелгән[3].
Әлеге ваҡытта Александр Невский проспекты һәм Калинин урамы киҫелешендә, элекке «Сампо» кинотеатры урынында, заманса торлаҡ комплексы урынлашҡан[1].
Иҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Александр Лычагин. Петрозаводск, который мы потеряли: Кинотеатр "Сампо" (Видео) (13 май 2019). Дата обращения: 8 декабрь 2020.
- ↑ Елена Ициксон. Реквием по кинотеатру «Сампо» (1 август 2011). Дата обращения: 8 декабрь 2020.
- ↑ Жители Петрозаводска до сих пор сожалеют о разрушенном кинотеатре «Сампо». ОПРОС . Дата обращения: 8 декабрь 2020.