Самойлов Наум Александрович
Самойлов Наум Александович (9 декабрь 1941 йыл, Ташкент, Үзбәк ССР-ы) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, техник фәндәре докторы (1995), профессор, Өфө дәүләт нефть техник университеты Технология факультетының «Нефтехимия һәм химик технология» кафедраһы профессоры (2001), «Химик технология процестары һәм аппараттары» һөнәре буйынса ӨДНТУ диссертация советы ағзаһы , Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы[1], Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2002).
Самойлов Наум Александрович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 9 декабрь 1941 (83 йәш) |
Тыуған урыны | Ташкәнт, Үзбәк ССР-ы[d], СССР |
Эш урыны | ӨДНТУ |
Уҡыу йорто | ӨДНТУ |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Профессор Н.А. Самойловтың фәнни ҡыҙыҡһыныуҙар өлкәһе адсорбция, ректификация, экстракцияның теоретик һәм практик проблемаларын, каталитик ҡаплауҙар эшләүҙе, сығарылған газдарҙы каталитик таҙартыуҙы, химик-технологик процестарҙың математик моделдәрен эшләүҙе, нефттең авария хәлендәге түгелеүен сорбция һәм адгезия нигеҙендә йыйыуҙы, Юғары мәктәп педагогикаһын үҙ эсенә ала.
Профессор Н.А. Самойлов 774 ғилми эш, шул иҫәптән 4 монография, 55 патент, 400-ҙән ашыу мәҡәлә, 30-ҙан ашыу уҡытыу-методик хеҙмәт баҫтырып сығарған.
Биографияһы
үҙгәртергәҒаиләһе һәм сығышы
үҙгәртергәНаум Александрович Самойлов 1941 йылдың 9 декабрендә Үзбәкстан ССР-ының баш ҡалаһы Ташкентта тыуған. 1941—1945 йылдарҙағы ҡот осҡос һуғыштарҙа Үзбәк ССР-ы миллионға яҡын совет гражданын һәм 200 меңдән ашыу баланы ҡабул иткән һәм аслыҡтан ҡотҡарған ҙур эвакуация үҙәге булған[2] . Ата — әсәһе Александр Израйлевич Самойлов һәм Фаня Наумовна Самойлова (ҡыҙ фамилияһы Резник)[3].
Белеме
үҙгәртергәӨфө ҡалаһының 62-се мәктәбен 1958 йылда көмөш миҙал менән тамамлай. Бала сағы, йәшлеге, өлгөргән йылдары — бөтә ғүмере Өфөнөң иң төньяҡ, сәнәғәт районы — Черниковка менән бәйләнгән. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Черниковкала (1944—1956 йылдарҙа Черниковск ҡалаһы) сәнәғәт предприятиелары төҙөлә[4].
1958—1963 йылдарҙа Өфө нефть институтында уҡый. Цеолиттар менән киптереүҙе тикшереү буйынса диплом проектын яҡлай. Институтты ҡыҙыл дипломға тамамлай һәм «Химия технологияһы процестары һәм аппараттары» кафедраһында ассистент булып эшләй. Һуңынан Өфө нефть институтында өлкән уҡытыусы, доцент, докторлыҡ диссертацияһын яҡлағандан һуң «Нефтехимия һәм химик технология» кафедраһы профессоры булып эшләй (1999 йылдан ӨДНТУ)[5]. Ғилми кандидат дәрәжәһенә, һуңынан техник фәндәр докторы дәрәжәһенә диссертациялары темалары цеолиттарҙа адсорбцияға арналған.
А. Самойлов университетта ике уҡыу-методика комплексын эшләп, «Математическое моделирование химико-технологических процессов» һәм «Применение ЭВМ в химической технологии» лабораторияларын ойоштора. Профессор Самойлов яҙған методик ҡулланмалар һәм уҡыу әсбаптары төп дәреслектәр булып ҡалыуын дауам итә. 2021 йылға ҡарата, Самойлов Н.А. 2 фән докторын һәм 5 фән кандидатын әҙерләгән, тағы 2 аспиранттың ғилми етәксеһе булып тора.
Наум Александрович «Теория и практика массообменных процессов химической технологии» халыҡ-ара ғилми конференцияһын (Марушкин уҡыуҙары) һәм профессор К. Ф. Богатых исемендәге «Процессы и аппараты химической технологии» халыҡ-ара студенттар олимпиадаһын ойоштороусы булып тора[6][7][8][9].
Ғилми хеҙмәттәр
үҙгәртергәСамойлов Н. А. 774 ғилми эшен, шул иҫәптән 4 монография; 55 патент, 400-ҙән ашыу мәҡәлә, 30-ҙан ашыу уҡыу-методик хеҙмәт баҫтырып сығарған. 2021 йылға профессор Самойлов Н.А. хеҙмәттәренән өҙөмтә килтереү индексы 836 тәшкил итә[10]. 2021 йылға мәғлүмәттәр буйынса Рәсәй ғилми өҙөмтә килтереү индексына мәҡәләләр исемлеге — 290[11].
- Диссертациялары
- Диссертация на соискание учёной степени доктора технических наук «Исследование глубокой очистки технологических потоков нефтепереработки и нефтехимии адсорбционными и термокаталитическими методами». — Уфа. — 1995.
- Диссертация на соискание учёной степени кандидата технических наук «Исследование адсорбционной жидкофазной очистки бензина-растворителя цеолитами». — Куйбышев. — 1969.
- Монографиялары
- Самойлов Н. А. Примеры и задачи по курсу «Математическое моделирование химико-технологических процессов». — Санкт-Петербург, 2013.
- Самойлов Н. А. Проектирование и оборудование предприятий нефтехимии и органического синтеза: Учебное пособие / Н. А. Самойлов, И. Ф. Удовенко. — Уфа: Федеральное агентство по образованию ГОУ ВПО УГНТУ, 2008.
- Самойлов Н. А. Моделирование в химической технологии и расчёт реакторов / Самойлов Н. А. — Уфа: М-во образования и науки Рос. Федерации, Федер. агентство по образованию, ГОУ ВПО УГНТУ, Ин- т дополнит. проф. образования, 2005.
- Самойлов Н. А. Феноменология адсорбции. Практические и теоретические аспекты адсорбционной очистки и осушки технологических потоков / Самойлов Н. А. — Уфа: Издательство ГУП ИНХП РБ, 2014. — 272 с.
Профессор Самойлов Н. А. үҙенең бөтә ғилми һәм педагогик эшмәкәрлеген «ҡатмарлыны ябай һүҙҙәр менән аңлатыуға» арнай. Профессор Н.А. Самойлов монографиялары аныҡ, асыҡ стилдә яҙылған һәм Рәсәйҙең күп юғары уҡыу йорттарында химик-технологик процестарҙың моделдәрен әҙерләү буйынса дисциплиналарҙы уҡытҡанда төп һәм өҫтәмә әҙәбиәт булып тора. Мәҫәлән, интернетта булған дәрестәрҙең эш программаларына ҙур булмаған экскурс, Рәсәйҙең 10-дан ашыу юғары уҡыу йортонда беренсе һәм өсөнсө монографиялар химик процестарҙың моделдәрен әҙерләү менән бәйле дисциплиналар буйынса өҫтәмә сығанаҡтар исемлегенә инеүен күрһәтте[12] [13] [14]. Өҫтәүенә монографиялар бакалаврҙар, магистрҙар һәм юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләү өсөн әүҙем файҙаланыла
- Уйлап табыуҙарға патенттар, авторлыҡ таныҡлыҡтары, мәҡәләләр
- Самойлов Н. А. Термокаталитическая очистка газов, содержащих пары изопропилбензола / Мухутдинов Р. Х., Самойлов Н. А. // Нефтепереработка и нефтехимия. Научно-технические достижения и передовой опыт. — 1983. — № 2 — С. 31.
- Авторское свидетельство SU 1069848 A1. Регулярная насадка для тепломассообменных и реакционных процессов / Марушкин Б. К., Самойлов Н. А., Богатых К. Ф. и др., от 30.01.1984.
- Самойлов Н. А. Механическая прочность и термостабильность катализаторных покрытий для очистки отходящих газов / Мухутдинов Р. Х., Самойлов Н. А., Синельникова В. К. // Химия и технология топлив и масел. — 1988. — № 1. — С.30.
- Патент на изобретение RU2091159 C1. Трёхслойный сорбент для очистки поверхности воды и почвы от загрязнения нефтью и нефтепродуктами / Хлесткин Р. Н., Шаммазов А. М., Самойлов Н. А., Биккулов А. З. и др., от 27.09.1997.
- Самойлов Н. А. Ликвидация разливов нефти при помощи синтетических органических сорбентов / Хлесткин Р. Н., Самойлов Н. А., Шеметов А. В. // Нефтяное хозяйство. — 1999. — № 2. — С.46.
