Салҡар — Ике ҡура — рус. Шалкар-Ега-Кара — Ырымбур өлкәһененең Светлинский районында урынлашҡан тымыҡ күл. Өлкәлә иң ҙур күл. Төбәк кимәлендә гидрологик тәбиғәт ҡомартҡыһы.

Салҡар - Ике ҡура
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Карта
 Салҡар - Ике ҡура Викимилектә

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Һыу ятҡылығы сынаяҡ рәүешендә түбәнәйеп урынлашҡан, ярҙары башлыса бик һөҙәк. Яр һыҙығы оҙонлоғо 96 километр.
Майҙаны: 9660 гектар, тәрәнлеге — 4 метр, күл төбө (грунт) тығыҙ балсыҡлы ләм менән ҡапланған. Һыуы үтә күренмәле ҡыҙғылт төҫтә.

Ағымһыҙ күл, тик яҙғы ташҡын ғына Буруктал йылғаһы менән тоташтыра. Шуның өсөн һәр 10 йыл һайын кибә, ә 3 йылға бер тапҡыр төбөнә тиклем туңа. Ҡайһы бер йылдарҙа күл гирлаһынан түбәнгәрәк бер нисә эре һәм ваҡ сөңгөлдәргә тарҡала. Минераллашыу ул ваҡытта 4 г/л етә. Уртаса минераллашыу — 3-5 г/л.

Күлдең ихтиофаунаһы булып табан балыҡтар тора. Ә Буруктал менән берләшкән ваҡытта алабуға, һаҙан, опто, сабаҡ һәм башҡа ҡайһы бер балыҡ төрҙәре күлгә үтеп инә. Яр буйҙарында аҡсарлаҡ төрөнә ҡараған ҡоштар оя ҡора.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Шалкар (ҡаҙаҡса) — иркен, еки — ике, кора — ҡура, аҙбар, һарай мәғәнәһен аңлата [1]. Күл тарихи башҡорт ерҙәрендә урынлашҡан, ҡаҙаҡтар ул төбәккә һуңғараҡ килеп урынлашҡан, шуға күрә атаманың башҡорт теленән ингән булыу ихтималын күҙҙән ысҡындырмаҫҡа кәрәк. Башҡорт теленең һүҙлегендә: Салҡар - йәйелеп, йәйрәп ятҡан; киң. Ике һаны -башҡортса ла шулай. Ҡура һүҙе лә шундай уҡ мәғәнә бирә [2]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Шалкар-Ега-Кара
  2. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. -1-се, 2-се том.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

— Чибилёв А. «Природное наследие Оренбургской области». Оренбургское книжное издательство, 1996 г.

— Чибилев А. А., Мусихин Г. Д., Павлейчик В. М., Паршина В. П. «Зеленая книга Оренбургской области: Кадастр объектов Оренбургского природного наследия». Оренбург: Изд.-во «ДиМур», 1996 г.