Салауат Юлаев исемендәге баҡса

С. Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял итеү баҡсаһы  — Өфө ҡалаһындағы ял һәм мәҙәниәт паркы. Төрлө ваҡыттарҙа «Случевский тауындағы баҡса», «Николай Богданович баҡсаһы», «Егор Сазонов баҡсаһы», «Н. К. Крупская исемендәге баҡса» исемдәрен йөрөткән. Әлеге ваҡытта парк башҡорт милли геройы Салауат Юлаев хөрмәтенә уның исеме менән атала.

Салауат Юлаев исемендәге баҡса
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Өфө
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d]
Карта
 Салауат Юлаев исемендәге баҡса Викимилектә

Тарихы үҙгәртергә

Баҡса 1900 йылдың июнендә тантаналы рәүештә асыла һәм урынлашҡан ере буйынса «Случевский тауындағы баҡса» исемен ала. Яңы баҡсаны асыуҙа күп халыҡтар ҡатнаша. Асылған мәлдә баҡсаға инеү урынында матур суйын ҡапҡа була, йылғаға төшөү юлы матурлап тәрбиәләнгән, баҡсаны ике беседка биҙәп тора. Баҡсала имән, ҡарағай, ҡайын, алһыу һәм аҡ сирень ултыртылған була. Юлдарға ҡырсынташ түшәлә.

1903 йылда эсерҙар Өфө губернаторы Николай Богдановичты үлтергәндән һуң, баҡса уның хөрмәтенә атала.

Октябрь революцияһынан һуң парк революционер Егор Сазонов хөрмәтенә уның исеме менән атала башлай.

1956 йылда, парк менән йәнәш Ағиҙел йылғаһы аша күпер төҙөлгәс, парк эргәһендәге тәрән йырын менән нимә эшләргә тигән һорау тыуа. Йырын аша аҫылмалы күпер төҙөргә ҡарар ҡабул ителә, киләһе йылына ул төҙөлөп тә ҡуйыла. Хәҙер баҡсаны павильон-уҡыу бүлмәһе, ҙур булмаған кафе, балалар аттракциондары биҙәй. Баҡсала аҫылмалы күпер янында өсөнсө беседка төҙөлә.

1960 йылда паркта Салауат Юлаев бюсы ҡуйыла, әммә 1967 йылда баҡса Н. К. Крупская хөрмәтенә уның исемен ала, ул исемде 40 йыл йөрөтә, һәм бюст алып ташлана.

1980-се йылдарҙа төрлө типтағы беседкалар һүтеп алына, улар урынына боронғо фотоһүрәттәрҙәгегә ярашлы бер иш беседкалар ҡуйыла.

Киләһе бер нисә йылда баҡса ташландыҡ хәлдә була: гипс статуялар онтала, беседкаларҙың яндауырҙары һындырыла, аҫылмалы күперҙең ағас түшәмәләре серей. Әлеге ваҡытта парк яңынан матурланған, ҡала халҡының яратҡан ял итеү урыны булып тора.

Хәҙер Салауат Юлаев исемендәге баҡса тип атала.

Иҫтәлекле урындары үҙгәртергә

Аҫылмалы күпер баҡсаның йәме булып тора, уны ғашиҡтар күпере тип тә атайҙар. Был күпер яңы өйләнешеүселәрҙең күмәкләп йөрөү урыны булып тора, улар яндауырҙарға исемдәре соҡоп яҙылған һәм мөхәббәтен белдергән йоҙаҡтар эләләр.

Баҡсала башҡорт яҙыусыһы Рәшит Ниғмәти ҡәбере урынлашҡан.

Галерея үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә