Салей Руслан Альбертович
Руслан Альбертович Салей (бел. Руслан Альбертавіч Салей; 2 ноябрь 1974 йыл, Минск, СССР — 7 сентябрь 2011 йыл, Ярославль өлкәһе[1], Рәсәй) — легендар белорус хоккейсыһы. Беларусь Республикаһының атҡаҙанған спорт мастеры (2002)[2].
Руслан Салей | |
Позиция |
һаҡсы |
---|---|
Буйы |
185 см |
Ауырлығы |
96 кг |
Ҡушаматы |
Расти |
Гражданлығы | |
Тыуған көнө | |
Вафат булған көнө |
7 сентябрь 2011 (36 йәш)
|
МХЛ драфты |
1996 йылда Анахайм Майти Даксҡа дөйөм 9-сы номер менән һайлана |
Халыҡ-ара миҙалдары | |
Карьераһы
үҙгәртергәСДЮШОР12 (Минск) Минск хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. 1991 йылдан Минск командалары өсөн уйнай.
1995 йылда, 1994 йылғы донъя чемпионатында С төркөмөндә илдең йыйылма командаһы өсөн сығыш яһағанда, бер матчтан һуң допингдопинг-контроль үтмәй һәм 6 айға дисквалификациялана. Был осраҡты Салей үҙе, киҙеүҙән дауаландым һәм дарыу аша организмға тыйылған препарат эләккән, тип аңлата. Шул уҡ ваҡытта уның агенты дисквалификация таралмаған АҠШ-ҡа күсергә тәҡдим итә. Һөҙөмтәлә, 1995 йылдың көҙөнән ул ИХЛ Лас-Вегас Тандер[3] клубы өсөн сығыш яһай башлай.
"Лас-Вегас"тағы миҙгелдән һуң, 1996 йылда НХЛ драфтында 9-сы номеры аҫтында Анахайм Айти Таксҡа һайлап алына һәм был әлегәсә Беларусь хоккейсылары өсөн рекорд булып тора.
Нагано[4], Солт-Лейк-Сити[5] һәм Ванкуверҙағы[6] Олимпия уйындары ҡатнашыусыһы.
1994 йылғы донъя чемпионаттарының С төркөмөндә[7], 1995 йылда С төркөмөндә[8], 1998[9], 2000[10], 2001[11], 2004 йылда беренсе дивизионда[12], 2008[13] һәм 2009 йылдарҙағы[14] донъя чемпионатында Беларусь йыйылма командаһы составында ҡатнаша.
Беларусь милли йыйылма командаһы өсөн 1993—2010 йылдарҙа 66 матч үткәрә, 31 (11+20) бомбардир мәрәйе йыя, 109 штраф минуты ала.
НХЛ-дың даими миҙгелендә 917 уйын -ткәрә, уларҙа 204 (45+159) мәрәй туплай. Стэнли Кубогында 62 уйын үткәрә, 16 (7+9) мәрәй йыя[15].
МХЛ чемпионаттарында 99 матч үткәрә, 12 (7+5) бомбардир мәрәйе, 96 штраф минуты ала.[16]
Рәсәй чемпионаттарында 39 матч үткәрә, 20 (8+12) бомбардир мәрәйе, 38 штраф минуты ала[17].
1994, 1995 йылдарҙа Европа Кубогының финал турнирҙарында ҡатнаша.
2011 йылдың 7 сентябрендә Ярославь аэропортында фажиғәгә тарыған самолетта «Локомотив» командаһы менән бергә һәләк була. 10 сентябрҙә Минсктың Мәскәү зыяратында почет аллеяһында ерләнә[18].
Өйләнгән була, өс балаһы ҡала.
Ҡаҙаныштары
үҙгәртергә- Стэнли Кубогы финалисы(2003).
- Клэренс Кэмбелл 2003 призы эйәһе
- Беларусь чемпионы (1993, 1994, 1995).
- Беларустең иң яҡшы хоккейсыһы (2003, 2004).
- Санкт-Петербургтың Ҙур призының өсөнсө призеры (1993).
- ИИХФ дан залы ағзаһы (2014).
Хәтер
үҙгәртергә- Беларустең хоккей федерацияһы йыйылма команданан Салей милли командала уйнаған 24-се уйынсы номерын ала.
