Салауат урындары
Салауат урындары — Башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың үҙе һәм уның исеме менән бәйле иҫтәлекле, тарихи урындар. Улар хаҡында мәғлүмәт быуындан-быуынға күсә килә.
Салауат исеме менән бәйле бер нисә топоним:
- Салауат тауы —Салауат районында
- Салауат һуҡмағы — Салауат районында
- Салауат мәмерйәһе — Салауат районында
- Салауат йылғаһы (Олойөрҙөң һул ҡушылдығы) — Салауат районында
- Салауат ҡырҡтыһы —Әбйәлил районы Яңы Балабан ауылында
- Салауат юлы — Белорет районы Ҡаһарман ауылында
- Салауат яланы — Бөрйән районы Ысмаҡай ауылында
- Салауат өңө (мәмерйәһе) —Ҡыйғы районы Йыланлы ауылында
- Салауат күпере —Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы ауылында, йәйғорҙы Салауат күпере тип әйтеүселәр бар.
- Салауат урманы — Ырымбур өлкәһе Шырлыҡ районы Туҡай ауылында
- Салауат шишмәһе — Силәбе өлкәһенең Һатҡы ҡалаһы янында
- Бирге Салауат һыҙаһы, Арғы Салауат һыҙаһы, Лағыр йылғаһы (Салауат лагеры шунда булған), Прием тауы (унда Салауат отрядына һуғышсылар ҡабул иткәндәр) — Балтас районының Нөркә ауылы янында
- Салауат районындағы Лағыр ауылы исеме лә шул «лагерь» һүҙҙенән һәм шул ваҡиғалар менән бәйле.
Сығанаҡ
үҙгәртергә- Рәшит Шәкүр һәм Гөлдәр Нуриева йыйған материал буйынса