Самотейкин Михаил Алексеевич

Самотейкин Михаил Алексеевич (4 апрель 1926 йыл19 сентябрь 1987 йыл) — патологоанатом, медицина фәндәре докторы, профессор (1967).

Самотейкин Михаил Алексеевич
Зат ир-ат
Тыуған көнө 4 апрель 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})
Вафат булған көнө 19 сентябрь 1987({{padleft:1987|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (61 йәш)
Вафат булған урыны Новосибирск, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө медицина
Эш урыны Амур дәүләт медицина академияһы[d]
Новосибирск дәүләт медицина университеты
Уҡыу йорто Һарытау дәүләт медицина университеты
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Михаил Алексеевич Самотейкин 1926 йылдың 4 апрелендә тыуған. 1951 йылда Һарытау медицина институтын (хәҙер Һарытау дәүләт медицина университеты) уңышлы тамамлай. Институттың патологик анатомия кафедраһында аспирантурала уҡый.

1954 йылда тему «О влиянии повышенного кровяного давления на кровеносные сосуды легких» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай (1954). 1966 йылда Благовещен медицина институтында «Бронхоспастический ателектаз легких и его роль в развитии пневмоний у детей раннего возраста» темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай (ғилми етәксеһе СССР Медицина фәндәре академияһының академигы Анатолий Иванович Струков)[1].

1954–1956 йылдарҙа ассистент,

1956–-1968 йылдарҙа Благовещен медицина институтының патологик анатомия кафедраһы (хәҙер Амур дәүләт медицина академияһы) мөдире;

1968–-1983 йылдарҙа Новосибирск медицина институтының (хәҙер Новосибирск дәүләт медицина университеты) патологик анатомия кафедраһы мөдире;

1968-–1971 йылдарҙа дауалау факультеты деканы,

1971–-1978 йылда Новосибирск медицина институтында уҡыу эштәре буйынса проректор.

Шулай уҡ патологоанатомдарҙың Бөтә Союз ғилми йәмғиәтенең патологоанатом йәмғиәтенең идара ағзаһы, «Архив патологии» журналының мөхәрририәт советы ағзаһы, патологоанатомдарҙың Новосибирск ғилми йәмғиәте рәйесе.

Самотейкин етәкселегендә 20 кандидатлыҡ һәм 6 докторлыҡ диссертацияһы әҙерләнә һәм яҡлана.

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе: йөрәктә, бөйөрҙәрҙә һәм баш мейеһендә микроциркуляция патологияһын өйрәнеү, бронхо-үпкә патологияһы һәм башҡалар.

М.А. Самотейкин патологик анатомия һәм микроциркулятор йүнәлешендәге патология мәсьәләләре буйынса 160-ҡа яҡын фәнни хеҙмәт авторы

Михаил Алексеевич Самотейкин 1987 йылдың 19 сентябрендә Новосибирскиҙа ҡаты ауырыуҙан һуң вафат булып ҡала, Новосибирскиҙа Заельцов зыяратында ерләнгән.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. История кафедры патологической анатомии. Дата обращения: 16 февраль 2018. Архивировано 14 февраль 2018 года.