- Детройт Ред Уингз клубы һөжүмсеһе Павел Дацюк НХЛ-дың 2011/2012 йылдар миҙгеленең миҙгел алды матчтарында командалашы иҫтәлегенә 24-се номер менән уйнай. Был миҙгелдә 24-се номер клуб уйынсылары тарафынан файҙаланылмай.
- Руслан Салей Беларусь Хоккей даны залының беренсе ағзаһы була[19]
- 2012 йылдың 8 сентябрендә Минсктың Мәскәү зыяратында Руслан Салейға һәйкәл асыла. икенсе һәйкәлде Чижовка-арена спорт комплексы алдына йәки Юность-Минск һырғалағына ҡуйыу планлаштырыла.
- 2014 йылда хоккей буйынса Донъя чемпионатында Беларусь Республикаһының йыйылма командаһы матчтарында көйәрмәндәр ҙур туҡымала хоккейсының номерын һәм исем-шәрифен һуҙып һуйып, уны иҫкә ала.
- Йыл һайын августа Салей иҫтәлегенә халыҡ-ара турнир уҙғарыла.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ МЧС России: Салей погиб в авиакатастрофе под Ярославлем 2011 йыл 19 октябрь архивланған.
- ↑ http://systemaby.com/docs/bitya/dk-nv593r.html 2014 йыл 28 июль архивланған. Указ Президента Республики Беларусь от 24 мая 2002 г. № 262 Аб узнагароджанні групы спартсменаў і трэнераў дзяржаўнымі ўзнагародамі Рэспублікі Беларусь.
- ↑ Рабинер Игорь. Руслан Салей: В НХЛ мне пришлось пробиваться своим путём // Спорт-Экспресс Хоккей. — 1997. — № 29. — с.8.
- ↑ http://www.hockeyus.info/olimp_g1998.htm Мир хоккея Беларуси. Зимние Олимпийские игры 1998.
- ↑ http://www.hockeyus.info/olimp_g2002.htm Мир хоккея Беларуси. Зимние Олимпийские игры 2002.
- ↑ http://pressball.by/news.php?t=0804&id=65381 2011 йыл 10 декабрь архивланған. Сборная Беларуси на Олимпиаде-2010.
- ↑ http://www.hockeyus.info/ncl_sb93-94.htm Статистика национальной сборной (1993/94).
- ↑ http://www.hockeyus.info/ncl_sb94-95.htm Статистика национальной сборной (1994/95).
- ↑ http://www.hockeyus.info/ch_world98n.htm Мир хоккея Беларуси. 62-й чемпионат мира.
- ↑ http://www.hockeyus.info/ch_world00n.htm Мир хоккея Беларуси. 64-й чемпионат мира.
- ↑ http://www.hockeyus.info/ch_world00n.htm Мир хоккея Беларуси. 65-й чемпионат мира.
- ↑ http://pressball.by/news.php?t=0201&id=4297(недоступная ссылка) Прессбол. Сборная Беларуси на чемпионате мира-2004.
- ↑ http://pressball.by/news.php?t=0201&id=26011 2008 йыл 30 июль архивланған. Прессбол. Сборная Беларуси на чемпионате мира-2008.
- ↑ http://pressball.by/news.php?t=0201&id=46672 2009 йыл 14 май архивланған. Прессбол. Сборная Беларуси на чемпионате мира-2009.
- ↑ http://www.hockeydb.com/ihdb/stats/pdisplay.php?pid=18826 Профиль Руслана Салея на сайте «The Internet Hockey Database»
- ↑ http://hockeyarchives.ru/ Сайт «Хоккейные архивы».
- ↑ Статистика выступлений в чемпионатах России 2016 йыл 5 март архивланған. (КХЛ) на сайте «Глобал Спорт Консалтинг»
- ↑ Щербаков. З. Руслана Салея похоронили с воинскими почестями . БЕЛОРУССКИЕ НОВОСТИ (10 сентябрь 2011). Дата обращения: 2011-9-11. 2011 йыл 12 ноябрь архивланған.
- ↑ eurosport.ru Руслан Салей
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Викимилектә Руслан Салей темаһы буйынса медиафайлдар бар.
- Профиль на сайте «Мир хоккея Беларуси»
- Салей Руслан Альбертович — The Internet Hockey Database сайтында статистика (инг.)
- Салей Руслан Альбертович — European Ice Hockey Online AB сайтында статистика (инг.)
- Салей, Руслан Альбертович на официальном сайте НХЛ