- Патент на изобретение RU2159307 С1. Адсорбер непрерывного действия / Самойлов Н. А., Сидоров Г. М., Кондратьев А. А., от 20.01.2000.
- Самойлов Н. А. Математическое моделирование и оптимизация процесса гидроочистки дизельного топлива / Самойлов Н. А. // Теоретические основы химической технологии. — 2021. — Т.55. — № 1. — С.99 — 109.
- Патент на изобретение RU 2717031. Турбулентный смеситель-реактор / Мнушкин И. А., Самойлов Н. А., Калимгулова А. М. и др., от 17.03.2020.
- Samoilov N.A. Determination of optimal dimensions of adsorbent layer and adsorber for process of short-cycle heat-free adsorbtion (PSA process) / Samoilov N.A. // Chemical and petroleum Engineering. — 2019. — T. 55. — № 1 — 2. — С.108 — 113.
- Самойлов Н. А. О некоторых особенностях педагогики в технических вузах / Самойлов Н. А. // Педагогический журнал Башкортостана. — 2011. — С. 30 — 32.
Профессор Самойлов Н. А. баҫма эштәрен анализлау Юғары аттестация комиссияһы исемлегенә һәм Рәсәй ғилми өҙөмтә килтереү индексы системаһына, Web of Sciencе и Scopus халыҡ-ара мәғлүмәт базаһына ингән рецензияланған журналдарҙа йылына 6 — 7 мәҡәлә булыуын күрһәтә..
Танылыуы
үҙгәртергә- «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы» почётлы исеме һәм түш билдәһе (1998 йыл).
- Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2002 йыл).
- «ӨДНТУ -ның көмөш билдәһе».
- "НИПИ НГ «Петон» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Технология һәм фән департаментының Патент бюроһының төп ғилми хеҙмәткәре, Өфө ҡалаһы.
Шулай уҡ РФ Мәғариф министрлығының, РФ Химия сәнәғәте министрлығының, ӨДНТУ-ның почет грамоталары менән бүләкләнгән.
Н.А. Самойлов тураһында биографик белешмәләр Рәсәй, Америка ҡушма штаттарының, Англияның 24 белешмәһендә («Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедия порталы)[15], Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районы мәктәптәренең билдәле сығарылыш уҡыусылары[16], Беренсе интерактив Neftegas.ru газ энциклопедияһы[17], Уралдың Ирекле энциклопедияһында[18] урынлаштырылған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Об утверждении Положения о Почетной грамоте Республики Башкортостан, Положений о почетных званиях Республики Башкортостан и Положения о порядке присвоения, восстановления и...
- ↑ http://evrazia-ural.ru/sites/default/files/evraziyskiy_perekrestok._vyp._12.pdf
- ↑ Самойлов Н. А. Ретроспектива: — Уфа: Изд-во УГНТУ, 2007. — 201 с.
- ↑ https://ufacity.info
- ↑ УГНТУ
- ↑ УГНТУ
- ↑ В Уфе прошла I-ая Межвузовская студенческая олимпиада «Процессы и аппараты химической технологии» » Деловая Газета - актуальные новости и аналитика для предпринимателей
- ↑ ПЕТОН провел научно-практическую конференцию в УГНТУ
- ↑ Олимпиада имени Богатых К.Ф
- ↑ Elibrary.Ru - Научная Электронная Библиотека
- ↑ Elibrary.Ru - Научная Электронная Библиотека
- ↑ https://www.omgtu.ru/educational_activities/areas-of-training-implemented-in-omsk-university-in-accordance-with-gef-in/bachelor/the-list-of-working-programs-for-the-chemical-cluster/18.03.01_ХТОВ/50_18.03.01_Моделирование_химико-технологических_процессов.pdf 2021 йыл 28 ноябрь архивланған.
- ↑ http://technolog.edu.ru/sveden/files/18.05.01_2017_APKhP_OFO_RPD_Veroyatnostnye_metody_modelirovaniya_processov_ximicheskoy_texnologii.pdf
- ↑ https://portal.tpu.ru/fond2/download_doc/128538/Math_mod_17.pdf
- ↑ САМОЙЛОВ Наум Александрович
- ↑ Известные выпускники школ Орджоникидзевского района г. Уфы | Детский туристический центр "Зенит"
- ↑ Самойлов Наум Александрович - фото, цитаты, биография
- ↑ Самойлов Наум Александрович — Свободная энциклопедия Урала