Салауат ҡамсыһы — фолклорсы Өмөркаев Г. Н. 1949 йылда Балтас районының Иҫке Балтас ауылында йәшәүсе Харис Мифтахов һөйләүе буйынса яҙып алынған риүәйәт. Риүәйәт буйынса ошо райондың Нөркә ауылында йәшәүсе Фазлыбеков йортонда Салауат ҡамсыһы һаҡланған. Йорт хужаһы һәм уның ғаиләһе Салауат исеме менән бәйле был әйберҙе һаҡлап тотҡан: «Ҡамсы иң түрҙә, юрғандар һәм намаҙлыҡ һаҡланған урҙала эленеп торған». Был нәҫел ҡамсыны изге әйбер тип һанап быуындан-быуынға тапшырып килгән.

Ҡамсы Салауаттыҡы тип фаразларға була. Тарихи документтар буйынса Себер даруғаһы Ҡыр-танып волосы Нөркә ауылы янында 1774 йылдың 18—22 сентәбрендә Пугачёв яуы үткән. Был риүәйәт Башҡорт халыҡ ижадының 2-се томына ингән.

  • Башкирские народные предания. Том 2. Предания и легенды. Уфа, 1987
  • Башҡорт халыҡ ижады. 2-се том. Риүәйәттәр, легендалар. Өфө. 1997

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Салават Юлаев: энциклопедия/ Главный редактор И. Г. Илишев. -Уфа: Башкирская энциклопедия, 2004. -480с.; ил. ISBN 5-88185-054-8