Салищев Эраст Гаврилович

Эраст Гаврилович Салищев (23 июль /4 авг./ 1851 йыл, Козлов ҡалаһы, Тамбов губернаһы — 12 /25/ июнь 1901 йыл, Томск) — хирург; госпиталь хирургия клиникаһы һәм быуын сығыу, һынған урын ғилеме менән десмургия кафедраһының ординар профессоры [1].

Салищев Эраст Гаврилович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 23 июль (4 август) 1851
Тыуған урыны Мичуринск[d], Тамбов губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 12 (25) июнь 1901 (49 йәш)
Вафат булған урыны Томск, Рәсәй империяһы
Үлем сәбәбе болезнь лёгких[d]
Балалары Всеволод Эрастович Салищев[d]
Һөнәр төрө ғалим, хирург
Эшмәкәрлек төрө медицина
Эш урыны Император медицина-хирургия академияһы
Уҡыу йорто Император медицина-хирургия академияһы
Ғилми дәрәжә медицина докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден Святого Станислава 2-й степени орден Святой Анны 2-й степени
 Салищев Эраст Гаврилович Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Эраст Гаврилович Салищев 1851 йылда Тамбов губернаһының Козлов ҡалаһында сауҙагәр ғаиләһендә тыуған.

Медицина фәне менән Ҡазан университетында (1871 йылда П.Лесгафты эштән бушатыуға ҡаршы протест йөҙөнән уҡыуҙы ташлай ) һәм Медицина-хирургия академияһында шөғөлләнә, бында курсты 1875 йылда тамамлай (тик яҡшы билдәләренә). Тәүҙә земство табибы була; 1880 йылдан алып 1885 йылға тиклем Хәрби-медицина академияһының (Санкт-Петербург) хирургия клиникаһында шәхси ординатор була. 1885 йылда медицина докторы дәрәжәһенә диссертация яҡлай, ә 1887 йылда шул уҡ Академияла прозектор итеп тәғәйенләнә.

1890 йылдан алып 1892 йылға тиклем Томск университетында хирургия профессоры була, ә 1892 йылда госпиталь хирургия клиникаһы кафедраһына күсерелә.   1901 йылда «Үпкә эмболияһынан үләм — ярып ҡарамаҫҡа» тигән һүҙҙәр менән вафат була. Э.Г.Салищевты ерләргә меңәрләгән халыҡ йыйыла[2] . Иоанно-Предтеченский монастыры зыяратында ерләнә, ҡәберенә гнейстан һәм ҡара граниттан ҡая ҡиәфәтендә һәйкәл ҡуйыла, ул 1973 йылда мәҙәни мираҫ объекты тип таныла.[3] Хәҙер һәйкәлдең торған урыны билдәле түгел.

 

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә

Нәшер ителгән яҡынса 20 эше:

  • «Топографический очерк мужской промежности» (дисс., СПб., 1885),
  • «Хирургическая анатомия и перевязка наружной сонной артерии in loco electionis» («Врач», 1886),
  • «О боковой литотомии в анатомо-хирургическом отношении» («Хирургический вестник», 1889),
  • «Новый истинный отдельный боковой добавочный зоб» (ib., 1891, а также в «Arch. f ü r. klin. Chirurgie», т. XLVIII), «Beitrag zur lehre von den Blasenbr üchen» («Arch. fü r klin. Chir.», т. LIV),
  • «Полное изучение предстательной железы и т. д.» («Хир. лет.», 1895),
  • «Пришивание подвижной почки» (ib., 1895),
  • «Вылущение всей нижней конечности с её безымянною костью» («Врач», 1899, а также в cArch. f ü r klin. Chir.", т. LIX).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә